Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺЫЙЫРТЕЛ

ҺЫЙЫРТЕЛ (Serratula), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, тропик булмаған Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, шырт төклө йәки яланғас тиерлек, бейеклеге 60—150 см тиклем. Япраҡтары сиратлы, ҡыйғас...

ҺЫҠТАУ

ҺЫҠТАУ, башҡорт йола фольклоры жанры, ерләү йолалары ваҡытында башҡарылған һамаҡлап илау. Яуыз көстәрҙе, ауырыуҙарҙы ҡыуыу, йәнде таҙартыр өсөн ҡулланылған һыҡтау магияһына, коллектив ритуаль илауҙарға барып тоташа. Һ. күсмә сакраль акт мәғәнәһенә эйә, тәңреләр м‑н аралашыу ысулы итеп ҡабул ителә. Боронғо...

ҺЫЛА

ҺЫЛА (Stizostedion lucioperca), алабуға һымаҡтар отрядының алабуғалар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Европа һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 130 см, ауырлығы 15 кг тиклем. Кәүҙәһе оҙонса, ян‑яҡтан ҡыҫылған, тәңкәһе ваҡ. Арҡаһы һәм башының өҫкө өлөшө йәшкелт һоро, ян‑яғы аҡһылыраҡ, көрән‑ҡара төҫтәге...

ҺЫН ҠАТЫУ АУЫРЫУЫ

ҺЫН ҠАТЫУ АУЫРЫУЫ, т е т а н у с, кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Тыуҙырыусыһы — Clostridium tetani бациллалары (кешенең һәм үлән ашаусы хайуандарҙың эсәктәрендә йәшәгән шартлы патоген микроорганизм); физик һәм химик факторҙар тәьҫиренә тотороҡло споралар барлыҡҡа килтерә. Ауырыу анаэроб...

ҺЫНАМЫШ

ҺЫНАМЫШ, фольклор жанры, тәбиғәт күренештәрен, үҫемлек үҙенсәлектәрен, хайуандарҙың, ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең холҡон һауа торошо үҙгәреүенә бәйләп оҙайлы ваҡыт күҙәтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юрау. Боронғо заманда Һ. метеорологик белемдең яҙылмаған йыйынтығы булып торған. Төҙөлөшө, форма билдәләре...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ, рәсем сәнғәтен, графиканы, скульптураны үҙ эсенә алған пластика сәнғәте бүлеге. Һ.с. ысынбарлыҡты күреп аңларлыҡ асыҡ образдарҙа сағылдыра. Дөйөмләш­тереү, типиклаштырыу алымдары, рәссамдың ижади күҙаллауы һөҙөмтәһендә Һ.с. ваҡиғаларҙың тап бер мәлдәге ағышын, кешеләрҙең рухын, кисерештәрен,...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ БЕЛЕМЕ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ БЕЛЕМЕ, һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫталарын, сәнғәт белгестәрен, рәссам‑педагогтарҙы әҙерләү системаһы. Дөйөм (урта мәктәп, изостудия) һәм махсус (художество мәктәбе, уч‑щеһы, колледжы, вузы) Һ.с.б. айырыла. Башҡортостанда Һ.с.б. үҫеше Өфө сәнғәт түңәрәге, Ғаилә‑пед. йәмғиәте,...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГАЛЕРЕЯЛАРЫ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГАЛЕРЕЯЛАРЫ (фр. galerie), картиналар галереялары, к ү р г ә ҙ м ә з а л д а р ы. Дәүләт, муниц., йәмәғәт ойошмалары, мәғариф учреждениелары, шәхси Һ.с.г. айырыла. Һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәрен күргәҙмәләргә ҡуйыу, туплау, һаҡлауҙы ғәмәлгә ашыра, ғилми‑тикшеренеү һәм...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ЙӘМҒИӘТЕ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙың балалар художество мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, һынлы сәнғәт студиялары, художество вуздары, уч‑щелары, колледждары педагогтарының белем биреү процесын камиллаштырыу, һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәтен уҡытыу методикаһының алдынғы тәжрибәһен пропагандалау маҡсатында...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ КҮРГӘҘМӘЛӘРЕ

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ КҮРГӘҘМӘЛӘРЕ, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен халыҡҡа күрһәтеү. Халыҡ‑ара, бөтә Рәсәй, төбәк‑ара (зона), респ. һ.б.; стационар, ваҡытлы һәм күсмә; һәр йыл һайын була торған, биеннале (2 йылға 1 тапҡыр), триеннале (3 йылға 1 тапҡыр) һ.б., юбилей; конкурс; шәхси, төркөм м‑н, коллектив; баҫма күргәҙмә,...

