Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КРАУН‑ЭФИРҘАР

КРАУН‑ЭФИРҘАР, циклы эсендә 12 йәки күберәк атом булған (уларҙың кәмендә 4‑һе — бер‑береһе м‑н этилен күперсектәре аша бәйләнгән гетероатомдар) синтетик макрогетероциклик полиэфирҙар. ИЮПАК номенклатураһы б‑са К.‑э. метилен төркөмдәре гетероатомдарға алыштырылған карбомакроциклдарҙың сығарылмалары итеп...

КРАХМАЛ

КРАХМАЛ (нем. Kraftmehl), (C6H10O5)n, үҫемлектәрҙең резервтағы төп углеводы. Төҫһөҙ аморф матдә, һалҡын һыуҙа, диэтил эфирында, этил спиртында эремәй; эҫе һыуҙа клейстер барлыҡҡа килтерә. Һыҙыҡлы (амилоза, 10—30%) һәм тармаҡланған (амилопектин, 70—90%) төҙөлөшлө 2 полисахарид ҡатнашмаһынан тора; мол....

КРЕМНИЙОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР

КРЕМНИЙОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаһының элементар звеноһында кремний атомдары булған элементорганик полимерҙар төрө. К.п. органик булмаған (кремний атомдары кислород, азот, көкөрт атомдары м‑н сиратлашып килә), органик‑органик булмаған (кремний атомдары углерод атомдары м‑н сиратлаша) һәм органик...

КРИСТАЛДАР ХИМИЯҺЫ

КРИСТАЛДАР ХИМИЯҺЫ, кристалдарҙағы арауыҡта урынлашыуҙы һәм химик бәйләнештәрҙе, ш. уҡ кристалл матдәләрҙең физик һәм химик үҙсәнлектәренең уларҙың төҙөлөшөнә бәйләнешле булыуын өйрәнеүсе фән. Кристаллография, минералогия, стереохимия, физик химия, нестехиометрия м‑н, катализаторҙар, цеолиттарҙың ион...

КСИЛОЛДАР

КСИЛОЛДАР, диметилбензолдар, (СН3)2С6Н4. 3 изомер: орто‑, мета‑ һәм пара‑К рәүешендә була. Төҫһөҙ шыйыҡлыҡ, этил спирты, диэтил эфиры, ацетон, бензол м‑н яҡшы ҡатнаша; һыуҙа насар (0,015%‑тан аҙыраҡ), поляр шыйыҡлыҡтарҙа (көкөртлө ангидрид, диэтиленгликоль, фенол һ.б.) яҡшы эрей; tҡайнау о‑К. 144,4°С,...

КУЛИШ Елена Ивановна

КУЛИШ Елена Ивановна (19.8.1968, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2013). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1990) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып юғары молекуляр берләшмәләр һәм дөйөм химия технологияһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре полимерҙарҙың, ш. иҫ. медицинала ҡулланылған полимерҙарҙың,...

КУМОЛ

КУМОЛ, изопропилбензол, 2‑пропилбензол, С6Н5СН(СН3)2, ароматик берләшмә. Бензол еҫле, төҫһөҙ шыйыҡлыҡ; тығыҙлығы 861,8 кг/м3, tиреү −96°С, tҡайнау 152,4°С, tтоҡаныу 38°С. Бензолда, хлороформда, диэтил эфирында, ацетонда, этил спиртында — яҡшы, һыуҙа аҙ (0,01%) эрей. Алкиллаштырыу, хлорлау, нитратлаштырыу,...

КУРЧАТОВ Борис Васильевич

КУРЧАТОВ Борис Васильевич (3.8.1905, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Эҫем а., хәҙер Эҫем ҡ., — 13.4.1972, Мәскәү ҡ.), радиохимик. Химия фәндәре докторы (1962), профессор (1970). И.В.Курчатовтың ҡустыһы. Ҡазан университетын тамамлаған (1927). 1928 й. алып Ленинград физик‑техник институтында эшләй...

ҠАҘАНЛЫҠ ЯҒЫУЛЫҒЫ

ҠАҘАНЛЫҠ ЯҒЫУЛЫҒЫ (шыйыҡ хәлдәге). Ҡ.я. нефть, һәүерташ һәм күмер мазуттарынан булғандарға, ауыр нефттәргә бүләләр. Нефть ҡалдыҡтарын (гудрон, крекинг ҡалдыҡтары, мазут, асфальтһыҙлаштырыу процесы асфальты һ.б.) крекинг һәм кокслаштырыуҙың газойль фракциялары м‑н ҡушып алалар. Ҡ.я. Башҡортостандың бөтә...

ҠАЛДЫҠҺЫҘ ТЕХНОЛОГИЯ

ҠАЛДЫҠҺЫҘ ТЕХНОЛОГИЯ, продукцияны ағынты һыу, газ ташландыҡтары һәм етештереү ҡалдыҡтарын барлыҡҡа килтермәгән оптималь (матди һәм энергия ағымдары йомоҡ тоташҡан) технологик схемалар б‑са етештереү ысулы. Ҡ.т. төшөнсәһе шартлы, сөнки ысынбарлыҡта тулыһынса ҡалдыҡһыҙ һәм тирә‑яҡ мөхиткә кире тәьҫир...

