Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИШТӘК

ИШТӘК, 9—19 бб. ҡаҙаҡ, нуғай һ.б. төрки телле халыҡтарҙа башҡорттарҙың атамаһы. Күп кенә тикшеренеүселәр, И. этнонимы төрки телдәргә барып тоташа һәм уғыҙҙар м‑н үҙ‑ара бәйләнеш процесын, ш. иҫ. ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрен, сағылдыра; икенселәре — фин‑уғыр телдәренә бәйле һәм башҡорттар м‑н уғырҙарҙың,...

ИШТЕБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ИШТЕБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Шаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1054 кеше; 1920 — 1147; 1939 — 890; 1959 — 648; 1989 — 398; 2002 — 360; 2010 — 295 кеше. Татарҙар...

ИШТИРӘК ЗАВОДЫ

ИШТИРӘК ЗАВОДЫ, 1749 й. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Байраш й. (Кама й. басс.) буйында сауҙагәр С.Е.Иноземцев тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Иноземцевтар, 1828 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1826) алып М.Ф.Ярцев, 1846 й. — М.И.Кузьмина,...

ИШТИРӘК, Балтас р‑нындағы ауыл

ИШТИРӘК, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Янаҡтай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 824 кеше; 1920 — 625; 1939 — 669; 1959 — 533; 1989 — 276; 2002 — 269; 2010 — 201 кеше....

ИШТИРӘК, Илеш р‑нындағы ауыл

ИШТИРӘК, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡарабаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 119 км алыҫлыҡта Көрпә й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1289 кеше; 1920 — 1670; 1939 — 1266; 1959 — 839; 1989 — 556; 2002 — 552; 2010 — 492 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ИШТУҒАН ҠУРҒАНДАРЫ

ИШТУҒАН ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 16—1 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Мәләүез р‑ны Иштуған а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1976 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1977 й. һәм 1982 й. өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы (диам. 18—30 м, бейеклеге 0,2—1,5 м) ҡәберлектәр...

ИШТУҒАН, Мәләүез р-нындағы ауыл

ИШТУҒАН, Мәләүез р-нындағы ауыл, Иштуған а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 642 кеше; 1920 — 844; 1939 — 824; 1959 — 529; 1989 — 435; 2002 — 315; 2010 — 339 кеше. Башҡорттар...

ИШУКОВ Ғашим Хөсәйен улы

ИШУКОВ Ғашим Хөсәйен улы (1894 й. ғинуары, Сембер ҡ. — 1979, Өфө ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария фәндәре докторы (1936). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡаҙанған ветеринар врачы, СССР‑ҙың ауыл хужалығы отличнигы (1942). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ветеринария институтын тамамлаған...

ИЩЕНКО Иван Митрофанович

ИЩЕНКО Иван Митрофанович (15.9.1912, Херсон губ. Яңы Подымка а. — 17.1.1979, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. нояб. алып Көнбайыш, Калинин, 1‑се Балтик буйы, 3‑сө һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армия 179‑сы уҡсылар див. 234‑се уҡсылар...

ИЩЕРИКОВ Пётр Фёдорович

ИЩЕРИКОВ Пётр Фёдорович (15.6.1892, Түбәнге Новгород губ. Яново а. — 5.9.1961, Ленинград), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Сиркәү‑мәхәллә уч‑щеһын тамамлаған. 1909 й. алып Өфө губернаһының төрлө учреждениелары хеҙм‑ре. 1923 й. башлап БАССР Дәүләт ғилми...

ЙӘБЕШКӘК

ЙӘБЕШКӘК, йәшел һырлан (Agrimonia), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Йыуан ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, биҙле, төклө, оҙонлоғо 30—80 см тиклем. Япраҡтары ябай,...

ЙӘБЕШМӘ АУЫРЫУЫ

ЙӘБЕШМӘ АУЫРЫУЫ, операция (96%) йәки ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары шешеү ауырыуҙары арҡаһында тоташма (тоташтырғыс туҡыманан торған йәбешеү урыны) барлыҡҡа килеүгә бәйле патологик хәл. Н.Ғ.Ғатауллин б‑са ауырыуҙы клиник (ауыртыулы синдром өҫтөнлөк итә, ашҡаҙан‑эсәк дискомфорты) һәм йәшерен (физик эш эшләгәндә,...

ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы

ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы [21.2.1941, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1995), проф. (2008). РФ‑тың атҡ. геологы (1997), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (2008). Р.Ҡ.Йәғәфәрованың ағаһы. Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964)...

ЙӘҒӘФӘРОВ Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы

ЙӘҒӘФӘРОВ Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы (1886, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Беләү‑Землянский утары, хәҙ. Медногорск ҡ. составындағы Беләү а., — 25.2.1922), башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҙелбай а. (хәҙ. Медногорск составында) 2 класлы урыҫ‑башҡ. уч‑щеһын, Орск уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған....

ЙӘҒӘФӘРОВ Роберт Миҙхәт улы

ЙӘҒӘФӘРОВ Роберт Миҙхәт улы (4.11.1948, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Мораптал а. — 4.10.2011, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2012). Рәссамдар союзы ағзаһы (1998). БДМИ‑ны тамамлаған (1977). 1980 йй. Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йорто изостудияһында шөғөлләнә. 90‑сы йй. башынан башҡ. графикаһында...

ЙӘҒӘФӘРОВ Сабит Фәтих улы

ЙӘҒӘФӘРОВ Сабит Фәтих улы (1.1.1935, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Байғужа а. — 16.6.1981, Түб. Варта ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1968), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971). 1958 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресының (Стәрлетамаҡ ҡ.) Бөрө геол. эҙләнеү контораһы,...

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы (3.9.1948, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әхмәт а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1967—2004 йй. Әбйәлил р‑нының Красная Башкирия балалар баҡсаһында эшләй (1976 й....

ЙӘҒӘФӘРОВА Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы (1.4.1945, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), биотехнолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) ӨДНТУ‑ла эшләй: 1996 й. алып технология ф‑ты...

ЙӘҒӘФӘРОВА Роза Ҡәйүм ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Роза Ҡәйүм ҡыҙы (6.5.1946, Өфө), фтизиоуролог. Мед. ф. д‑ры (1999). А.Ҡ.Йәғәфәровтың һеңлеһе. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Респ. клиник дауаханаһында эшләй, 1973 й. алып “Глуховская” шифаханаһында (1975 й. — баш табип урынбаҫары), 1978 й. — С.‑Петербург фтизиопульмонология ҒТИ‑нда эшләй:...

ЙӘДИТСЕЛЕК

ЙӘДИТСЕЛЕК (ғәр. “усул‑и‑джәдид” — яңы ысул), Волга буйы, Ҡырым, Кавказ аръяғы һәм Урта Азия төрки‑мосолман халыҡтарының 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы реформаторлыҡ, мәҙәни‑мәғрифәтселек һәм ижт.-сәйәси хәрәкәте. Хәрәкәт, ҡәҙимселеккә ҡапма‑ҡаршы рәүештә, Й. тип аталған. Мосолман реформаторлығы, мәғрифәтселек...