Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БРЕКЧИЯ, тау тоҡомо

БРЕКЧИЯ (итальянса breccia), бер төрлө йәки төрлө‑төрлө тигеҙһеҙ ватыҡтарҙан (10 мм ашыу) һәм цементтан торған тау тоҡомо. Б. ингән ватыҡтар составы буйынса ғәҙәттә цементтан ҡырҡа айырыла, тик ҡайһы берҙә уға оҡшаш булыуы мөмкин. Ватыҡтарының үлсәме буйынса Б. ҙур киҫәклеләргә (1000 мм ашыу), эре,...

БРЕСТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

БРЕСТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1939 й. сент. Өфөлә 98‑се тау уҡсылар див. нигеҙендә 186‑сы уҡсылар див. булараҡ ойошторола. Див. составына 238‑се, 290‑сы һәм 298‑се (Белорет ҡ. ойошторола) уҡсылар, 327‑се еңел һәм 446‑сы гаубица (Бөрө ҡ. ойошторола) артиллерия полктары, 227‑се танкыға ҡаршы мылтыҡтар һәм...

БРЕХОВА Галина Николаевна

БРЕХОВА Галина Николаевна (4.6.1945, Находка ҡ.), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1988). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1969). 1965 й. алып “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”; ҡара: “Белебеевские известия”) Бәләбәй р‑н гәзите эргәһендәге радиотапшырыуҙың хәбәрсе‑ойоштороусыһы....

БРЕШКО‑БРЕШКОВСКАЯ Екатерина Константиновна

БРЕШКО‑БРЕШКОВСКАЯ Екатерина Константиновна (13.1.1844, Витебск губ. Иванов а. — 12.9.1934, Хвалы‑Почернице а., Чехословакия), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворяндарҙан. Социал‑революционерҙар партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1874—96 йй. һәм 1907—17 йй. төрмәлә, каторгала һәм һөргөндә була. Революция...

БРИЗДАР

БРИЗДАР, диңгеҙ, ҙур күл, һыуһаҡлағыс һәм йылға ярҙары буйлап тәүлек әйләнәһенә ҡабатланып тороусы термик сығышлы урындағы еңелсә ел. Көндөҙгө Б. һыу өҫтөнән йылынған ярға табан, төнгө Б. һыуынған ярҙан һыу ятҡылығына иҫә. Тропиктарға хас. Уртаса киңлектәрҙә Б. көсһөҙөрәк, аҙ болотло һауа торошо шарттарында...

БРИКС

БРИКС (ингл. BRICS), Бразилия Федератив Респ., Рәсәй Федерацияһы, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһының формаль булмаған дәүләт-ара берекмәһе. БРИКС-тың халыҡ-ара ареналағы йоғонтоһоноң нигеҙен ҡатнашыусы илдәрҙең үҫешкән иҡт. ҡеүәте, глобаль иҡт. үҫешенең төп этәргес көстәренең береһе булараҡ...

БРИЛЛИАНТОВ Александр Иванович

БРИЛЛИАНТОВ Александр Иванович (1870—?), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1907 й. алып Социал-революционерҙар партияһы, 1917 й. — Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы ағзаһы. Священник ғаиләһенән. 1890 й. башлап Енисей губ. Еловский а., 1902 й. — Минусинск ҡ. священник. Партияға ингән...

БРИОЛОГИЯ

БРИОЛОГИЯ (гр. bryon — мүк һәм ...логия), ботаниканың мүктәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. Мүктәрҙең морфол., анатомияһын, эмбриологияһын, физиол., биохимияһын, мүк һымаҡтар төрҙәренең һәм бергәлектәренең экологияһын һәм геогр. өйрәнә. Башҡортостан мүктәрен тикшереү тәүге тапҡыр 19 б. аҙ. үткәрелә (Ю.Шелль, О.А.Федченко,...

БРИЦКЕ Эргард Викторович

БРИЦКЕ Эргард Викторович (8.1.1877, Рига — 28.9.1953, Мәскәү), химик‑технолог һәм металлург. СССР ФА (1932; 1936—39 йй. вице‑президенты) һәм В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. ФА акад. (1936). 1941—44 йй. СССР ФА‑ның Урал ресурстарын мобилизациялау комиссияһы рәйесе урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре минераль сеймал...

БРОДСКАЯ Валентина Егоровна

БРОДСКАЯ Валентина Егоровна (14.7.1939, Смоленск өлк. Михайловский а.), актриса, БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1985) артисы. Ташкент ун‑тын тамамлағандан һуң (1968) Петропавловск‑Камчатский, Ташкент һәм Фирғәнә ҡҡ. театрҙарында эшләй. 1972 й. алып Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры актрисаһы. Б. ижад...

БРОДСКИЙ Александр Ильич

БРОДСКИЙ Александр Ильич (6.6.1895, Екатеринослав ҡ. — 21.8.1969, Киев), физик‑химик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), Украина ССР‑ы ФА акад. (1939). Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). Фәнни хеҙмәттәре химик термодинамика, эретмәләр электрохимияһы, изотоптар химияһы, химик бәйләнештәр теорияһы өлкәһендәге...

БРОДСКИЙ Пётр Абрамович

БРОДСКИЙ Пётр Абрамович (30.7.1935, Днепропетровск ҡ. — 26.11.2010, Израиль), инженер. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1985). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1976), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1986). Мәскәү химия-технология институтын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз геологик...

БРОЙЛЕР

БРОЙЛЕР (ингл. broiler), үҫтереү өсөн ем аҙ сарыф ителгән тиҙ үҫеүсе һәм өлгөрөүсе гибрид бала ҡош. Б. махсуслаштырылған ит йәки ит‑йомортҡа тоҡомдары линияларын аталандырыу юлы м‑н сығарыла. Б. производствоһында себеш һәм өйрәк бәпкәһе 8 аҙнаға тиклем үҫтерелә, ҡаҙ бәпкәһе һәм мысыр тауығы себеше —...

БРОЙЛЕР

БРОЙЛЕР (ингл. broiler), үҫтереү өсөн ем аҙ сарыф ителгән тиҙ үҫеүсе һәм өлгөрөүсе гибрид бала ҡош. Б. махсуслаштырылған ит йәки ит‑йомортҡа тоҡомдары линияларын аталандырыу юлы м‑н сығарыла. Б. производствоһында себеш һәм өйрәк бәпкәһе 8 аҙнаға тиклем үҫтерелә, ҡаҙ бәпкәһе һәм мысыр тауығы себеше —...

БРОНЕПОЕЗДАР

БРОНЕПОЕЗДАР, артиллерия һәм пулемёттар м‑н ҡоралландырылған бронялы тимер юл составтары, 19 б. һуңғы сирегендә — 20 б. 1‑се ярт. Америка һәм Европа илдәре армияһында ғәскәрҙәргә ут м‑н ярҙам итеү һәм үҙ аллы хәрби хәрәкәт алып барыу өсөн ҡулланыла. Бер нисә Б. дивизионға берләшә. Б. хәрби өлөштән (бронепаровоз,...

БРОНЗА БЫУАТЫ

БРОНЗА БЫУАТЫ, баҡыр металлургияһынан еңел иреүсәнлеге (700—900°C), яҡшы ҡойолоусанлығы, тутығыуға сыҙамлылығы, механик һәм технологик үҙенсәлектәре м‑н айырылып торған бронзаны (баҡырҙың мышаяҡ, аҡ ҡурғаш, ҡурғаш һәм һөрмә м‑н иретмәһе) файҙаланыуға күсеү м‑н билдәләнеүсе тарихи-мәҙәни дәүер. 3 осорға...

БРОНХИАЛЬ АСТМА

БРОНХИАЛЬ АСТМА, тын алыу юлдарының хроник шешеү ауырыуы. Еңел, уртаса һәм ауыр дәрәжәләге; экзоген һәм эндоген Б.а. һ.б. айыралар. Б.а. барлыҡҡа килеүенә генетик бирешеүсәнлек, көнкүреш (туҙан, йорт хайуандары ҡауырһыны һәм йөнө, үҫемлектәр һеркәһе һ.б.) һәм производство (химик матдәләр, төтөн һ.б.)...

БРОНХИТ

БРОНХИТ (гр. bronchos — боғарлаҡ, трахея), бронхыларҙың шешеүе. Кешелә Б. үҙ аллы һәм юлдаш сирбулараҡ осрай. Б. киҫкен һәм хроник, катараль һәм обструктив төрҙәргә айырыла. Б. үҫешенә вируслы һәм бактериаль инфекциялар, химик матдәләр йоғонтоһо, танау аша тын алыуҙың боҙолоуы, өшөү, тәмәке тартыу һ.б....

БРОНШТЕЙН Ефим Михайлович

БРОНШТЕЙН Ефим Михайлович (20.7.1946, Өфө), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡабарынҡылыҡ анализына һәм финанс математикаһына арналған. Б. шарҙың ҡабарынҡы аҫкүмәклектәренән торған...

БРУСЯНИН Василий Васильевич

БРУСЯНИН Василий Васильевич (1.9.1867, Бөгөлмә ҡ. — 30.7.1919, Орёл губ., Өфөлә ерләнгән), яҙыусы. 1878 й. алып Өфө өйәҙ, һуңынан ерүлсәү уч‑щеларында уҡый. 90‑сы йй.2‑се ярт. С.‑Петербург ҡ. күсә: 1897 й. башлап “Новое слово” (“Яңы һүҙ”) ж. хеҙм‑ре, һуңыраҡ “Звезда” (“Йондоҙ”) ж. бүлек мөдире, 1903—05 йй....