Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОМТАШ

ҠОМТАШ, ватыҡ ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы, карбонатлы, кремнийлы һ.б. материалдар м‑н цементланған ҡом бөртөктәренән тора. Составы б‑са моно-, олиго- һәм полимикт; үлсәме б‑са ҡаты (2,0—1,0 мм), эре (1,0—0,5), уртаса (0,5—0,25), ваҡ (0,25—0,1) һәм үтә ваҡ (0,05—0,1 мм) бөртөклө Ҡ. айырыла. Йөҙләү ташы,...

ҠОМЪЯҘЫ, Балтас р‑нындағы ауыл

ҠОМЪЯҘЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Ҡомъяҙы й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 900 кеше; 1920 – 996; 1939 – 924; 1959 – 743; 1989 – 499; 2002 – 592; 2010 – 532 кеше....

ҠОНАЕВ Йәүҙәт Сабир улы

ҠОНАЕВ Йәүҙәт Сабир улы [7.3.1927, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Баязит а. (Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы)], тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1974), профессор (1981). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Ҡаҙаҡ тау‑металлургия институтын тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ...

ҠОНДОРАҠ

ҠОНДОРАҠ (Agrostis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да барлыҡ тиерлек тропик булмаған бүлкәттәрендә, ш. уҡ тропик тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Үрендеһе ер аҫтында йәйелеп үҫкән йәки үрендеһеҙ күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, һирәк осраҡта...

ҠОНШАҠ РАЙОНЫ (Силәбе өлкәһе)

ҠОНШАҠ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. 1930 й. 20 авг. БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны терр‑яһында ойошторолған (ҡара: Административ район). Майҙаны — 3430 км2. Район үҙәге — Ҡоншаҡ ауылы. Районда 18 ауыл советы, 131 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 37,8 мең кеше (1933), ш. иҫ. башҡорттар...

ҠОНШАҠ, ауыл (Силәбе өлк.)

ҠОНШАҠ, ауыл, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны һәм Ҡоншаҡ а/с үҙәге. Силәбе ҡ. Т.‑Көнс. 85 км һәм Ҡоншаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡоншаҡ күле (Исәт й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 6531 кеше; 1959 — 4199; 1989 — 5546; 2002 — 5993 (13%‑ы башҡорттар); 2010 — 6296 кеше. Урта һәм башланғыс...

ҠОР ҠАРСЫҒАҺЫ

ҠОР ҠАРСЫҒАҺЫ (Accipiter gentilis), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 60 см тиклем, ауырлығы 600—2000 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 97—127 см. Кәүҙәһенең өҫкө өлөшө һәм ҡанаттары күгелйем...

ҠОРАЛ

ҠОРАЛ, һуғыш алып барыу йәки һунар итеү өсөн традицион техник саралар. Таш быуат кешеләрендә күҫәк, һөңгө, гарпун, сыбыртҡы, һиртмәк (палеолит дәүерендә барлыҡҡа килә), ябай йәйә (мезолит), балта һәм бысаҡ (неолит) була. Бронза быуатында Ҡ. суҡмар, ҡылыс һәм күп ҡатлы йәйә, ш. уҡ ат егелгән ике тәгәрмәсле...

ҠОРАЛАЙ

ҠОРАЛАЙ, ҡ ы р к ә з ә һ е (Capreolus capreolus), ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның башлыса уртаса бүлкәтендә таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 150 см тиклем, ауырлығы 60 кг тиклем, инә зат вағыраҡ. Төҫө йәйен ерән, ҡышын һоро. Башы бәләкәй, ата Ҡ. тар‑ маҡлы мөгөҙлө (3—4...

ҠОРАЛАСЫҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҠОРАЛАСЫҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 155 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1180 кеше; 1920 – 1435; 1939 – 1183; 1959 – 858; 1989 – 554; 2002 – 562; 2010 – 528 кеше. Татарҙар,...

ҠОРАЛАСЫҠ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ҠОРАЛАСЫҠ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Ҡораласыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Оло Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1172 кеше; 1920 – 1395; 1939 – 1242; 1959 – 1160; 1989 – 694; 2002 – 638; 2010 – 553 кеше....

ҠОРАЛЛЫ ФОРМИРОВАНИЕЛАР

ҠОРАЛЛЫ ФОРМИРОВАНИЕЛАР, дәүләткә (законлы Ҡ.ф.), партияға, милли, дини йәки башҡа соц.-сәйәси ойошмаға буйһонған ҡораллы кешеләр берләшмәһе. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килгән тәүге даими Ҡ.ф. булып Өфө гарнизоны (хеҙмәтле кешеләр, башлыса стрелецтар һәм казактар)...

ҠОРАЛЛЫ ХАЛЫҠ ХӘРБИ ОЙОШМАЛАРЫ

  ҠОРАЛЛЫ ХАЛЫҠ ХӘРБИ ОЙОШМАЛАРЫ (ҠХХО), Көньяҡ Уралдағы Ҡыҙыл гвардия отрядтары. 1917 й. йәй-көҙөндә Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы тарафынан Өфө губернаһында тәртип һаҡлау өсөн эшсе милиция дружиналары (отрядтары) булараҡ ойошторола. Сент. Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ирекле эшсе...

ҠОРАМА, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠОРАМА, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Әсейылға й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 553 кеше; 1920 – 746; 1939 – 473; 1959 – 458; 1989 – 361; 2002 – 417; 2010 – 505 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ҠОРАУЛЫ ПОЛИМЕРҘАР

ҠОРАУЛЫ ПОЛИМЕРҘАР, берҙәм арауыҡ селтәре барлыҡҡа килтергән полимер сылбырҙарының макромолекуляр структураһы. Арҡыры бәйләнешле өс үлсәмле йәки селтәрле полимерҙар. Селтәрҙең структураһы ҡоралыу төйөндәренең концентрацияһы һәм функционаллеге, улар араһында сылбырҙарҙың молекуляр‑масса бүленеше м‑н...

ҠОРБАН БАЙРАМЫ

ҠОРБАН БАЙРАМЫ, Ҡ о р б а н ғ ә й е т е, иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Зөлхизә айының (һижрәттең 12‑се айы) 10‑сы көнөндә, хаж тамамланған көндә башлана, 3—4 көн дауам итә. Ҡ.б. тарихы Ҡөрьәндә бәйән ителгән Ибраһим пәйғәмбәргә (Библияла Авраам) Алла тарафынан тоғролоғон тикшереү өсөн ебәрелгән...

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ, илаһтарға, изгеләргә, ата-бабаларға, төрлө әруахтарға һ.б. мәрхәмәт күрһәтеү һәм шөкөр ҡорбандары килтереүҙән торған дини йола. Бөтә диндәрҙәлә бар. Ҡанлы (кеше, хайуан), ҡанһыҙ (аҙыҡ‑түлек, әйбер һ.б.) ҡорбандар була, күмәкләп йәки айырым башҡарыла. Башҡорттарҙа Ҡ.к. исламға тиклемге...

ҠОРБАН, балыҡ

ҠОРБАН, т а р а н (Abramis brama), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Төньяҡ, Балтик, Аҡ, Баренц, Ҡара, Каспий, Азов һәм Арал диңгеҙҙәре басс. йәшәй. Кәүҙәһе яҫы, ялпаҡ, оҙонлоғо 25—45 см, ауырлығы 1 кг тиклем. Ҡорһағы көмөш төҫлө, арҡаһы һорғолт йәшел. Аналь йөҙгөсө оҙон. Бер...

ҠОРБАНАЕВА Флора Шәйхи ҡыҙы

ҠОРБАНАЕВА Флора Шәйхи ҡыҙы [30.11.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1977). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1977), БАССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965). Х.А.Ҡорбанаеваның ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) Йомағужа р‑н дауаханаһында, 1952...

ҠОРБАНАЕВА Хәлимә Абдулла ҡыҙы

ҠОРБАНАЕВА Хәлимә Абдулла ҡыҙы [27.12.1900, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 2.4.1972, Өфө], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). З.А.Биишеваның апаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1918 й. алып — Ҡыпсаҡ кантоны, Мораҡ районы,...