Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙЫЛАНБАШ

ЙЫЛАНБАШ (Dracocephalum), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 45 төрө билдәле, башлыса Евразияның тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Бер, ике, күп йыллыҡ үләндәр. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Һабаҡтары төҙ, тармаҡлы, ҡайһы берҙә аҫҡы өлөштәре ағасҡа әйләнә, бейеклеге 10—70 см....

ЙЫЛАНДАР

ЙЫЛАНДАР (Serpentes, йәки Ophidia), һөйрәлеүселәр отряды. Яҡынса 3 мең төрө, 13 ғаиләһе билдәле. Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа туҙбаш йыландар (баҡыр йылан, таш йыланы, һыу туҙбаш йыланы һәм ябай туҙбаш Й.) һәм ҡара Й. (ябай һәм дала ҡара йыландары) ғаиләләренә ҡараған 6 төрө бар....

ЙЫЛАНҠУҘАҠ

ЙЫЛАНҠУҘАҠ (Lotus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда күренмәгән Й. (күп йыллыҡ) һәм украин Й. (бер йыллыҡ) үҫә. Һабаҡтары йәйенке, күтәрелеүсән йәки төҙ, бейеклеге 10—40 см. Япраҡтары парһыҙ ҡауырһынлы, 5 кире йомортҡа...

ЙЫЛАНЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Йыланлы й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2031 кеше; 1920 — 2201; 1939 — 1950; 1959 — 1297; 1989 — 870; 2002 — 893; 2010 — 796 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ЙЫЛАНТӨП, Дыуан р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНТӨП, Дыуан р‑нындағы ауыл, Өлкөндө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 423 кеше; 1920 — 753; 1939 — 399; 1959 — 405; 1989 — 141; 2002 — 119; 2010 — 85 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

ЙЫЛАНЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан‑Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 96 км алыҫлыҡта Йыланыш й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 265 кеше; 1959 — 273; 1989 — 185; 2002 — 221; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЙЫЛАНЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 36 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 531 кеше; 1920 — 853; 1939 — 521; 1959 — 498; 1989 — 259; 2002 — 317; 2010 — 343 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

ЙЫЛБОЛАҠ‑МАТВЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ЙЫЛБОЛАҠ‑МАТВЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Ключёвка й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1023 кеше; 1920 — 1041; 1939 — 610; 1959 — 489; 1989 — 394; 2002 — 435; 2010 — 371 кеше. Сыуаштар...

ЙЫЛБОЛАҠТАМАҠ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ЙЫЛБОЛАҠТАМАҠ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Йылболаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 836 кеше; 1920 — 1048; 1939 — 821; 1959 — 640; 1989 — 720; 2002 — 741; 2010 — 623 кеше. Татарҙар,...

ЙЫЛҒА БАҒЫРЫ

ЙЫЛҒА БАҒЫРЫ (Salmo trutta morpha fario), һөмбаш һымаҡтар отрядының һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Аҡ, Балтик, Баренц, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәр басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо — 35 см тиклем, ауырлығы 0,2—0,8 кг. Кәүҙәһе һомғол, торпеда формаһында, ваҡ тығыҙ тәңкә м‑н ҡапланған. Төҫө үҙгәреүсән, ғәҙәттә...

ЙЫЛҒА ДРЕЙССЕНАҺЫ

ЙЫЛҒА ДРЕЙССЕНАҺЫ (Dreissena polymorpha), ҡабырсаҡтар төрө. Башлыса сөсө һыуҙа, ш. уҡ Каспий, Азов, Арал һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙә таралған. Ҡабырсағы өсмөйөш формаһында, оҙонлоғо 3—5 см, йәшкелт һары төҫтә, көрән һыҙатлы. Йоҙаҡ тештәре юҡ. Мантияһында аяғын һәм биссусын (беркетеүсе еп) сығарыу өсөн тишек...

ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО

  ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО (Castor fiber), кимереүселәр отрядының ҡондоҙҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның урман зонаһынан алып дала зонаһына тиклем таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 120 см тиклем, ауырлығы 35 кг тиклем. Йөнө ҡуйы, асыҡ көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем, һыуланмай. Ҡолаҡ япраҡтары һәм танау...

