Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨПӘЙ

ӨПӘЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составында булған. Тамғалары: . Этник яҡтан төрки ҡәбиләләрҙең ҙур йоғонтоһон кисергән фин-уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. “Өпәй” этнонимы сыуаштарҙа билдәле. 13—14 бб. көньяҡ Урал алдынан төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа күсенеп, Әй й. басс. таралып ултырғандар,...

ӨПӘЛЕ ЗАВОДТАРЫ

ӨПӘЛЕ ЗАВОДТАРЫ, Үрге Ө.з. 1760 й. Себер даруғаһының Ҡатай һәм Шуран улусы башҡорттары ерендә — И.П. (Кесе) Мосолов (ҡара: Мосоловтар), Түб. Ө.з. 1818 й. (башҡа сығанаҡтар б‑са, 1813 й.) М.П.Губин (ҡара: Губиндар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ Өпәле й. (Өфө й. ҡушылдығы)...

ӨРӘК

ӨРӘК, башҡ. мифологияһында үҙ үлеме м‑н үлмәгән кешенең йәне, шәүләһе. Хөрәфәттәр б‑са, кешеләр үлгән йәки күмелгән урындарҙа йәшәй. Оҙон аҡ кейемдәге оҙон буйлы ябыҡ кеше ҡиәфәтендә һүрәтләнә. Ғәҙәттә төндә йөрөй, тауышһыҙ хәрәкәт итә. Күбеһенсә кеше үлтереүселәргә килә, ишек туҡылдатып, илап шом һала....

ӨРГӨН, Учалы р‑нындағы ауыл

ӨРГӨН, М у л д а ш, Учалы р‑нындағы ауыл, Учалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. табан 16 км һәм Учалы т. юл ст. 8 км алыҫлыҡта Өргөн күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 919 кеше; 1920 — 1191; 1939 — 644; 1959 — 647; 1989 — 581; 2002 — 613; 2010 — 569 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (элекке...

ӨРГӨН, күл

ӨРГӨН, Урал й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Учалы а. төньяҡҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 9,16 км2, оҙонлоғо 4,4 км, уртаса киңлеге 1,9 км (макс. — 2,5 км), уртаса тәрәнлеге 5,2 м (макс. — 7,7 м), һыу күләме 47,6 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 39,1 км2. Тектоник күл, көнбайышта...

ӨРКӘ

ӨРКӘ, ө р к ү л ә н (Anthoxanthum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Ө. үҫә. Кәүшәк кәҫтәр барлыҡҡа килтерә торған 30—50 см бейеклектәге күп йыллыҡ үлән. Япрағы тар, яҫы. Башағы өс сәскәле,...

ӨРШӘК, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы

ӨРШӘК, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Стәрлебаш р‑ны Үрге Гөлөм а. көньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Миәкә, Әлшәй, Ауырғазы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Өфө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға. Ағиҙел й. (тамағынан 504 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо...

ӨРШӘК, Миәкә р‑нындағы ауыл

ӨРШӘК, Миәкә р‑нындағы ауыл, Өршәкбаш‑Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 37 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 428 кеше; 1959 – 371; 1989 – 503; 2002 – 476; 2010 – 413 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

ӨРШӘКБАШ‑ҠАРАМАЛЫ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ӨРШӘКБАШ‑ҠАРАМАЛЫ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Өршәкбаш‑Ҡарамалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2362 кеше; 1920 – 2685; 1939 – 1503; 1959 – 1343; 1989 – 772; 2002 – 724; 2010...

ӨС СӘНСКӘКЛЕ ИСТМОХЛОРОН

ӨС СӘНСКӘКЛЕ ИСТМОХЛОРОН (Isthmochloron trispinatum), бер күҙәнәкле һары-йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре яҫы, яңғыҙ, оҙонлоғо 9,5—13, сәнскәктәре м‑н 15—18 мкм. Киң яғында осонда овал һымаҡ йомроланған 3—7 ҡыҫҡа сәнскәкле көрәктәре бар. Тышсаһы ҡалын. Хлоропластары 4—6, ситтәре йомроланған. Цитоплазмаһында...

ӨСБҮЛӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ӨСБҮЛӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 139 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы й. (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1096 кеше; 1920 – 962; 1939 – 703; 1959 – 466; 1989 – 385; 2002 – 428; 2010 – 457 кеше. Башҡорттар,...

ӨСБҮЛӘК, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ӨСБҮЛӘК, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Дедов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 832 кеше; 1920 – 1008; 1939 – 874; 1959 – 806; 1989 – 529; 2002 – 469; 2010 – 447 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ӨСӨГӘН-ӘСӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ӨСӨГӘН-ӘСӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Буҙат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 53 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта Көсөгән й. (Тәтер й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 743 кеше; 1920 – 949; 1939 – 578; 1959 – 557; 1989 – 313; 2002 – 309; 2010 – 264 кеше....

ӨСЪЯПРАҠ

ӨСЪЯПРАҠ (Menyanthes), өсъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Заттың берҙән-бер төрө — Ө. Төньяҡ ярымшарҙың субарктик, уртаса, субтропик бүлкәттәрендә таралған. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы (тамырһабаҡ булып үҙгәргән) йыуан, оҙон, быуынлы, йәйелеүсән, өҫкө өлөшөндә 15—30 см күтәрелеүсән. Япрағы...

ӨҪӘН-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ

ӨҪӘН-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ, 1750 йй. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы һәм Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Өҫән й. буйында И.Г.Осокин (ҡара: Осокиндар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1837 й. алып Д.Е.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар). Троицк тау округына...

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА ЗАКАЗНИГЫ

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА ЗАКАЗНИГЫ. 1991 й. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы урмандарының төп төрҙәрен һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ботаник заказник булараҡ ойошторола. Бәләбәй һәм Дәүләкән р‑ндары терр‑яһында ҡалҡыулыҡтың үҙәк өлөшөндә ята. Майҙаны 12,0 мең га, яҡынса 55%‑н урман ҡаплаған. Заказник сиктәрендә Асылыкүл...

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

ӨҪӘН‑ИВАНОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Өҫән‑Ивановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1083 кеше; 1920 — 3374; 1939 — 2923; 1959 — 1518; 1989 — 916; 2002 — 926; 2010 — 882 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ӨҪӘН, йылға, Ыҡ й. (Кама й. басс.) уң ҡушылдығы

ӨҪӘН, йылға, Ыҡ й. (Кама й. басс.) уң ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Красная Заря а. төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Бәләбәй р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа (Мәҡсүт һәм Сиушка йй. тамаҡтары араһында — көнбайышҡа) һәм артабан Бәләбәй м‑н Туймазы р‑ндары буйлап төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға. Ыҡ й. (тамағынан...

ӨҪКӨ ЙӨҘҘӘ АКТИВ МАТДӘЛӘР

ӨҪКӨ ЙӨҘҘӘ АКТИВ МАТДӘЛӘР, фаза һәм энергетик бәйләнештәрҙе үҙгәртеп, ҡаты һәм шыйыҡ фаза бүленеше сигендә адсорбцияланыуға һәләтле химик берләшмәләр. Тәбиғәттә биол. процестарҙа ҡатнашалар; өҫкө йөҙҙәге активлыҡҡа хайуандарҙың ашҡаҙан‑эсәк юлы һәм ҡанының шыйыҡсалары, үҫемлектәрҙең һуты һәм экстракты...

ӨҪТӘЛ ТЕННИСЫ

ӨҪТӘЛ ТЕННИСЫ, п и н г - п о н г, бәләкәй целлулоид туп һәм ракеткалар м‑н өҫтәлдә уйнай торған спорт уйыны. Яңғыҙ (ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар), парлы (ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш) ярыштарға айырыла. Башҡортостанда Ө.т. 20 б. 20‑се йй. аҙ. үҫеш ала. 1958 й. алып БР чемпионаттары уҙғарыла. 1959 й. БАССР...