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ, янған ваҡытта ҙур күләмдә йылылыҡ бүлеп сығарыусы, энергия сығанағы сифатында ҡулланылыусы янар углеродлы матдә. Сығышы б‑са тәбиғи (нигеҙҙә, каустобиолиттар — органик сығышлы файҙалы ҡаҙылмалар; ш. уҡ үҙағас, үҫемлек ҡалдыҡтары — һалам, ҡабыҡ һ.б. инә) һәм яһалма (тәбиғи яғыулыҡтарҙы...

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ ХИМИЯҺЫ

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ ХИМИЯҺЫ, ҡаты яғыулыҡтың килеп сығышын, составын, төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, эшкәртеү ысулдарын (механик, термик, химик) һәм ҡулланылышын өйрәнеүсе фән. Органик химия, коллоидтар химияһы, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы, геология, геохимия, петрография һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Өйрәнеү...

ҠОРАУЛЫ ПОЛИМЕРҘАР

ҠОРАУЛЫ ПОЛИМЕРҘАР, берҙәм арауыҡ селтәре барлыҡҡа килтергән полимер сылбырҙарының макромолекуляр структураһы. Арҡыры бәйләнешле өс үлсәмле йәки селтәрле полимерҙар. Селтәрҙең структураһы ҡоралыу төйөндәренең концентрацияһы һәм функционаллеге, улар араһында сылбырҙарҙың молекуляр‑масса бүленеше м‑н...

ҠУЛЛАНЫЛЫШТАН ҮТКӘН МАЙҘАР

ҠУЛЛАНЫШТАН ҮТКӘН МАЙҘАР, эксплуатациялау ваҡытында химик һәм физик үҙенсәлектәре үҙгәреү сәбәпле төп тәғәйенләнеше б‑са файҙаланыла алмаған, файҙаланыуҙың норматив мөҙҙәттәре үткән һәм алыштырылырға тейеш булған синтетик, минераль майҙар йәки уларҙың ҡатышмалары. Майҙарҙың үҙенсәлектәре насарайыуы...

ҠУРҒАШ

ҠУРҒАШ (Plumbum), Pb, Д.И.Менделеев периодик системаһының IV төркөм химик элементы. Ҡ. — зәңгәрһыу‑һоро төҫтәге һығылмалы йомшаҡ, ауыр металл; tиреү 327,4°С; tҡайнау 1725°С, тығыҙлығы 11340 кг/м3. Химик яҡтан әүҙем түгел, ҡоро һауала окисланмай, дымлы һауала тоноҡлана, окисел плёнкаһы м‑н ҡап лана....

ЛАК ҺӘМ ЛАК‑БУЯУ МАТЕРИАЛДАРЫ

ЛАК ҺӘМ ЛАК‑БУЯУ МАТЕРИАЛДАРЫ, ҡаты түшәмә нигеҙгә йоҡа итеп һылағанда плёнка (өҫкө йөҙҙә адгезия көстәре м‑н тотолоп торған ҡаплама) рәүешендә кибә торған шыйыҡ йәки паста һымаҡ составтар. Л. һ. л.‑б.м. лактарҙы (плёнка барлыҡҡа килтереүсе тәбиғи йәки синтетик матдәләрҙең органик эреткестәрҙәге йәки...

ЛАКЕЕВ Сергей Николаевич

ЛАКЕЕВ Сергей Николаевич (29.12. 1962, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Органик химия ин‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н): 1992 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — инновацион эҙләнеүҙәр бүлеге нач., 2001 й. — “Содействие” Башҡ‑н инновациялар үҙәге дир., 2009 й. —...

ЛАТЕКСТАР

ЛАТЕКСТАР, макромолекулаларының глобуляр агрегаттары өҫкө йөҙҙә актив матдәләр м‑н стабилләштерелгән полимерҙарҙың йәки сополимерҙарҙың һыуҙағы йәки коллоидтағы дисперсияһы. Сығышы б‑са тәбиғи, синтетик һәм яһалма Л. айырыла. Синтетик Л. полимер төҙөүсеһенең тәбиғәте б‑са эластомер һәм термопластиктарға,...

ЛИНОЛЕУМ

ЛИНОЛЕУМ (лат. linum — етен, киндер туҡыма һәм oleum — май), иҙән ҡаплау өсөн рулонлы полимер материал. Төп сеймалына ҡарап тәбиғи (бәйләүес сифатында үҫемлектәрҙән алынған ыҫмалалар һәм майҙар файҙаланыла), поливинилхлорид, глифталь (алкидлы ыҫмалалар нигеҙендә), коллоксилин (нитроцеллюлоза нигеҙендә)...

ЛЮМИНЕСЦЕНТ АНАЛИЗ

ЛЮМИНЕСЦЕНТ АНАЛИЗ, анализлауҙың люминесценцияға нигеҙләнгән ысулдары йыйылмаһы. Люминесценцияны визуаль, фотоһүрәткә төшөрөп йәки фотоэлектрик юл м‑н спектрограф, фотометр, спектрофлюориметр ярҙамында теркәйҙәр. Сифатлы һәм һан б‑са Л.а. айырыла. Сифатлы Л.а. ваҡытында ҡатнашмаларҙа, ш. иҫ. түбән...