ЙЫЛҒА ТРАНСПОРТЫ

ЙЫЛҒА ТРАНСПОРТЫ, эске һыу юлдары буйлап пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы тормошҡа ашырған транспорт төрө. Ырымбур губернаһында 18 б. төп бәйләнеш юлдары булып йылғалар торған. Яҙғы ташҡын ваҡытында йылғалар буйлап ауыр йөклө үҙе йөрөмәгән судноларҙа Урал тау заводтары продукцияһы сығарыла. Һәр бер судно...

ЙЫЛҒА УЧИЛИЩЕҺЫ

ЙЫЛҒА УЧИЛИЩЕҺЫ, 1970 й. Өфө команда йылға уч‑щеһы булараҡ асыла, 2005 й. алып Мәскәү һыу транспорты акад. филиалы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: ташыуҙы ойоштороу һәм транспортта идара итеү, хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, суднолар йөрөтөү,...

ЙЫЛҒАЛАР

ЙЫЛҒАЛАР, үҙҙәре һалған юл б‑са аҡҡан, үҙҙәренең һыу йыйыу бассейнының ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙары м‑н туйынған һыу ағымдары. Рельефтың уйпат формаларында — үҙәндәрҙә ағалар. Й. башы (башланған урыны) һәм тамағы (диңгеҙгә ҡойған йәки башҡа Й. м‑н ҡушылған урыны) айырыла. Й. күлдәрҙән, һаҙлыҡтарҙан,...

ЙЫЛҠЫ БОРСАҒЫ

ЙЫЛҠЫ БОРСАҒЫ (Onobrychis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 130‑ҙан ашыу төрө билдәле, Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: ғәҙәти, йәки кәрешкә япраҡлы Й.б. һәм ҡомлоҡ Й.б. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, күтәрелеүсән, тармаҡлы, яҡшы япраҡланған (яҡынса 40%‑ы),...

ЙЫЛҠЫБАЙ, Өфө составында ауыл

ЙЫЛҠЫБАЙ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында. Калинин р‑нының Фёдоровка а/с ҡарай. Өфөнән К.‑Көнс. 47 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 105 кеше; 1920 — 128; 1939 — 195; 1959 — 180; 1989 — 40; 2002 — 28; 2010 — 61 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө...

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН АНЕМИЯҺЫ

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН АНЕМИЯҺЫ, йомро тояҡлыларҙың инфекцион ауырыуы, уға ҡабатланыусы биҙгәк, анемия, шешенеүҙәр һәм оҙайлы вирус йөрөтөүсәнлек хас. Ауырыуҙы Retroviridae ғаиләһенә ҡараған вирус тыуҙыра. Ауырыуҙың үтә киҫкен, киҫкен, киҫкенгә яҡын, хроник һәм латент (йәшерен) ағышы айырыла. Йылҡы, һирәгерәк...

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН ЭНЦЕФАЛОМИЕЛИТЫ

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН ЭНЦЕФАЛОМИЕЛИТЫ, киҫкен вируслы ауырыу, уға үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлегенең ҡаҡшауы, ашҡаҙан‑эсәк юлы һәм бәүел ҡыуығы парезы, һары ауырыуы хас. Тыуҙырыусыһы — классификацияланмаған вирус. Ауырыуҙың көслө, тыныс, һирәгерәк латент (симптомһыҙ) формалары айырыла. Йылҡы, һирәгерәк...

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ, ат үрсетеү һәм уларҙы файҙаланыу; малсылыҡ тармағы. Ат а.х. һәм транспорт эштәрендә, ат спортында һәм туризмда, һөт, ит һәм тире алыу өсөн, ш. уҡ медицинала һәм ветеринарияла ҡулланылған дауалау сывороткалары һәм препараттары (ашҡаҙан һуты, грипҡа, дифтерияға, ботулизмға ҡаршы һ.б. сывороткалар)...