Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХРОМАТОГРАФИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ХРОМАТОГРАФИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, газ, шыйыҡса йәки эрегән матдәләрҙең ҡатышмаларын айырыу ысулдары йыйылмаһы, уларҙың компоненттарын үҙгәрмәй торған (өҫкө йөҙө үҫешкән сорбент,ҡаты есем, шыйыҡса) һәм үҙгәреүсе (элюент – газ, пар, флюид, шыйыҡса ағымы; үҙгәрмәй торған фаза аша үтә) фазалар араһында бүлеүгә...

ХРОМИТ, ҡара: Хромшпинелидтар

ХРОМИТ, ҡара: Хромшпинелидтар.

ХРОМШПИНЕЛИДТАР

ХРОМШПИНЕЛИДТАР, хромшпинелдәр, хромиттар, ҡатмарлы оксидтар класындағы шпинелидтар төркөмө минералдары, (Mg,Fe2+)Cr2O4. Изоморфтар рәтенең һуңғы ағзалары: составында алмашыныусан хром, магний, тимер, алюмин, титан миҡдары булған магнезиохромит MgCr2O4—хромит FeCr2O4. Кристалдары октаэдр формаһында,...

ХРУЛЁВ Виктор Иванович

ХРУЛЁВ Виктор Иванович (13.3. 1940, Һарытау ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1991), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ уҡыта: 1990—2000 йй. филол. ф‑ты деканы, 1992—2013 йй. 20 б. урыҫ әҙәбиәте...

ХРУСТАЛИ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ХРУСТАЛИ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Торонтайыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Ҡорһаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 79 кеше; 1939 — 284; 1959 — 326; 1989 — 364; 2002 — 112; 2010 — 62 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендәутар...

ХРУЩЁВ Никита Сергеевич

ХРУЩЁВ Никита Сергеевич (17.4. 1894, Курск губ. Калиновка а. — 11.9.1971, Мәскәү), сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1954, 1957, 1961). Советтар Союзы Геройы (1964). Ген.‑лейтенант (1943). Ãраждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Сәнәғәт акад. уҡыған (Мәскәү, 1929—30). 1909 й. алып...

ХУДОЖЕСТВО МӘКТӘБЕ №1

ХУДОЖЕСТВО МӘКТӘБЕ №1, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1960 й. 1‑се Балалар художество мәктәбе (Башҡортостанда тәүге мәктәп) булараҡ асыла, 1999 й. А.А.Кузнецов исеме бирелә. 10—12 йәшлек балалар ҡабул ителә. Һынлы сәнғәт, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, сәнғәттәр тарихы оҫтаханалары, китапханаһы,...

ХУДОЖЕСТВО МӘКТӘБЕ №2

ХУДОЖЕСТВО МӘКТӘБЕ №2, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1962 й. 2‑се Балалар художество мәктәбе булараҡ асыла. Һынлы сәнғәт, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫтаханалары, сәнғәттәр тарихы кабинеты, китапханаһы, балалар картиналар галереяһы (2001 й. алып; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) бар;...

ХУДОЖЕСТВО ТӨРКӨМДӘРЕ ҺӘМ БЕРЕКМӘЛӘРЕ

ХУДОЖЕСТВО ТӨРКӨМДӘРЕ ҺӘМ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, сәнғәткә ижади мәнфәғәттәр, эстетик йүнәлештәр һәм идеологик ҡараштар берҙәмлеге м‑н бәйле булған күргәҙмәләр эшмәкәрлеге нигеҙендә ойошҡан рәссамдар консолидаöияһы. 20 б. аҙ. Башҡортостанда байтаҡ художество төркөмдәре — “Һары бейә”; берекмәләре: “Сыңғыҙхан”,...

ХУДОЖЕСТВОЛЫ ТӘРЖЕМӘ

ХУДОЖЕСТВОЛЫ ТӘРЖЕМӘ, бер телдә йәшәп килгән әҫәрҙе икенсе телдә тергеҙгән әҙәби ижад төрө. Х.т. тәржемә эшмәкәрлегенең иң юғары формаһы булып тора, әҫәрҙең йөкмәт­кеһен тапшырыуҙы ғына түгел, ә төп нөсхәнең образдарын, уның стиль төрлөлөгөн, ш. уҡ авторҙың донъяға ҡарашын, эмоцияларын, интонацияһын...

ХУДЯКОВ Александр Алексеевич

ХУДЯКОВ Александр Алексеевич [18.4.1906, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нөгөш а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 6.4.1944, Украина ССР‑ының Кашпиловцы а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Мәскәүҙең Үҙәк аэродромында ашхана мөдире. 1942 й. башлап Воронеж һәм 1‑се Украина...

ХУДЯКОВА Лариса Петровна

ХУДЯКОВА Лариса Петровна (2.9. 1946, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Суйынсы МТС‑ы ҡсб), физик‑химик. Техник ф. д‑ры (2008), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1968) ӨНИ‑лә эшләй. 1975 й. алып өлкән инженер, 1982 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р, 2002 й. — химик һынауҙар лаб. нач.,...

ХУЖА НАСРЕТДИН

ХУЖА НАСРЕТДИН, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Урта Азия халыҡтары фольклорында аҡыл эйәһенең, тапҡыр һүҙле һәм шаян кешенең дөйөмләштерелгән образы. Х.Н. ҡомһоҙ, ике йөҙлө кешеләрҙе, ришүәт алыусы хакимдарҙы, муллаларҙы һ.б. фаш итә, аҡылы һәм тапҡырлығы арҡаһында төрлө хәлдәрҙән еңеүсе булып сыға, бер ҡатлы...

ХУЖАЛЫҠ

ХУЖАЛЫҠ, шөғөл, производствоны алып барыу ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. Башҡорттарҙа традицион Х. системаһында хужалыҡ‑мәҙәни типҡа бәйле кәсеп булып ярым күсмә һыйырсылыҡ (көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарҙа) һәм игенселек (көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайыш райондарҙа) иҫәпләнгән; ш. уҡ һунар, солоҡсолоҡ,...

ХУЖАЛЫҠ ИҪӘБЕ

ХУЖАЛЫҠ ИҪӘБЕ, адм.‑команда иҡтисады шарттарында предприятиела, производство берекмәһендә йәки уларҙың бүлексәләрендә хужалыҡ эшмәкәрлеген сығымдарҙы һәм продукция етештереү һөҙөмтәләрен сағыштырыу нигеҙендә алып барыу формаһы. Х.и. төп принциптары: пр‑тиеларҙың хужалыҡ итеү яғынан үҙ аллы булыуы, коллективтың...

ХУЖАЛЫҠ ҠАРАЛТЫЛАРЫ

ХУЖАЛЫҠ ҠАРАЛТЫЛАРЫ, башҡорттарҙа аласыҡ, һарай, келәт, ер өй, мунса, ыҫлыҡты һ.б. үҙ эсенә ала. Төп төҙөлөш материалдарына ағас, талсыбыҡ, ҡамыш, ҡатламташ, балсыҡ ингән; өй түбәһе һалам, ҡабыҡ, дранка, кәҫ, йоҡа таҡта, һуңыраҡ таҡта, тимер м‑н ябылған. Ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң йорт‑ҡаралты ихатаһында...

ХУЖАЛЫҠ‑МӘҘӘНИ ТИПТАР

ХУЖАЛЫҠ‑МӘҘӘНИ ТИПТАР, оҡшаш тәбиғи‑геогр. шарттарҙа йәшәгән һәм соц.‑иҡт. үҫеше сағыштырмаса бер үк кимәлдә булған төрлө этностар һәм этнографик төркөмдәрҙең тарихи яҡтан формалашҡан хужалыҡ һәм мәҙәни эшмәкәрлек үҙенсәлектәре. Р.З.Йәнғужин тарафынан архив документтары, С.И.Руденко, Р.Ғ.Кузеев һ.б....

ХУЖИН Валерьян Дәүләтша улы

ХУЖИН Валерьян Дәүләтша улы (3.1.1942, БАССР‑ҙың Салауат районы Шәрип а. — 18.2.2002, шунда уҡ), агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982), иҡтисад фәндәре докторы (1999). РФ‑тың (1995) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1984) халыҡ мәғарифы отличнигы....

ХУЖИН Ирек Сәйет улы

ХУЖИН Ирек Сәйет улы (21.9.1941, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай а. — 20.10.2019, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1998). БАССР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1990), почётлы авиатөҙөүсе (1991). Ҡазан авиация институтын тамамлаған (1964). 1963 й. алып Красноярск машиналар эшләү заводында эшләй....