Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺУЛ СОЦИАЛ‑РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР (ИНТЕРНАЦИОНАЛИСТАР) ПАРТИЯҺЫ

ҺУЛ СОЦИАЛ‑РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР (ИНТЕРНАЦИОНАЛИСТАР) ПАРТИЯҺЫ, һул э с е р ҙ а р, 1917—22 йй. Рәсәйҙә сәйәси партия. Социал‑революционерҙар партияһында оппозицион ағым булараҡ нояб. Петроград ҡ. Ойоштороу съезында барлыҡҡа килә. Беренсе донъя һуғышын кисекмәҫтән туҡтатыу һәм Рәсәйҙең унан сығыуы өсөн; ер...

ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН КИТАПХАНА

ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН КИТАПХАНА. Өфөлә урынлашҡан. 1949 й. 18‑се ҡала китапханаһы (1938 й. алып күреү б‑са инвалидтарҙы хеҙмәтләндергән) нигеҙендә Һуҡырҙар өсөн респ. махсус китапханаһы булараҡ ойошторола. БР‑ҙың Белорет, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдары, башҡа ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа 23 китапхана пункты...

ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. Башҡ‑н респ. ойошмаһы 1925 й. Һ.й. Башҡ‑н респ. идараһы булараҡ асыла, 1996 й. алып хәҙ. исемен йөрө­тә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — күреү б‑са инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау....

ҺУҠЫР СЫСҠАН

ҺУҠЫР СЫСҠАН, т ө р т к ө (Talpa europaea), бөжәк ашаусылар отрядының һуҡыр сысҡан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Европаның һәм Көнбайыш Себерҙең (Ир­тыш й. тиклем) урман һәм урман‑дала зоналарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 12—15 см, ауырлығы 70—120 г. Йөнө ҡыҫҡа, бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, һоро‑ҡара,...

ҺУҠЫР КҮБӘЛӘК

ҺУҠЫР КҮБӘЛӘК, һуҡыр йөнтәҫкәй (Smerinthus caecus), күбәләктәр отрядының балғараҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Көнсығыш Европала һәм Азияның төньяҡ өлөшөндә таралған. Ҡанат йәйеме 70 мм тиклем, алғылары — тар, оҙонса, аҡһыл һоро, ҡара таплы һәм тулҡынланып торған һыҙыҡлы ҡыҙғылт көрән күк төҫтә; артҡылары...

ҺУҠАЙЛЫ, йылға

ҺУҠАЙЛЫ, йылға, Ашҡаҙар й. уң ҡушылдығы. Фёдоровка р‑ны Юрматы а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта башлана. Фёдоровка, Стәрлетамаҡ, Мәләүез р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Ашҡаҙар й. (тамағынан 24 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо96км,басс.майҙаны 1080 км2. Башлыса ҡар...

ҺУЙЫР

ҺУЙЫР (Tetrao urogallus), тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 60—80 см, ауырлығы 4—5 кг (ҡайһы берҙә 6,5 кг тиклем), инә Һ. вағыраҡ. Ата ҡоштоң арҡаһы һәм ҡанаттары ҡара‑көрән, түше — ҡара‑йәшел төҫтә, металл кеүек ялтыр, ҡорһағы — аҡ...

ҺУҘЫУ

ҺУҘЫУ, һуҙыу стандарында металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү төрө, үлсәмдәре аныҡ һәм өҫкө йөҙө шыма булған изделиелар алырға булышлыҡ итә. Һ. ваҡытында волока (ҡыҫып һуҙғыс) ҡулланыла, уның уйымы аша катанкалы йәки пресланған әҙерләмәләрҙе үткәреп һуҙалар; был ваҡытта уларҙың арҡыры киҫелешенең үлсәмдәре...

ҺУҒЫШ, ХЕҘМӘТ, ҠОРАЛЛЫ КӨСТӘР ҺӘМ ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ОРГАНДАРЫ ВЕТЕРАНДАРЫ (ПЕНСИОНЕРҘАРЫ) ОЙОШМАҺЫ

ҺУҒЫШ, ХЕҘМӘТ, ҠОРАЛЛЫ КӨСТӘР ҺӘМ ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ОРГАНДАРЫ ВЕТЕРАНДАРЫ (ПЕНСИОНЕРҘАРЫ) ОЙОШМАҺЫ, 1987 й. Өфөлә Башҡ‑н респ. Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) йәмәғәт ойошмаһы булараҡ асыла. Бөтә Рәсәй һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡ­лау органдары...

ҺУҒАРЫУЛЫ ИГЕНСЕЛЕК

ҺУҒАРЫУЛЫ ИГЕНСЕЛЕК, а.х. культураларын һуғарыу шарттарында үҫтереү. Ҡоролоҡло һәм йылдың айырым осорҙарында дым м‑н етерлек тәьмин ителмәгән райондарҙа барлыҡҡа килгән игенселек төрҙәренең береһе. Һуғарыулы ерҙәрҙә а.х. культураларының уңдырышлылығы һуғарылмай торған ерҙәргә ҡарағанда 2— 3 тапҡырға...

