Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ

БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ, АСБР‑ҙың Хәрби‑революцион комитеты, Башревком, АСБР-ҙа властың юғары органы. 1919 й. мартында Орск өйәҙе Темәс а. төҙөлгән Башҡ. респ. Ваҡытлы революцион ком‑ты нигеҙендә ойошторола. Апр. алып Саранск ҡ., авг. — Стәрлетамаҡ ҡ. урынлаша. 1919 й. 22 февр. эш башлай...

БАШҠОРТОСТАН ҺЫУЫТЫУ КОМБИНАТЫ

БАШҠОРТОСТАН ҺЫУЫТЫУ КОМБИНАТЫ, сауҙа-сәнәғәт фирмаһы, ААЙ. Аҙыҡ-түлек тауарҙары (800‑гә яҡын төр) м‑н күмәртәләп сауҙа итеүҙе, туңдырма (90‑дан ашыу төр) етештереүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: һыуытҡыс (4 мең т һыйҙырышлы), компрессорҙар эшләү, механика, энергетика (бөтәһе...

БАШҠОРТОСТАН ЯҒЫУЛЫҠ КОМПАНИЯҺЫ

БАШҠОРТОСТАН ЯҒЫУЛЫҠ КОМПАНИЯҺЫ, 1998 й. Өфөлә “Б.я.к.” ААЙ булараҡ нигеҙ һалына, 2006 й. ябыла. БР‑ҙың яғыулыҡ-энергетика комплексы пр‑тиелары — “Башкирэнерго”, “Башнефть”, Башҡортостан нефтехимия компанияһы, Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре, “Уралтранснефтепродукт” — эшмәкәрлеген координациялаған. Тәрж....

БАШҠОРТОСТАН, бәләкәй планета

БАШҠОРТОСТАН, 2657‑се бәләкәй планета (ҡара: Астероидтар). Ҡояштан — уртаса 476 млн км, Ерҙән кәмендә 257 млн км алыҫлыҡта. Диам. — яҡынса 17 км. Оппозициялағы яҡтылығы — 16,3 йондоҙ дәүмәле. Н.С.Черных (Ҡырым астрофизика обсерваторияһы) тарафынан 1979 й. 23 сент. асыла. Башҡ. АССР‑ы хөрмәтенә атала....

БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит

“БАШҠОРТОСТАН”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 4 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Тиражы — 6,5 мең дана (2015). 1917 й. июненән Ырымбур ҡ. “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” исеме аҫтында...

БАШҠОРТОСТАНДЫ ӨЙРӘНЕҮ ЙӘМҒИӘТЕ

БАШҠОРТОСТАНДЫ ӨЙРӘНЕҮ ЙӘМҒИӘТЕ, АСБР ҮБК‑ның 1922 й. 16 февр. ҡарары м‑н Стәрлетамаҡ ҡ. Мәғариф ХК (ҡара: Академүҙәк) эргәһендә Башҡортостандың көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү йәмғиәте булараҡ ойошторола. 1922 й. сент. Көньяҡ Уралды өйрәнеү йәмғиәте м‑н берләштерелә, Өфөгә күсерелә һәм Башҡортостанды...

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ РУС ДӘҮЛӘТЕНӘ ҠУШЫЛЫУЫ

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ РУС ДӘҮЛӘТЕНӘ ҠУШЫЛЫУЫ, башҡорттарҙың килешеү нигеҙендә Рус дәүләте составына инеүе. 16 б. уртаһына тиклем Башҡортостан Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы һәм Әстерхан ханлығы составында була. Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң батша Иван IV башҡорттарға үҙ ирке м‑н Рус дәүләте...

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АЛДЫ

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АЛДЫ, Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан БР‑ҙың адм. сигенә тиклемге терр‑яны биләй. Көнсығыш тәбиғи сиктәре: Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) башы, Һарыяҡ һыртының көнбайыш битләүҙәре, Әй й. (тауҙарҙан сыҡҡан урыны), Ҡаратау һыртының төньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәре, Эҫем һәм Ләмәҙ йй....

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АРЪЯҒЫ

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АРЪЯҒЫ, БР‑ҙың көнсығыш сиге буйлап тар һыҙат булып һуҙыла. Көнбайыш тәбиғи сиктәре: Уралтау һырты (Белорет ҡ. киңлегенә тиклем), Ҡырҡтытау, Ирәндек, Һаҡмар й. үҙәне. Майҙаны яҡынса 17 мең км2. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш ҡабырғаһына тура килә. Өҫтө көнсығышҡа табан...

БАШҠОРТТАР

БАШҠОРТТАР (үҙ атамаһы — башҡорт), халыҡ, Башҡортостан Республикаһының төп халҡы. Б. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 1449,2 мең кеше, РСФСР‑ҙа — 1345,3 мең, БАССР‑ҙа — 863,8 мең; 2002 й. РФ‑та — 1673,4 мең, БР‑ҙа — 1221,3 мең (ҡара: табл.); 2010 й. РФ‑та — 1584,6 мең, БР‑ҙа — 1172,3 мең. Рәсәйҙән ситтә Б. (1989 й....

БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ФӘН

БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ФӘН. Б.т.ф. өйрәнеү предметы — башҡ. халҡының этногенезы, тарихы һәм хәҙ. торошо, матди һәм рухи мәҙәниәте. Рәсәйҙә Б.т.ф. барлыҡҡа килеүе 18 б. 2‑се ярт. ҡарай: Академик экспедициялар барышында Башҡортостандың геогр. урынын һәм тәбиғәт, климат шарттарын тикшереү башлана, тәүге...

БАШҠОРТТАРҘЫҢ АҪАБАЛЫҠ ХОҠУҒЫ

БАШҠОРТТАРҘЫҢ АҪАБАЛЫҠ ХОҠУҒЫ, аҫаба башҡорттарҙың ер биләү, ерҙе файҙаланыу һәм ергә хужа булыу тәртибен көйләүсе хоҡуҡи нормалар йыйылмаһы. Боронғо йола хоҡуғы нормаларына барып тоташа. Б.а.х. башҡорт йәмғиәте эсендә (ҡара: Социаль структура), аҫаба башҡорттар м‑н дәүләт, аҫаба башҡорттар м‑н төрлө...

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, башҡ. милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолғандар. БР-ҙа, РФ субъекттарында һәм сит илдәрҙә бар (ҡара: 1, 2 табл.). Б.й.б. ватандаштарҙың осрашыуҙарын, башҡ. мәҙәниәте көндәре, ҡоролтайҙар, мосолман байрамдары, һабантуйҙар, конкурстар (“Һылыуҡай”...

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ХӘРБИ ХЕҘМӘТЕ

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ХӘРБИ ХЕҘМӘТЕ, Башҡортостан состав өлөшө булып торған дәүләттәрҙә башҡорттарҙың хәрби йөкләмәһе. 10 б. 1‑се ярт. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 9 б. 1‑се ярт.) башҡ. ҡәбиләләре етәксеһе Башҡорт 2 мең һыбайлы м‑н Хазар ҡағанаты ғәскәрендә Ҡыймаҡ ҡағанаты сигендә хеҙмәт итә. Башҡортостандың Монгол...

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЫРЫУ-ҠӘБИЛӘ ҠОРОЛОШО

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЫРЫУ-ҠӘБИЛӘ ҠОРОЛОШО, башҡ. йәмғиәтенең генеалогик туғанлыҡҡа ҡоролған традицион структураһы. Ярым күсмә (ҡара: Күсмә тормош), малсылыҡ хужалыҡ‑мәҙәни тибы өҫтөнлөк итеү шарттарында барлыҡҡа килә, йола һәм тарихи‑мәҙәни традициялар м‑н бәйле була. Тарихи сығанаҡтарҙа, ш. иҫ. шәжәрәләрҙә,...

БАШҠЫБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

БАШҠЫБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Яңғыҙнарат а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 65 км алыҫлыҡта Башҡы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 622 кеше; 1920 — 602; 1939 — 494; 1959 — 433; 1989 — 314; 2002 — 290; 2010 — 252 кеше....

БАШЛАНҒЫС БЕЛЕМ

БАШЛАНҒЫС БЕЛЕМ, дөйөм белемдең тәүге баҫҡысы, маҡсаты — уҡыусылар тарафынан танып белеү һәләттәрен һәм соц. аралашыуҙы үҫтереүҙе тәьмин иткән дөйөм белемдең башланғыс белемен үҙләштереү, ш. уҡ уҡыу эшмәкәрлегенең төп күнекмәләрен формалаштырыу. РФ-та балаларҙы башланғыс уҡытыу 7 (6) йәштән башлана,...

БАШЛАНҒЫС ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ

БАШЛАНҒЫС ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ, проф. белемдең тәүге баҫҡысы, маҡсаты — йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре б‑са квалификациялы хеҙм‑рҙәр әҙерләү. 2012 й. 29 дек. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” законға ярашлы, Б.п.б. квалификациялы эшселәр (хеҙмәткәрҙәр) әҙерләү программалары б‑са...