Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНТРОПОГЕН ЛАНДШАФТ

АНТРОПОГЕН ЛАНДШАФТ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә үҙгәргән йәки барлыҡҡа килгән географик ландшафт. Ф.Н.Мильков классификацияһына ярашлы, барлыҡҡа килеүенә ҡарап техноген, пироген, дигрессион, һөрөнтө ер һ.б. айырыла; антропоген йөкләнеш характерына ҡарап — а.х. (культуралы көтөүлектәр,...

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә атмосфераға таралған матдәләр. Стационар (сәнәғәт пр‑тиелары, а.х. объекттары) һәм күсмә (транспорт) сығанаҡтар А.т. айыралар. Айырыуса йыш осраусы А.т. — саң-туҙан, газдар (азот, көкөрт һәм углерод оксидтары, углеводородтар), парҙар,...

АНТРОПОГЕН ҮҪЕМЛЕКТӘР

АНТРОПОГЕН ҮҪЕМЛЕКТӘР, синантроп үҫемлектәр, кеше йоғонтоһо һөҙөмтәһендә формалаша. Агрофитоценоздарҙы (а.х. культуралары сәсеүлектәре), сегеталь (а.х. культуралары сәсеүлектәрендәге ҡый үләндәре) һәм рудераль (ташландыҡ ерҙәрҙең һ.б. кеше боҙған йәшәү урындарының үҫемлек бергәлектәре) үҫемлектәрҙе...

АНТРОПОЛОГИК ТИПТАР

АНТРОПОЛОГИК ТИПТАР, кешеләрҙең билдәле бер төркөмдәрен һүрәтләүсе физик төҙөлөштөң нәҫел билдәләре комплексы. А.т. расогенез һәм этногенез һөҙөмтәһендә формалаша. Антропологик тикшеренеүҙәр (ҡара: Антропология) башҡорттарҙың төп 4 антропологик тибы барлығын күрһәтә: субурал, понтий, аҡһыл европеоид,...

АНТРОПОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

АНТРОПОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, антропология ысулдары ярҙамында кешеләрҙең билдәле бер төркөмдәрен (ҡара: Антропологик типтар) һүрәтләүсе физик төҙөлөштөң нәҫел билдәләрен йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. Башҡортостанда тәүге антропологик тикшеренеүҙәр 1875 й. Н.А.Малиев тарафынан үткәрелә:...

АНТРОПОЛОГИЯ

АНТРОПОЛОГИЯ (антропо... һәм ...логия), кешенең килеп сығышы һәм эволюцияһы, кеше расалары барлыҡҡа килеү һәм кешенең физик төҙөлөшөнөң нормаль вариациялары т‑дағы фән. А. төп бүлектәре: морфология (кеше организмы һәм уның өлөштәре үҙгәреүсәнлегенең енес һәм йәш, этнотерр., проф. һ.б. законлыҡтарын...

АНТРОПОНИМИКА

АНТРОПОНИМИКА, ҡара: Ономастика.

АНТЫШЕВ Александр Николаевич

АНТЫШЕВ Александр Николаевич (20.2.1942, БАССР-ҙың Оло Теләк районы Ҡыҙыл Октябрь а., хәҙер БР‑ҙың Иглин районы Оло Теләк а., — 15.6.2020, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй. 1977 й. алып БДПИ‑ла: немец теле кафедраһы мөдире, 1987—96...

АНФЁРОВ Михаил Анисимович

АНФЁРОВ Михаил Анисимович (8.2.1956, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. 2007 й. алып РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑тының Өфө филиалында, 2017 й. башлап ӨДНТУ‑ның Иҡтисад һәм сервис ин‑тында, бер үк ваҡытта Башҡ‑н...

АНЦУБ ЗАВОДЫ

АНЦУБ ЗАВОДЫ, 1730 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1728 й.) Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Анцуб й. буйында (Кама й. басс.) крәҫтиән И.В.Тряпицын, сауҙагәр Г. һәм К.Вяземскийҙар баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Тряпицын һәм Вяземскийҙар, 1735 й. алып С.Иноземцев....

АҢ, кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү

АҢ, кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү, белеү, фекер итеү һәләте; философия, психология һәм социологияның төп төшөнсәләренең береһе. А. шәхси һәм ижт.; кешеләр араһындағы барлыҡ мөнәсәбәттәрҙә сағылыш ала һәм сәйәси, хоҡуҡи, әхлаҡи, дини, ғилми һ.б. булараҡ билдәләнергә мөмкин. Урыҫ дини филос. (С.Н.Булгаков,...

АПАКАЕВ Пётр Андреевич

АПАКАЕВ Пётр Андреевич (2.8.1936, БАССР-ҙың Ҡалтасы районы Иҫке Уръябаш а. — 18.4.2020, Йошкар-Ола ҡ.), педагог. Педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (1993). Мари ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991), Мари АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969). Мари педагогия институтын тамамлағандан һуң...

АПАТИТ

АПАТИТ (гр. apatē — ялған), фосфаттар класы минералы, Ca5[PO4]3(F, Cl, OH)2, составында марганец, стронций, магний, тимер, торий һәм ерҙәһирәк элементтар булыуы мөмкин. Кристалдары алты ҡырлы оҙонса призма, пластинка рәүешендә һәм энәле. Агрегаттары бөртөклө, ҡайһы берҙә бөрө һымаҡ, оолитлы. Төҫө күбеһенсә...

АПИТЕРАПИЯ

АПИТЕРАПИЯ (лат. apis — бал ҡорто һәм терапия), умартасылыҡ продукттары (бал, бал ҡорто ағыуы, балауыҙ, инә ҡорт һөтө, прополис, һеркәләр, һитә) м‑н дауалау. Умартасылыҡ продукттары нигеҙендә әҙерләнгән дарыу препараттарында аминокислоталар, биологик актив матдәләр, витаминдар һ.б. бар; улар иммунитетты...

АПОЛЛОН

АПОЛЛОН (Parnassius apollo), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 9 см тиклем, аҡ (инә күбәләктеке ҡара йәки һары тәңкәләр менән тоноҡланған). Алғы ҡанаттарында (тышҡы сите үтә күренмәле) ҙур, ҡара, артҡыларында ҡара ҡаймалы 2 ҡыҙыл тап айырылып...

АППЕНДИЦИТ

АППЕНДИЦИТ (лат. appendix — ҡушылма), һуҡыр эсәктең селәүсен һымаҡ үҫентеһенең шешеүе. Селәүсен һымаҡ үҫентенең киңлеге тарайғанда йәки йыуан эсәк таштары м‑н ябылғанда, ҡыл селәүсендәр м‑н тығылғанда, лайлалы тиресә шешенгәндә һ.б. барлыҡҡа килә, был ваҡытта эсәктәрҙәге бактериялар шешеү процесының...

АППЛИКАЦИЯ

АППЛИКАЦИЯ (лат. applicatio — ябыу), туҡыма йәки ҡағыҙға төрлө төҫтәге материал киҫәктәрен йәбештереү, тегеү ысулы м‑н нәфис һүрәттәр эшләү; ошо ысул м‑н эшләнгән һүрәт, биҙәк. Башҡорттарҙа А. — тамыры м‑н төрки‑монгол күсмә халыҡтарының боронғо мәҙәниәтенә барып тоташыусы биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең...

АППРОКСИМАЦИЯ

АППРОКСИМАЦИЯ (лат. approximo — яҡынлашам), бер матем. объекттарҙы икенселәре аша яҡынса күрһәтеү. Бер төр объекттарҙы (һандарҙы йәки функцияларҙы) теге йәки был яғынан тәүгеләренә яҡын булған, ләкин уларҙан ябайыраҡ һәм иҫәпләп сығарыуы еңелерәк булған икенселәре м‑н (мәҫ., кәкре һыҙыҡтарҙы уларға...

АПТРАҠ, Көҫәпәй, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/ с үҙәге

АПТРАҠ, Көҫәпәй, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 452 кеше; 1920 — 561; 1939 — 500; 1959 — 402; 1989 — 420; 2002 — 356; 2010 — 312 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...

АПУТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Үтәш а/ с ҡарай

АПУТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Үтәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Үңкерҙе ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Сакалдым й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 337; 1939 — 366; 1956 — 400; 1989 — 333; 2002 — 328; 2010 — 274 кеше. Башҡорттар йәшәй...