Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОТЛОБАЕВТАР

ҠОТЛОБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы Кәмил а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Зөбәйер Ҡ., 1823— 35 йй. 10‑сы башҡ. кантоны башлығы; уның улдары Ноғман Зөбәйер улы Ҡ. (1809, Кәмил а. — ?), хорунжий. 1816 й. алып хәрби хеҙмәттә була, 10‑сы башҡ....

ҠОТЛОБУЛАТ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ҠОТЛОБУЛАТ, Ҡама, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Әбет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Нөгөш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 174 кеше; 1920 – 286; 1939 – 169; 1959 – 179; 1989 – 188; 2002 – 191; 2010 – 219 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Стәрлетамаҡ...

ҠОТЛОГИЛДЕ АБДРАХМАНОВ

ҠОТЛОГИЛДЕ АБДРАХМАНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Ошо уҡ улустың старшинаһы. Кинйә Арыҫлановтың ҡустыһы. Ихтилалға 1773 й. сент. ҡушыла. Окт. алып Ырымбур ҡ. ҡамауҙа ҡатнаша. 8—9 нояб. Бөгөлмә ведомствоһының Йүҙәй...

ҠОТЛОГИЛДИНА Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы

ҠОТЛОГИЛДИНА Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы (20.8.1951, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ялсыҡай а.), шағирә, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1989) ағзаһы. М.С.Хисамованың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1969—70 йй. “Путь Ильича” (“Ильич юлы”, ҡара: “Кумертауское...

ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ Марсель Әҡсән улы

ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ Марсель Әҡсән улы (15.9.1941, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ҡалмаҡ а.), журналист. РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы ағзаһы (1976). БДУ‑ны (1965), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1976) тамамлаған. 1965 й. алып “Осҡон” гәз. эшләй: бүлек...

ҠОТЛОҒУЖА ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ

ҠОТЛОҒУЖА ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Ҡотлоғужа а. эргәһендәге Ағиҙел й. үҙәнендә, Красноусол быяла заводының элекке ҡом карьерында урынлашҡандар. Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары — акбурҙың сантон ярусының төп геол. киҫелештәренең береһе, ҡалынлығы 18—20 м....

ҠОТЛОҒУЖА, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҠОТЛОҒУЖА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бельский а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 736 кеше; 1920 — 961; 1939 — 1051; 1959 — 727; 1989 — 379; 2002 — 307; 2010 — 314 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...

ҠОТЛОЮЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ҠОТЛОЮЛ, Йыуасалы, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. 40 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 148 кеше; 1920 – 236; 1939 – 308; 1959 – 280; 1989 – 220; 2002 – 292; 2010 – 277 кеше. Башҡорттар...

ҠОТОЙ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠОТОЙ, Учалы р‑нындағы ауыл, Ураҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 40 км һәм Учалы т. юл ст. 45 км алыҫлыҡта Шәгәр й. (Миндәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 313 кеше; 1920 – 354; 1939 – 302; 1959 – 249; 1989 – 254; 2002 – 277; 2010 – 230 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ҠОТОҠ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ

ҠОТОҠ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ. Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡандар. Карст мәмерйәләре, өҫкө девондыңһәм аҫҡы карбондыңэзбизташтарында барлыҡҡа килгән. 4 мәмерйә инә. 1‑се Ҡ.м., Б о ҙ л о м ә м е р й ә, тоҡ рәүешендә, меридиональ йүнәлешле 2 яруслы горизонталь зал‑ дарҙан тора. Оҙонлоғо 520 м, киңлеге 12,4 м, бейеклеге...

ҠОТОҠ, төбәк

ҠОТОҠ, Ҡотоҡ‑Сумған, төбәк, Мәләүез р‑нындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Сиктәре: төньяҡта — Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы), көнсығышта — Кибез һырты, көньяҡта — Йомағужа һыуһаҡлағысы, көнбайышта — Ямантау һырты. Оҙонлоғо 20 км, төньяҡта киңлеге...

ҠОТОҠАЙ, ихтилал етәксеһе

ҠОТОҠАЙ, 1735—36 йй. ихтилал етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорто. Батыр. 1736 й. йәйенә тиклем Себер даруғаһында һуғыша. Июлдә баш күтәреүселәр төркөмө м‑н В.Н.Татищевҡа ғәйебен танып килә. Авг. тиклем баш күтәреүселәр м‑н Татищев араһындағы...

ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ

ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ, кеше һәм хайуандарҙың үҙәк нервы системаһын зарарлаған тәбиғи сығанаҡлы киҫкен инфекцион ауырыу. Ҡ.а. тыуҙырыусы — Rhabdoviridae ғаиләһенә ҡараған вирус. Кешеләге Ҡ.а. Ауырыған хайуандар аша (тешләнгәндә, йәрәхәтләнгән тирегә, ауыҙҙың, күҙҙең, танауҙың лайлалы тиресәһенә һеләгәй эләккәндә)...

ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди

ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди (1763, Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы Бесәнсе а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Хоҙайбирҙин а., — 1849, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бөрйән улусы Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны), башҡ. суфый шағиры. Тархан нәҫеленән. Ырымбур губ. Дүсмәт а. Ҡотлоәхмәт бин Заһит мәҙрәсәһендә...

ҠОТОШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ҠОТОШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 434 кеше; 1920 – 568; 1939 – 366; 1959 – 388; 1989 – 633; 2002 – 439; 2010 – 490 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Дарьино урта мәктәбе филиалы), балалар...

ҠОТОШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ҠОТОШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.  16 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 321 кеше; 1920 – 275; 1939 – 302; 1959 – 360; 1989 – 363; 2002 – 360; 2010 – 361 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ҠОТОШОВ Әхмәт Шаһиәхмәт улы

ҠОТОШОВ Әхмәт Шаһиәхмәт улы [2.10.1900, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡарайған а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 26.6.1973, Өфө], журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). Бөтә Союз коммунистик журналистика ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1933). 1924 й. алып БАССР Мәғариф ХК, 1925 й. — БАССР Эске эштәр ХК, 1926...

ҠОТОШОВ Наил Муллайән улы

ҠОТОШОВ Наил Муллайән улы (20.7.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Табанлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк а., — 23.2.2007, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1981). БР‑ҙың атҡ. хеҙмәтләндереү тармағы хеҙм‑ре (1996). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑дында эшләй (1950 й....

ҠОШ КОЛОНИЯЛАРЫ

ҠОШ КОЛОНИЯЛАРЫ, бер йәки бер нисә төргә ҡараған ҡоштарҙың бер урында оя ҡороуы. Тығыҙ колониялар менән оя ҡороу үрсеү ваҡытының синхрон рәүештә барыуына булышлыҡ итә, йомортҡаларҙың һәм бала ҡоштарҙың йыртҡыс йәнлектәр тарафынан һәләк булыуын кәметә. Башҡортостанда һыу ҡоштары ҡатнаш йәки таҙа (керелдәктәр,...

ҠОШСО КАНТОНЫ

ҠОШСО КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Златоуст өйәҙе (Екатеринин, Иҫке Балаҡатай, Ҡытаутамаҡ, Оло Ҡошсо) һәм Красноуфимск өйәҙе (Билән, Оло Аҡа, Теләш, Шәкүр, Әҙеғол, Юва һәм Манчаж, Сажин, Яңы Златоуст улустарының бер өлөшө) улустарын бүлеп сығарыу нигеҙендә АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған...