Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨФӨ ЕПАРХИЯҺЫ

ӨФӨ ЕПАРХИЯҺЫ, Ө ф ө һ ә м С т ә р л е т а м а ҡ е п а р х и я һ ы, Башҡортостан митрополияһының благочинный округтарын (ҡара: Благочинный) һәм БР‑ҙың Архангел, Белорет, Благовещен, Ғафури, Иглин, Стәрлетамаҡ, Учалы р‑ндары терр‑яларындағы монастырҙарҙы берләштергән сиркәү‑адм. берәмеге. Император Павел...

ӨФӨ ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Республикала иген әҙерләү һәм иген эшкәртеү тармағының иң эре пр‑тиеларының береһе, бойҙай оно, аҡһым‑витамин‑минераль өҫтәмәләр, а.х. малы, ҡоштары һәм балыҡтар өсөн ҡатнаш аҙыҡ төрҙәрен етештерә. Составында элеватор (1974 й. асылған), тирмән з‑ды (1975), ҡатнаш...

ӨФӨ ИКЕНСЕ ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

ӨФӨ ИКЕНСЕ ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ. 1899 й. Өфө ҡыҙ балалар прогимназияһы булараҡ асыла, 1903 й. алып батшабикә императрица Александра Фёдоровна ис. Ө.и.ҡ.б.г. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡаҙна, Өфө губ. земствоһы һәм айырым кешеләрҙең аҡсаһына тотола. Инеү имтихандарын тапшырған 9—12...

ӨФӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ №2

ӨФӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ №2, ААЙ. Кондитер изделиелары етештерә. Составында – кондитер цехы. 2012 й. 77 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1940 й. пекарня һәм 3‑сө икмәк з‑ды базаһында асыла (1970 й. кондитер изделиелары етештереү ойошторола), 1979—82 йй. “Уфахлеб” ПБ составында, 1982 й. комб‑т составына...

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ, 1828 й. асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Инеү имтихандарын тапшырған 10 йәше тулған бөтә ҡатлам балалары ла ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (йылына 10 һум). Әҙерлек класы эшләй. Уҡыу курсы — 8 йыл. Программа гимназияның традицион уҡыу предметтарынан тора,...

ӨФӨ ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

ӨФӨ ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, ААЙ. 180 төрҙән ашыу колбаса, 20 төрҙән ашыу ит консервалары, 20 төрҙән ашыу ярым фабрикат етештерә. Составында колбаса (1993), ит ярым фабрикаттары (1974), малды беренсел эшкәртеү (1987), сосиска һәм бешкән колбаса етештереү (1991), консерва (1996) цехтары; һыуытҡыс (1954)...

ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, Өфө халҡын һәм ойошмаларын йылытыу һәм йылы һыу менән тәьмин итеү өсөн йылылыҡ энергияһын тапшырыу м‑н шөғөлләнә. 1962 й. Квартал ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре дирекцияһы булараҡ асыла, 1965 й. алып Берләшкән ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре пр‑тиеһы, 1982 й. —...

ӨФӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯЛАРЫ

ӨФӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯЛАРЫ, Рус армияһында. 1) 1‑се Ө.к.д. 1918 й. дек. ойошторола. Див. составына Томск гусар, Ҡазан драгун, Себер улан, Екатеринбург улан полктары, 1‑се атлы-артиллерия дивизионы инә. 1‑се Ө.к.д. Себер армияһы составында була: 1919 й. июленән — 2‑се, сент. — 1‑се; дек. — 3‑сө армияла....

ӨФӨ КАНТОНЫ

ӨФӨ КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. БАССР составында ойошторола. Кантонға Өфө өйәҙенең — 37, Көҙәй кантонының — 2, Табын кантонының 2 улусы инә. Төньяҡта — Бөрө кантоны, төньяҡ‑көнсығышта – Мәсәғүт кантоны, көнсығышта – Урал өлкәһе, көньяҡ‑көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай кантоны, көньяҡта — Стәрлетамаҡ кантоны, көнбайышта...

ӨФӨ КАРСТ САҒЫЛЫ

А.И.Смирнов Тәрж. И.М.Япаров  ...

ӨФӨ КИЗЕ‑МАМЫҠ КОМБИНАТЫ

ӨФӨ КИЗЕ‑МАМЫҠ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Ҡаты кизе‑мамыҡ туҡымалар, тегеү изделиелары (түшәк кәрәк‑яраҡтары, матрастар, һырыған юрғандар) етештерә. Составына туҡыу, ҡабул итеү‑контроль, халыҡ ҡулланыуындағы тауарҙар участкалары ингән. 2009 й. 517 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған....

ӨФӨ КИҢ ПРОФИЛЛЕ ҺӨНӘР БИРЕҮ КОЛЛЕДЖЫ

ӨФӨ КИҢ ПРОФИЛЛЕ ҺӨНӘР БИРЕҮ КОЛЛЕДЖЫ, 1939 й. майында башҡорт пед. уч‑щеһы булараҡ нигеҙләнә, 1939 й. сент. алып Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһы, һуңғараҡ 1‑се пед. уч-щеһы, 1994 й. башлап 1‑се пед. колледжы, 2013 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлексәләрендә түбәндәге һөнәрҙәр...

ӨФӨ КРАЙЫНЫҢ САУҘА ҺӘМ СӘНӘҒӘТ СОЮЗЫ

ӨФӨ КРАЙЫНЫҢ САУҘА ҺӘМ СӘНӘҒӘТ СОЮЗЫ, Өфө губернаһындағы сауҙагәрҙәрҙең, ваҡ-төйәк м‑н һатыу итеүселәрҙең, бәләкәй һәм урта сәнәғәт пр‑тиелары хужаларының хоҡуҡтарын яҡлау өсөн ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. 1917 й. мартында Өфөлә ойошторола. Халыҡ азатлығы партияһы программаһын яҡлай, сауҙа азатлығы,...

ӨФӨ КРАН ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

ӨФӨ КРАН ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Йөк күтәреү ҡорамалдарын етештереү, монтажлау, ремонтлау, техник диагностикалау, металл конструкциялар һәм вентиляция системалары эшләп сығарыу м‑н шөғөлләнә. Составына йөк күтәреү ҡорамалдарын монтажлау, ремонтлау, вентиляция, металл конструкциялар, төҙөлөш, автотранспорт...

ӨФӨ КРЕМЛЕ

ӨФӨ КРЕМЛЕ, Ө ф ө ҡ ә л ғ ә һ е. 1586 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында урта быуаттарҙағы ҡаласыҡ (Ҡара: Өфө II) урынында төҙөлә. Башҡорттар Ө.к. Имән ҡала тип атаған. Дөйөм майҙаны яҡынса 1,2 га. Дүртмөйөш рәүешендә була. Бейеклеге 5 м, оҙонлоғо 440 м булған имән стена м‑н уратылған. Ө.к....

ӨФӨ КРЕПОСТНОЙ КОНТОРАҺЫ

ӨФӨ КРЕПОСТНОЙ КОНТОРАҺЫ, дәүләт учреждениеһы. 1701 й. ойошторола. Өфө провинция канцелярияһы (ҡара: Өфө провинцияһы) бүлексәләренең береһе. Ө.к.к. составында күҙәтеүсе (конторға етәкселек итә), 4 күсереп яҙыусы була. Бурысҡа аҡса алыу, купчий, подряд, эш ҡушыу, килеү һ.б. ҡағыҙҙарҙы теркәү һәм рәсмиләштереү...

ӨФӨ ҠАҘНА ПАЛАТАҺЫ

ӨФӨ ҠАҘНА ПАЛАТАҺЫ, финанс учреждениеһы. 1865 й. Өфө губернаһы ойошторолғас, Ырымбур ҡаҙна палатаһы урынына барлыҡҡа килә. Идарасы етәкселек итә. 19 б. аҙ. Ө.ҡ.п. составына ревизия бүлеге нач., ҡаҙнасылыҡ бүлеге нач., эш башҡарыусылар, архивариус, махсус йомош үтәгән чиновниктар, бухгалтерҙар, столоначальниктар...

ӨФӨ ҠАЛА ДУМАҺЫ ВАҠЫТЛЫ КОМИТЕТЫ

ӨФӨ ҠАЛА ДУМАҺЫ ВАҠЫТЛЫ КОМИТЕТЫ, Өфө губернаһының юғары власть органы. 1918 й. 5 июлендә Өфө ҡала думаһы ултырышында ойошторола. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетына (Комуч) буйһонған. Ком‑т составына рәйес һәм ағзалар (июль уртаһына — 19) ингән. Ком‑т ағзалары араһында кадет (Ю.Ю.Блюменталь),...

ӨФӨ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ӨФӨ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. 1982 й. ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. Өфө синтетик спирт з‑дының мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла, 1994 й. алып “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ның мәҙәниәт һарайы, 1999 й. — “Синтез” мәҙәниәт һарайы, 2000 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1100 урынлыҡ тамаша залы, хор класы, хореография...

ӨФӨ ҠАЛА ЭЛЕКТР СЕЛТӘРҘӘРЕ

ӨФӨ ҠАЛА ЭЛЕКТР СЕЛТӘРҘӘРЕ, Өфө һәм Өфө р‑ны ҡулланыусыларына электр энергияһын тапшырыуҙы һәм бүлеүҙе тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Өфөлә урынлашҡан, Көнсығыш, Көнбайыш, Төньяҡ, Өфө Үҙәк, Көньяҡ‑Көнсығыш, Көньяҡ электр селтәрҙәре райондарының диспетчер пункттары эшләй. Ө.ҡ.э.с. составында...