Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨЛӨШ

ӨЛӨШ, м ө с ә й, башҡорт аш-һыуындағы традицион ит аҙығы. Майлы һарыҡ, йылҡы, һыйыр, һирәгерәк ҡош итенән әҙерләнә. Итте бешерәләр һәм өлөштәргә бүлеп табаҡҡа һалалар, ҡайһы берҙә ҡаҙы, тултырма, һалма өҫтәйҙәр, өҫтөнә һурпанан һөҙөп алынған тоҙлоҡ ҡоялар. Ө. м‑н бергә һоғондороу йолаһы (ҡулдан ашатыу)...

ӨМӘ

ӨМӘ, башҡорттарҙа бер‑береңә ярҙам итеү йолаһы, община эсендә үҙ‑ара мөнәсәбәттәр нормаларының береһе. Күмәкләп ауылдарҙы төҙөкләндереү (ҡара: Ауыл), юл һәм күперҙәр төҙөү, мәсет һ.б. һалыу (ҡағиҙә булараҡ, был эштәрҙә ир‑ат ҡатнашҡан) Ө. айы‑ рыуса әһәмиәтле формаһы булып һаналған. Уны ойоштороу б‑са...

ӨМӘТӘЙ УРАҘЫМБӘТОВ

ӨМӘТӘЙ УРАҘЫМБӘТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Һарт улусы Һарт а. (хәҙ. Дыуан р‑ны Әбдрәшит а.) башҡорто. Польша походында (1771—73) ҡатнашыусы. Һарт улусы старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. дек. ҡушыла, үҙ улусында башҡорттарҙы баш күтәреүселәр...

ӨМБӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ӨМБӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта Оло Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й.– 480 кеше; 1920 – 543;__ 1939 – 413; 1959 – 360; 1989 – 494; 2002 – 516; 2010 – 413...

ӨММӘТИ Зыя Ибраһим улы

ӨММӘТИ Зыя Ибраһим улы [1885, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сурапан а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) – 1943, шунда уҡ], яҙыусы. “Ғосмания” (1898 й. алып), “Ғәлиә” (1906—09) мәҙрәсәләрендә уҡыған. 1910 й. алып Өфө губ. Бөрө өйәҙе мәктәптәрендә уҡыта, 1923 й. — а.х. төрлө тармаҡтарында эшләй. Яҙыусының “Аталарға – ғибрәт,...

ӨММИ КАМАЛ

ӨММИ КАМАЛ, И с м ә ғ и л (?—1475), төрки суфый шағиры. Ә.Йәсәүи, Баҡырғаниҙың суфыйсылыҡ традицияларына эйәргән. Ө.К. тормошо т‑да тулы мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Тикшеренеүселәр уның биографияһын Ҡырым, Кавказ арты, Кесе Азия, ш. уҡ Урал‑Волга буйы м‑н бәйләй. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡорттар һәм татарҙар...

ӨМӨТБАЕВ Вил Ғайса улы

ӨМӨТБАЕВ Вил Ғайса улы (18.2.1938, БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Асҡар а. — 12.12.2020, Өфө ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан...

ӨМӨТБАЕВ М. МУЗЕЙЫ

ӨМӨТБАЕВ М. МУЗЕЙЫ, Милли әҙәби музей филиалы (2002). Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ибраһим а. урынлашҡан. 1991 й. М.И.Өмөтбаевтың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы мемориаль музей, Милли музей филиалы булараҡ ойошторола. Музей фондында 170‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Өмөтбаевтың шәхси әйберҙәре, “Йәдкәр” китабы,...

ӨМӨТБАЕВ Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы

ӨМӨТБАЕВ Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы [21.8. 1841, Ырымбур губ. Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусы Ибраһим а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 28.6. 1907, шунда уҡ], башҡ. мәғрифәтсе‑шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре, публицист. Титулярный советник (1892). Өмөтбаевтар нәҫеленән. Башланғыс...

ӨМӨТБАЕВ Рамаҙан Ғимран улы

ӨМӨТБАЕВ Рамаҙан Ғимран улы [7.4.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Әлмөхәмәт а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) – 24.8.1997, Өфө], совет партия-дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Иҡт. ф. канд. (1967). РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1958). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). Б.В. һуғышында...