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТТӘ РЕАЛИСТИК БУЛМАҒАН АҒЫМДАР

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТТӘ РЕАЛИСТИК БУЛМАҒАН АҒЫМДАР. Башҡортостанда 20 б. башында авангард сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе Д.Д.Бурлюк исеме м‑н бәйле. Ул үҙ сәнғәте м‑н художество телен яңыртыуҙың ҙур мөмкинлектәрен күрһәтә. Авангард йүнәлеше м‑н ижад юлы башында А.Э.Тюлькин ҡыҙыҡһына (“Дачалағы ихата”, 1919), 60‑сы...

ҺЫННЫ, Благовещен р‑нындағы ауыл

ҺЫННЫ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Һынны а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 957 кеше; 1939 — 733; 1959 — 347; 1989 — 391; 2002 — 467; 2010 — 383 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺЫНТАШТАМАҠ ҠУРҒАНДАРЫ

ҺЫНТАШТАМАҠ ҠУРҒАНДАРЫ, Һынтыштамаҡ ҡурғандары, б.э.т. 16 б., б.э. 6—7 бб., 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Благовар р‑ны Һынташтамаҡ а. көньяҡ‑көнбайыш ситендә Сәрмәсән й. уң ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. 1963 й. асылған, 1966 й. С.М.Васюткин тарафынан тикшерелгән. Тупраҡ өйөп яһалған...

ҺЫНТАШТАМАҠ, Благовар р‑нындағы ауыл

ҺЫНТАШТАМАҠ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 41 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 506 кеше; 1920 — 595; 1939 — 340; 1959 — 191; 1989 — 164; 2002 — 207; 2010 — 208 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺЫНТАШТАР

ҺЫНТАШТАР, тарих һәм архитектура ҡомартҡылары. Башҡортостанда Һ. тораташтарҙан (яугирҙарҙы, ҡайһы берҙә ҡатын‑ҡыҙҙарҙы сағылдырған 1,4 м бейеклектәге һындар), менгирҙарҙан (ергә вертикаль ҡаҙып ултыртылған 1—2 м бейеклектәге мегалитик ҡоролмалар), болан таштарынан (яҙыулы йәки һүрәт төшөрөлгән гранит...

ҺЫНТАШТЫ

ҺЫНТАШТЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылар төркөмө. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡтың аҙ. — 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се сирегенә ҡарай. Силәбе өлк. Рымникский ҡасабаһы янында Һынташты й. (Тубыл й. һул ҡушылдығы) ярында урынлашҡан. 1968 й. Урал дәүләт ун‑ты (Свердловск ҡ.) экспедицияһы тарафынан асылған һәм...

ҺЫНТАШТЫ МӘҘӘНИӘТЕ

ҺЫНТАШТЫ МӘҘӘНИӘТЕ, Һынташты ‑Арҡайым мәҙәниәте, бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙ. — 2‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Һынташты й. эргәһендәге торама б‑са аталған. Көньяҡ Уралда Һ.м. 20‑нән ашыу ны­ғытмалы торамаһы (Арҡайым, Берсуат, Ҡуйсаҡ, Һынташты, Устье Iһ.б.) асылған,...

ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ

ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда Өфө губ. 1867 й. сауҙагәр В.И.Видинеев (Романовская пустошь торама пункты) һәм 1879 й. Австрия подданныйы Г.И.Вольмут тарафынан һыра ҡайнатыу з‑дтары (Беренсе донъя һуғышына тиклем эшләй) төҙөлөүгә бәйле үҫешә башлай. 20 б. 20‑се йй....

ҺЫРҒА, а л ҡ а

ҺЫРҒА, а л ҡ а, ҡатын‑ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа ярым ай йәки өҙөк балдаҡ рәүешендәге һәм оҙон Һ. булған, уларҙың биҙәкле уртаһына тәңкәле сулпылар йәки муйынсаҡ м‑н мәрйен бөртөктәре тағылған (суҡлы алҡа). Башлыса көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан эшләнгән. Зәргәр деталдәр гравировка, ҡарайтыу,...

ҺЫРҒАНАҠ

ҺЫРҒАНАҠ (Нippophaё), ноҡот һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда эт муйылы һымаҡ Һ. үҫтерелә. Ике өйлө, сәнскеле, ныҡ тарбаҡлы ҡыуаҡ йәки ағас, бейеклеге 3,5 м тиклем, ҡараһыу һоро ҡабыҡлы. Япрағы һаплы, сиратлы, бөтөн,...