ҺУҒАН

ҺУҒАН (Allium), һуған һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 450 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 16 төрө үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һабаҡтары уҡ һымаҡ, бейеклеге 20—150 см тиклем. Япраҡтары күп, һирәк осраҡта яңғыҙ, еңсә йәки ултырма, һыбыҙғыға оҡшаған, еп...

ҺӨТЛӨГӘН

ҺӨТЛӨГӘН (Euphorbia), һөтлөгән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 700‑ҙән алып 2 меңгә тиклем (төрлө мәғлүмәттәр б‑са) төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 12 төрө үҫә. Һөт һымаҡ һуты булған күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 20—150...

ҺӨРӨҮ

ҺӨРӨҮ, ер эшкәртеү ысулы. Ҡатламды ҡырҡыу, ваҡлау, йомшартыу һәм әйләндереүҙе тәьмин итә. Тупраҡтың һыу, һауа, йылылыҡ режимдарын көйләүгә, ҡый үләндәрен, а.х. культуралары ҡоротҡостарын һәм ауырыу тыуҙырыусыларҙы бөтөрөүгә һ.б. булышлыҡ итә. Төрлө формалағы кәҫтаҡталы, алтөрәнле (тупраҡтың өҫкө ҡатламын...

ҺӨРӨНТӨ ЕР

ҺӨРӨНТӨ ЕР, ауыл хужалығы ере, системалы рәүештә эшкәртелә һәм иген культуралары, техник культуралар, картуф, йәшелсә культуралары һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү өсөн ҡулланыла. Һ.е. сәсеү әйләнештәрендәге баҫыуҙар, йәшелсә баҡсалары һәм яңы үҙләштерелгән ерҙәр ҡарай. 2008 й. Башҡортостанда Һ.е....

ҺӨНӘРСЕЛЕК‑ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

ҺӨНӘРСЕЛЕК‑ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1944 й. 1‑се Өфө т. юл уч‑щеһы нигеҙендә т. юл техникумы булараҡ асыла. 1961 й. алып индустриаль техникум, 1965 й. — индустриаль‑пед. техникумы, 1997 й. — Өфө дәүләт һөнәрселек‑пед. колледжы. 2013 й. башлап Һ.‑п.к. һәм Педагогия колледжы №2 нигеҙендә БДПУ колледжы булараҡ...

ҺӨНӘРСЕЛЕК УЧИЛИЩЕҺЫ №19

ҺӨНӘРСЕЛЕК УЧИЛИЩЕҺЫ №19, 1952 й. Салауат ҡ. 18‑се комб‑т (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) нигеҙендә 1‑се һөнәрселек уч‑щеһы булараҡ асыла. 1963 й. башлап 26‑сы ҡала ПТУ, 1984 й. — 19‑сы ПТУ, 1986 й. — 19‑сы ПУ, 2003 й. В.Е.Трубанов исеме бирелә, 2014 й. Салауат индустриаль колледжына ҡушыла. Уҡытыу...

ҺӨНӘРСЕЛЕК МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ҺӨНӘРСЕЛЕК МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә техник һөнәрҙәр б‑са квалификациялы эшселәр әҙерләү өсөн башланғыс проф. уҡыу йорттары. Сәнәғәт училищелары т‑да төп положениеларға (1888), Һөнәрселеккә уҡыусылар мәктәптәре т‑да положениеға (1893), Башланғыс һөнәрселек мәктәптәре т‑да положениеға (1895),...

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №89

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №89, 1932 й. Бәләбәй ҡ. колхозсы йәштәр мәктәбе булараҡ асыла, 1946 й. башлап а.х. механизациялау мәктәбе, 1954 й. — 4‑се а.х. механизациялау уч‑щеһы, 1963 й. — 13‑сө ауыл ПТУ, 1984 й. — 89‑сы урта ПТУ, 1995 й. — 89‑сы ПУ, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә аҙыҡ‑түлек...

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №86

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №86, 1963 й. Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. 10‑сы ауыл урта ПТУ булараҡ асыла. 1984 й. башлап 86‑сы урта ПТУ, 1994 й. — 86‑сы юғары ПУ, 1995 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә автоматик һәм ярым автоматик машиналарҙағы электр м‑н иретеп йәбештереүсе, автомобиль водителе, а.х....

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №64

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №64, 1969 й. Өфөлә 17‑се ҡала ПТУ филиалы булараҡ асыла. 1976 й. алып 68‑се техник уч‑ще, 1984 й. — 64‑се урта ПТУ, 1992 й. — 64‑се юғары ПУ, 1993 й. — художество‑техник лицей, 1995 й. — 64‑се һөнәрселек лицейы (1999—2000 йй. художество‑сәнәғәт колледжы), 2013 й. — Өфө художество‑сәнәғәт...