ӨМӨТБАЕВТАР

ӨМӨТБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Йомран-Табын улусы Ибраһим а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Өмөтбай Мырҙашев. 1683 й. Йомран-Табын улусы ерҙәрен биләүгә батша грамотаһы ала. Үҙ улусы‑ нан аманат була. Ө. нәҫеленән иң билдәлеләре: Көҫәпҡол Ғәббәс улы Ө....

ӨМӨТБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ӨМӨТБАЙ, Кирәй, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Билал а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 76 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Бүреле й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 403 кеше; 1920 — 621; 1939 — 423; 1959 — 425; 1989 — 515; 2002 — 570; 2010 — 535 кеше. Башҡорттар...

ӨМӨТБАЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ӨМӨТБАЙ, Ҡ а л м а ҡ, Я х ъ я, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Һарайҫа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 39 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 178 кеше; 1920 – 202; 1939 – 230; 1959 – 206; 1989 – 140; 2002 – 104; 2010 – 113 кеше. Башҡорттар...

ӨНДӘРҘЕҢ КОМБИНАТОРЛЫ ҮҘГӘРЕШЕ

ӨНДӘРҘЕҢ КОМБИНАТОРЛЫ ҮҘГӘРЕШЕ, телмәр ағышында өндәрҙең бер‑береһенә тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән фонетик үҙгәрештәр. Ө.к.ү. билдәле бер телдең артикуляцион база үҙенсәлектәре һәм телдең эске закондары м‑н тығыҙ бәйләнештә булған һәр телдә ҡабул ителгән ҡағиҙәләр м‑н билдәләнә. Фонологик...

ӨПӘЙ

ӨПӘЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составында булған. Тамғалары: . Этник яҡтан төрки ҡәбиләләрҙең ҙур йоғонтоһон кисергән фин-уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. “Өпәй” этнонимы сыуаштарҙа билдәле. 13—14 бб. көньяҡ Урал алдынан төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа күсенеп, Әй й. басс. таралып ултырғандар,...

ӨПӘЛЕ ЗАВОДТАРЫ

ӨПӘЛЕ ЗАВОДТАРЫ, Үрге Ө.з. 1760 й. Себер даруғаһының Ҡатай һәм Шуран улусы башҡорттары ерендә — И.П. (Кесе) Мосолов (ҡара: Мосоловтар), Түб. Ө.з. 1818 й. (башҡа сығанаҡтар б‑са, 1813 й.) М.П.Губин (ҡара: Губиндар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ Өпәле й. (Өфө й. ҡушылдығы)...

ӨРӘК

ӨРӘК, башҡ. мифологияһында үҙ үлеме м‑н үлмәгән кешенең йәне, шәүләһе. Хөрәфәттәр б‑са, кешеләр үлгән йәки күмелгән урындарҙа йәшәй. Оҙон аҡ кейемдәге оҙон буйлы ябыҡ кеше ҡиәфәтендә һүрәтләнә. Ғәҙәттә төндә йөрөй, тауышһыҙ хәрәкәт итә. Күбеһенсә кеше үлтереүселәргә килә, ишек туҡылдатып, илап шом һала....

ӨРГӨН, Учалы р‑нындағы ауыл

ӨРГӨН, М у л д а ш, Учалы р‑нындағы ауыл, Учалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. табан 16 км һәм Учалы т. юл ст. 8 км алыҫлыҡта Өргөн күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 919 кеше; 1920 — 1191; 1939 — 644; 1959 — 647; 1989 — 581; 2002 — 613; 2010 — 569 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (элекке...

ӨРГӨН, күл

ӨРГӨН, Урал й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Учалы а. төньяҡҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 9,16 км2, оҙонлоғо 4,4 км, уртаса киңлеге 1,9 км (макс. — 2,5 км), уртаса тәрәнлеге 5,2 м (макс. — 7,7 м), һыу күләме 47,6 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 39,1 км2. Тектоник күл, көнбайышта...

ӨРКӘ

ӨРКӘ, ө р к ү л ә н (Anthoxanthum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Ө. үҫә. Кәүшәк кәҫтәр барлыҡҡа килтерә торған 30—50 см бейеклектәге күп йыллыҡ үлән. Япрағы тар, яҫы. Башағы өс сәскәле,...