Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОЛМӘТ ЯҘЫУЫ

ҠОЛМӘТ ЯҘЫУЫ, энеолитҡа ҡараған археологик ҡомартҡы. Ҡыйғы р‑ны Ҡолмәт а. көнбайышҡа табан 3— 4 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярындағы яланғас ҡаяға төшөрөлгән. 1988 й. В.Н.Широков тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр 3 төркөмдән тора. Береһе өйрәнелгән. Ҡуйы күк төҫтәге буяу м‑н эшләнгән...

ҠОЛМӘТ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ҠОЛМӘТ, Сыбарҡая, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Йыланлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.  38 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 662 кеше; 1920 – 325; 1939 – 782; 1959 – 764; 1989 – 423; 2002 – 361; 2010 – 293 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ҠОЛМОЙ Яҡуп Хәйрулла улы

ҠОЛМОЙ (Ҡолмөхәмәтов) Яҡуп Хәйрулла улы [7.9.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 11.10.1994, Өфө], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1979), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВЛКСМ ҮК эргәһендәге Юғары...

ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Азамат Рәхмәт улы

ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Азамат Рәхмәт улы (6.8.1953, Өфө), дипломат. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ин‑тын тамамлаған (1976). 1978 й. алып Алеппо ҡ. (Сүриә) СССР Ген. консуллығы атташеһы, 1982 й. — СССР Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш бүлегендә 3‑сө секретарь, 1987 й. — Мысырҙа СССР илселегендә...

ҠОЛОЙ БАЛТАСОВ

ҠОЛОЙ БАЛТАСОВ, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Балтас (Ҡолой) а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.) башҡорто. Ҡыр-Танып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ҡара-Табын) улусы старшинаһы. Речь Посполитаялағы 1768—72 йй. Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша....

ҠОЛОМБӘТОВ Вәлиулла Фәйзулла улы

ҠОЛОМБӘТОВ Вәлиулла Фәйзулла улы [1881, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яҡтыкүл а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 1964, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә, “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡый. Төрки һәм ғәрәп телдәрен белгән. Тыуған ауылында уҡыта, 20‑се йй. Табын кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге...

ҠОЛОНҒОЙРОҠ

ҠОЛОНҒОЙРОҠ (Calamagrostis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да башлыса субарктик, уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Һабағы төҙ, 40—150 см бейеклектә. Япрағы эре, ҡыяҡлы, яҫы, ситтәре киртләсле....

ҠОЛОШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҠОЛОШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. табан 1 км һәм Ибраһим т. юл разъезынан 2 км алыҫлыҡта Ҡарайылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 545 кеше; 1920 – 724; 1939 – 836; 1959 – 498; 1989 – 315; 2002 – 280; 2010 – 255 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ҠОЛОШ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠОЛОШ, Учалы р‑нындағы ауыл, Ураҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 48 км һәм Учалы т. юл ст. 53 км алыҫлыҡта Шәгәр й. (Миндәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 401 кеше; 1920 – 547; 1939 – 266; 1959 – 192; 1989 – 234; 2002 – 249; 2010 – 151 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠОЛСОРА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ҠОЛСОРА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ҡолсора а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 324 кеше; 1920 – 491; 1939 – 255; 1959 – 308; 1989 – 405; 2002 – 458; 2010 – 429 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҠОЛТАЙ‑ҠАРАН, Миәкә р‑нындағы ауыл

ҠОЛТАЙ‑ҠАРАН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. 50 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 391 кеше; 1920 – 382; 1939 – 337; 1959 – 258; 1989 – 216; 2002 – 251; 2010 – 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ҠОЛШӘРИПОВ Баймөхәмәт Мәһәҙей улы

ҠОЛШӘРИПОВ Баймөхәмәт Мәһәҙей улы (1791—?), кантон башлығы, зауряд-хорунжий (1827). Троицк өйәҙе Әйле улусы Ҡәҙер а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) башҡорто. Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашыусы. 1828 й. алып йорт старшинаһы, 1848 й. — идарасы ярҙамсыһы, 1849 й. — 5‑се...

ҠОЛШӘРИПОВ Марат Мәхмүт улы

ҠОЛШӘРИПОВ Марат Мәхмүт улы (7.1.1941, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Ерекле а.), тарихсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), тарих ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1967), 1971 й. алып шунда уҡ эшләй: 1999—2011 йй....

ҠОМ ҺАЙЫҪҠАНЫ

ҠОМ ҺАЙЫҪҠАНЫ (Haemаtopus ostralegus), сәпсәү һымаҡтар отрядының сәпсәүҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Бөтә континенттарҙа ла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—46 см, ауырлығы 400—600 г, ҡанатының ҡоласы 80—86 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡаралы‑аҡлы (ҡорһағы аҡ төҫтә). Суҡышы ҡыҙыл, оҙон һәм тура, ян‑яҡтары...

ҠОМ, тау тоҡомо

ҠОМ, минералдарҙың һәм тау тоҡомдарының йомро һәм ҡырлы бөртөктәренән торған көпшәк, ватыҡ ултырма тау тоҡомо. Составында балсыҡлы материал, слюдалар, карбонаттар, мәғдән минералдары (ильменит, рутил, магнетит, циркон, алтын, платина, алмас һ.б.) ҡушылмалары бар. Бөртөктәрҙең өҫтөнлөк иткән үлсәмдәренә...

ҠОМ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠОМ, Ә м з ә, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ҡарман а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 960 кеше; 1920 – 1353; 1939 – 1068; 1959 – 873; 1989 – 356; 2002 – 268; 2010 – 268 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠОМАЛАҠ

ҠОМАЛАҠ (Humulus), киндер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ябай Ҡ. билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ике өйлө үлән. Һабағы уралыусан, ҡытыршы, сәнскеле, оҙонлоғо 3—6 м. Аҫҡы һәм урта япраҡтары 3—5 айырсалы йәки 3—5 бүлкәтле; өҫкөләре ғәҙәттә...

ҠОМАЛАҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠОМАЛАҠ, Ҡолмаҡ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Бизмән й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 474 кеше; 1920 – 561; 1939 – 450; 1959 – 377; 1989 – 203; 2002 – 154; 2010 – 141 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ҠОМЛО БАЛСЫҠ

ҠОМЛО БАЛСЫҠ, континенталь йәки диңгеҙҙәге йомшаҡ ултырма тау тоҡомдары, 0,01 мм ҙурыраҡ киҫәкле материалдан (ауырлығының 60—70%‑ы) һәм 0,01 мм бәләкәйерәк бөртөктәрҙән (30—50%), ш. иҫ. 0,005 мм ҙурлығындағы (10—30%) балсыҡ киҫәктәренән тора. Минераль составы б‑са — ҡомло (кварц миҡдары юғары булған)...

ҠОМЛОКҮЛ, Өфө р‑нындағы ауыл

ҠОМЛОКҮЛ, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Ҡалтау күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 659 кеше; 1920 – 922 кеше; 1939 – 977; 1959 – 862; 1989 – 781; 2002 – 746; 2010 – 748 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп...