Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӨРКӘК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КӨРКӘК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 258 кеше; 1920 — 318; 1939 — 347; 1959 — 313; 1989 — 207; 2002 — 198; 2010 — 186 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға...

КӨРКӘК, һырт

КӨРКӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы, Белорет, Әбйәлил р‑ндары буйлап Маҙар й. (Миндәк й. ҡушылдығы) тамағы киңлегенән Бәләкәй Ҡыҙыл й. тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 16 км, киңлеге 4—5 км тирәһе, абс. бейеклеге 1008 м (Көркәк тауы). Текә битләүле уҡмашҡан массивтарға...

КӨРШӘК, Иглин р‑нындағы ауыл

КӨРШӘК, Иглин р‑нындағы ауыл, Сыуаш-Ҡобау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Сыуаш- Ҡобау т. юл ст. Т. табан 1,5 км алыҫлыҡта Лабау й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 — 218; 1939 — 199; 1959 — 185; 1989 — 182; 2002 — 210; 2010 — 219 кеше. Сыуаштар йәшәй...

КӨРШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

КӨРШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 135 кеше; 1920 — 199; 1939 — 136; 1959 — 163; 1989 — 134; 2002 — 225; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Троицк...

КӨСӨГӘН

КӨСӨГӘН (Aquila heliaca), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ-Көнбайыш Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 72—84 см, ауырлығы 2,4—4,5 кг, ҡанатының ҡоласы 180—215 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡарағусҡыл, арҡаһында аҡ таптар бар. Башы һарғылт ерән, аҡһыл, суҡышы...

КӨСӨГӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл

КӨСӨГӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Көсөгән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1151 кеше; 1920 — 1252; 1939 — 625; 1959 — 429; 1989 — 558; 2002 — 605; 2010 — 588 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта...

КӨСӨК‑МАЯҠ, Учалы р‑нындағы ауыл

КӨСӨК‑МАЯҠ, Маяҡ, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 71 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 223 кеше; 1920 — 299; 1939 — 304; 1959 — 202; 1989 — 114; 2002 — 145; 2010 — 135 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

КӨСӨК, Учалы р‑нындағы ауыл

КӨСӨК, Айкөсөк, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 92 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 244 кеше; 1920 — 351; 1939 — 379; 1959 — 323; 1989 — 114; 2002 — 100; 2010 — 72 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

КӨСӨКБАЙ

КӨСӨКБАЙ (?—18.8.1755), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Батыр. 1755 й. авг. Нуғай даруғаһының көньяҡ-көнсығыш улустары кешеләренән баш күтәреүселәр отряды ойоштора. К. етәкс. баш күтәреүселәр башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә төҙөлгән заводтарҙы...

КӨСӨКОВ Раил Фазыл улы

КӨСӨКОВ Раил Фазыл улы (28.3.1952, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Ҡолой а.), йырсы (лирик-драматик баритон). РФ‑тың атҡ. (2009), БР‑ҙың халыҡ (2000) һәм атҡ. (1997) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Көсөковтар нәҫеленән. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1978; М.Ғ.Мортазина класы) БДОБТ солисы. Йылы...

КӨСӨКӨВТАР

КӨСӨКӨВТАР, дворяндар нәҫеле. Силәбе өйәҙе (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) Барын-Табын улусы Иҫәнгилде а. башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Көсөк, сотник. Уның улы — Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) К. (1764 й. — 1840 й. һуң), 10‑сы класлы чиновник (1821). Рус-прус-француз һуғышында (1806—07) ҡатнашыусы. 1800—25 йй....

КӨСТӨҒОЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

КӨСТӨҒОЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡарлыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. табан 12 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 71 кеше; 1920 — 105; 1939 — 156; 1959 — 166; 1989 — 172; 2002 — 235; 2010 — 171 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...

КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ

КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ (? — 1738 й. сент., Ырымбур ҡ.), 1737—38 йй. башҡ. ихтилалы [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорто. Батыр. 1737 й. яҙында Рысай Иғембәтов м‑н берлектә Себер даруғаһында һуғыша. Йәйен К.С. отряды (300‑гә яҡын кеше) Ҡазан даруғаһында,...

КӨҪӘПӘЙ, Салауат р‑нындағы ауыл

КӨҪӘПӘЙ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 27 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 56 км алыҫлыҡта Муҡшы й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 229 кеше; 1920 — 332; 1939 — 226; 1959 — 243; 1989 — 207; 2002 — 241; 2010 — 250...

КӨҪӘПҠОЛ, ауыл, Ишембай ҡ. эсендә

КӨҪӘПҠОЛ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә. Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. (ауылда И.И.Лепёхин булып киткән) алып билдәле. Улус старшинаһы Көҫәпҡол Азатов исеме м‑н аталған. 1795 й. 45 йортта 220 кеше йәшәгән. 1865 й. һуңынан бергә иҫәпкә алынған...

КӨТӨҮ ЯҢЫРТЫУ

КӨТӨҮ ЯҢЫРТЫУ, а.х. малдарын үрсетеү һәм йәш мал үҫтереү юлы м‑н тергеҙеү һәм арттырыу процесы. Ябай (көтөүҙәге мал һаны үҙгәрешһеҙ ҡала) һәм киңәйтелгән (көтөүҙәге мал һаны йыл һайын арта) К.я. айырыла. К.я. ваҡытында малдың тоҡом һәм етештереү сифаттарын яҡшыртыу ҡарала. К.я. темптары малдың һәр төрөнөң...

КӨТӨҮЛЕК ДИГРЕССИЯҺЫ

КӨТӨҮЛЕК ДИГРЕССИЯҺЫ, мал көтөү арҡаһында экосистемалар торошоноң насарайыуы. К.д. барышында үҫемлектәр донъяһының составы, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре үҙгәрә, көтөүлектәрҙең продуктлылығы һәм үҫемлектәр япмаһының проекция ҡаплауы кәмей. Һөҙөмтәлә фитоценоздың...

КӨТӨҮЛЕКТӘР

КӨТӨҮЛЕКТӘР, үләне малдарҙы йөрөтөп ашатыу өсөн файҙаланылған ерҙәр. Тәбиғи (ҡара: Тәбиғи мал аҙығы ерҙәре) һәм сәселгән (культуралы) К. айырыла. Тәбиғи К. башлыса күп йыллыҡ ҡырағай үләндәрҙән тора. Сәселгән К. күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы ҡатнашмаларын сәсеү юлы м‑н булдырыла...

КӨТӨҮСЕ МУҠСАҺЫ

КӨТӨҮСЕ МУҠСАҺЫ (Capsella), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай К.м. үҫә. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 5—40 см. Аҫҡы япраҡтары һаплы, оҙонса‑ланцет формаһында,...

КӨШӨЛ

КӨШӨЛ (Arvicola terrestris), ирлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Бөтә Европала, Төньяҡ һәм Алғы Азияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 25 см тиклем, ауырлығы 250 г тиклем. Йөнө ҡуңыр, ҡаты ҡыллы. Мороно йомро, ҡолағы һәм күҙе бәләкәй. Аяҡ табаны яланғас, яҡшы үҫешкән һөйәлле һәм ян-яғында ҡуйы йөндән...