Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХӘМИҘУЛЛИНА Светлана Ғәли ҡыҙы

ХӘМИҘУЛЛИНА Светлана Ғәли ҡыҙы (14.2.1937, Өфө — 3.4.2002, шунда уҡ), пианист, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. артисы (1974). Н.Ғ.Хәмиҙуллинаның апаһы. Ҡазан консерваторияһын тамамлаған (1961; И.С.Дубинина класы), 1970—73 йй. шунда уҡ стажировка үткән (етәксеһе Дубинина). 1961—68 йй. Өфө...

ХӘМИҘУЛЛИНА Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы

ХӘМИҘУЛЛИНА Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы [14.2.1917, Өфө губ. Бөрө өйәҙе (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) Иҫке Солтанбәк а. — 24.9.1989, Өфө], китапханасы. 1936—40 йй. Дүртөйлө район китапханаһында китапханасы, 1945—73 йй. мөдир. Х. етәкс. китапхананың китап фонды күпкә артҡан; 1956 й. Дүртөйлө район балалар китапханаһы...

ХӘМИҘУЛЛИНА Флүрә Ғирфан ҡыҙы

ХӘМИҘУЛЛИНА Флүрә Ғирфан ҡыҙы (4.5.1937, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), инженер‑металлург. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) 1998 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑тында эшләй: төркөм етәксеһе, 1972 й. алып лаб. начальнигы....

ХӘМИТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ХӘМИТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Хәмит а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта Ҡағы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 228 кеше; 1920 — 320; 1939 — 353; 1959 — 422; 1989 — 544; 2002 — 699; 2010 — 676 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ХӘМИТОВ Рөстәм Зәки улы

ХӘМИТОВ Рөстәм Зәки улы (18.8. 1954, Кемерово өлк. Драченино а.), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (2000). Н.Э.Бауман ис. Мәскәү юғары техник уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1977) ӨМЭПБ‑ла, 1978 й. алып ӨАИ‑ла эшләй. 1986 й. башлап Магистраль үткәргес торбалар төҙөү б‑са Бөтә Союз ҒТИ‑нда (Өфө): авиация...

ХӘМИТОВ Эдуард Шәйхулла улы

ХӘМИТОВ Эдуард Шәйхулла улы (22.9.1937, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Яңы Киҙгән а.), педагог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1998), пед. ф. д‑ры (2000), проф. (1991). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Бөрө пед. ин‑тын...

ХӘНИФИҘӘР

ХӘНИФИҘӘР, сөнниселектәдүрт дини‑хоҡуҡи мәктәптең (мәҙһәбтең) береһенә эйәреүселәр. Х. мәҙһәбе 8 б. Иранда барлыҡҡа килгән, нигеҙ һалыусы Әбү Хәнифә исеме м‑н аталған. Төп принциптары: ожмах (шәхси фекер), ҡыяс (оҡшашлыҡ б‑са фекер йөрөтөү), истихсан (өҫтөнлөк биреү). Башҡа төрлө фекер йөрөтөүселәргә,...

ХӘНЙӘР, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ХӘНЙӘР, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Аксёнов т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡорһаҡ й. ҡушылдығы) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й.— 368 кеше; 1959 — 319; 1989 — 215; 2002 — 253; 2010 — 226 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ХӘРБИ ӘСИРҘӘР

ХӘРБИ ӘСИРҘӘР, халыҡ‑ара хоҡуҡта ҡораллы конфликт ваҡытында дошман власы аҫтында ҡалған хәрби хеҙм‑рҙәр, ополченецтар, партизандар һ.б. комбатанттар. Әсирлек режимы ҡоро ер һуғышы закондары һәм ғөрөф‑ғәҙәттәре т‑дағы положение (1907 й. 4‑се Гаага конвенцияһына өҫтәмә) һәм Х.ә. мөнәсәбәт т‑дағы Женева...

ХӘРБИ БЕЛЕМ БИРЕҮ

ХӘРБИ БЕЛЕМ БИРЕҮ, хәрби эш б‑са белгестәр әҙерләү системаһы. РФ‑та башланғыс (урта дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм махсус уҡыу йорттары, махсус курстар, уҡыу час­тары һ.б.); урта (урта хәрби уҡыу йорттары, махсус мәктәптәр, граждан вуздарының хәрби каф.); юғары (хәрби академияларҙың командирҙар ф‑ттары),...

ХӘРБИ ДАН МУЗЕЙЫ

ХӘРБИ ДАН МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 2000 й. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 55 йыллығына арналған Респ. хәрби дан музейы булараҡ ойошторола. Филиалы — 112‑се (16‑сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы) музейы бар. Музей фондына 10 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ....

ХӘРБИ КОМИССАРИАТ

ХӘРБИ КОМИССАРИАТ, РФ Оборона министрлығының БР‑ҙағы территориаль органы. 1919 й. февралендә Башҡ. республикаһының Ваҡытлы революцион комитеты (ҡара: Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты) тарафынан Орск өйәҙе Темәс а. Башҡ. республикаһының Х.к. булараҡ ойошторола; 1920 й. алып БАССР‑ҙың хәрби эштәр...

ХӘРБИ КОМИССАРИАТ

ХӘРБИ КОМИССАРИАТ, РФ Оборона министрлығының БР‑ҙағы территориаль органы. 1919 й. февралендә Башҡ. республикаһының Ваҡытлы революцион комитеты (ҡара: Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты) тарафынан Орск өйәҙе Темәс а. Башҡ. республикаһының Х.к. булараҡ ойошторола; 1920 й. алып БАССР‑ҙың хәрби эштәр...

ХӘРБИ КОММУНИЗМ

ХӘРБИ КОММУНИЗМ, Совет дәүләтенең 1918—20 йй. иҡт. кризис, Граждандар һуғышы шарттарында ғәҙәттән тыш саралар системаһы. Халыҡ хужалығына идара итеү ҡаты үҙәкләштерелә: Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 13 майындағы декреты м‑н халыҡ комиссарҙарына ғәҙәттән тыш хоҡуҡтар бирелә һәм аҙыҡ‑түлек...

ХӘРБИ ОКРУГТАР

ХӘРБИ ОКРУГТАР, дәүләтте хәрби‑адм. бүлеү берәмектәре һәм бер үк ваҡытта уның Ҡораллы көстәренең дөйөм ғәскәри оператив‑стратегик терр. берекмәләре. Башҡортостан терр‑яһында Ырымбур инспекцияһы (1796—1808) Х.о. башланғысы була. 1808 й. алып Ырымбур крайы ғәскәрҙәре дивизияны (23‑сө; 1811 й. башлап 28‑се;1813...

ХӘРБИ ПЕХОТА УЧИЛИЩЕҺЫ

ХӘРБИ ПЕХОТА УЧИЛИЩЕҺЫ, 1941 й. 7 июлендә Өфө хәрби пехота уч‑щеһы булараҡ ойошторола. Курсанттарҙы уҡытҡанда Өфө р‑нының Александровка, Михайловка һәм По­дымалово аа., Шишмә р‑нының Алкин а. янындағы полигондар файҙаланылған. 1942 й. март—авг. уч‑щела “Выстрел” курстары филиалы эшләй. 1942 й. йәйендә...

ХӘРБИ РЕФОРМАЛАР (1860–70)

ХӘРБИ РЕФОРМАЛАР (1860–70), реформаларҙың (19 б. 60–80‑се йй.) төп өлөшө. Рәсәйҙең Ҡырым һуғышында (1853–56) еңелеүенән һуң император Александр II һәм хәрби министр инфантериянан генерал Д.А. Милютин инициативаһы м‑н үткәрелә. Реформалар барышында Рәсәй терр‑яһы хәрби округтарға бүленә (1862—64); кадет...

ХӘРБИ СТРАХОВКАЛАУ КОМПАНИЯҺЫ

ХӘРБИ СТРАХОВКАЛАУ КОМПАНИЯҺЫ, ААЙ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфө филиалы 1995 й. асылған. Юридик һәм физик шәхестәргә страховкалау б‑са 100‑ҙән ашыу төр хеҙмәт күрһәтә. Филиал составына БР ҡала һәм райондарындағы 32 бүлексә һәм вәкиллек, страховкалау агенттары әҙерләү үҙәге (Өфө) инә. 2011 й. 150 кеше эшләгән. Тәрж....

ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРҘЕ ҺӘМ УЛАРҘЫҢҒАИЛӘ АҒЗАЛАРЫН СОЦИАЛЬ ЯҠЛАУ КОМИТЕТЫ

ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРҘЕ ҺӘМ УЛАРҘЫҢҒАИЛӘ АҒЗАЛАРЫН СОЦИАЛЬ ЯҠЛАУ КОМИТЕТЫ, Башҡортостандан саҡырылған хәрби хеҙм‑рҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың ата‑әсәләренә һәм һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү маҡсатында асылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. Башҡ‑н бойондороҡһоҙ хәрби...

ХӘРБИ‑ТАРИХИ ОЙОШМАЛАР

ХӘРБИ‑ТАРИХИ ОЙОШМАЛАР, хәрби тарихты өйрәнгән һәм тергеҙгән ойошмалар. Туғанлыҡ, төркөмдәр, клубтар һәм энтузиастарҙың башҡа ойошмалары хәрби оҫталыҡты (тарихи фехтование, ҡул һуғышының онотолған алымдары һ.б.), ҡораллы берләшмәләрҙең тарихи эпизодтарын, хәрби хеҙм‑рҙәренең көндәлек тормошон (тарихи...