Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАЛИЕВ Юрий Алексеевич

КАЛИЕВ Юрий Алексеевич (16.1.1957, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Сабыҡ а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2004), проф. (2006). Мари ун‑тын тамамлағандан һуң (Йошкар-Ола, 1983) шунда уҡ эшләй. 2003 й. алып БДУ‑ның Бөрө филиалында философия һәм соц.‑иҡт. фәндәр каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре миф философияһына, мифологик...

КАЛИЙЛЫ АШЛАМАЛАР

КАЛИЙЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн калий сығанағы булараҡ ҡулланылған минераль матдәләр. К.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — составында калий минералдары булған тау тоҡомдары. К.а. сей калий тоҙҙарына (сильвин, карналлит һ.б.), концентрат ашламаларға (калий хлориды йәки сульфаты һ.б.),...

КАЛИНИН Евгений Петрович

КАЛИНИН Евгений Петрович (10.1.1942, Молотов өлк. Сараны ҡсб), тау инженер-технологы. Магнитогорск тау-металлургия ин‑тын тамамлаған (1972). 1960 й. алып Башҡ‑н баҡыр-көкөрт комб‑тының байыҡтырыу ф‑каһында (Сибай ҡ.) эшләй. 1974 й. башлап Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында: төп корпус нач., 1978 й. алып...

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, агросәнәғәт пр‑тиеһы. Стәрлетамаҡ р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Николаевка ауылы. Составында йәш һыйыр малын үҫтереп еткереү һәм һимертеү фермаһы, 2 йылҡысылыҡ һәм 6 һөтсөлөк фермаһы (ш. иҫ. ҡара‑сыбар тоҡомло һыйыр малының тоҡомсолоҡ репродукторы) һ.б. Колхозда...

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО. “ӨМЭПБ” ААЙ‑ның Калинин М.И. ис. мәҙәниәт йорто 1933—2002 йй. Өфөлә эшләй (1956 й. тиклем ӨМЭЗ‑дең “Ударник” клубы; ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе). 690 һәм 400 урынлыҡ 2 тамаша залы, түңәрәк эше өсөн бүлмәләр, грим бүлмәләре, методик кабинет...

КАЛИНИН Михаил Иванович

КАЛИНИН Михаил Иванович (7.11.1875, Тверь губ. Үрге Троица а. — 3.6.1946, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1944). 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. 1919 й. башлап Бөтә Рәсәй ҮБК, 1923 й. — СССР ҮБК, 1938—46 йй. СССР ЮС‑ы Президиумы рәйесе. 1919 й. алып ВКП(б) ҮК, 1926 й. — ВКП(б)...

КАЛИНИН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

КАЛИНИН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Сибай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 47 км һәм Сибай т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. буйында урынлашҡан.  Халҡы: 1920 й. — 237 кеше; 1939 — 300; 1959 — 400; 1989 — 342; 2002 — 357; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке...

КАЛИННИКИ, Бөрө р‑нындағы ауыл

КАЛИННИКИ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Калинники а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 70 км алыҫлыҡта, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында, Калинка й. һәм Старица күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1477 кеше; 1920 — 1564; 1939 — 1406; 1959 — 1134; 1989 — 1187;...

КАЛИНОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

КАЛИНОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 6 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫ‑ лыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 82 кеше; 1959 — 189; 1989 — 83; 2002 — 130; 2010 — 109 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға 1920 й. һәм 1925 й. араһында Бәләбәй кантонында...

КАЛИНУШКИН Николай Александрович

КАЛИНУШКИН Николай Александрович (25.1.1948, Өфө — 20.4.2004, шунда уҡ), скульптор. РФ‑тың (1998) һәм БР‑ҙың (1993) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Юғары художество-сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1977; педагогтары А.С.Кондратьев, Г.А.Шульц) 1985 й. тиклем БДПИ‑ла, 1992—2004 йй....

КАЛИПСО

КАЛИПСО (Calypso), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө — һуғанбашлы К. билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, аҫҡы өлөшөндә һуғанбаш рәүешле йыуанайған, өҫкөһөндә 2—3 ярылы еңсә м‑н (редукцияланған япраҡтарҙың...

КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы

КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы (7.9.1952, БАССР‑ҙың Балтас районы Түбәнге Иванай а. — 27.11.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2012), атҡаҙанған (2003) рәссамы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1980;...

КАЛМАЗЫ, ауыл, Бөрө ҡ. эсендә

КАЛМАЗЫ, ауыл, 1939 й. алып Бөрө ҡ. эсендә. 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙендә Калмазы бүлендек ауылы булараҡ Бөрө ҡ. кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 30 йортта 141 кеше йәшәгән. 1906 й. бүленеп сыҡҡан Бөрө Биҫтәһе булараҡ теркәлгән; һабын ҡайнатыу з‑ды, бакалея кибете булған....

КАЛМАЦКИЙ Борис Григорьевич

КАЛМАЦКИЙ Борис Григорьевич (15.10.1948, Өфө — 29.10.1993, шунда уҡ), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1982). БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1976 й. алып “За коммунистический труд” [“Коммунистик хеҙмәт өсөн”; хәҙ. “Гидравлика” ААЙ‑ның “Вестник Гидравлики” (“Гидравлика хәбәрҙәре”) гәз.], “Вечерняя Уфа”...

КАЛМЫКОВ Михаил Васильевич

КАЛМЫКОВ Михаил Васильевич (20.11.1888, Тверь губернаһы — 16.4.1938, Мәскәү ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Комкор (1935). 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. РККА Хәрби академияһын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1924). 1910—17 йй. рус армияһында, өлкән унтер-офицер;...

КАЛОВКА, ауыл

КАЛОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск). Ауылға Өфө өйәҙендә Каловскийҙар ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1617 й. алып билдәле. Шулай уҡ Никитин исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 2 йортта 19 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Халҡы: 1906 й. —...

КАЛОВСКИЙҘАР

КАЛОВСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Польша шляхтаһынан. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар — Иван Ермолаевич (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Третьякович) К., Өфө воеводаһы (1614; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1614—15). 1601 й. Себер ханы улдарының рус подданныйлығын ҡабул итеү т‑дағы ярлыҡтары м‑н М.А.Нагой тарафынан Б.Годуновҡа...

КАЛЬЦЕФИЛДАР

КАЛЬЦЕФИЛДАР, калькофиттар (лат. сalx — эзбиз һәм ...фил), башлыса кальций м‑н байытылған субстраттарҙа, ш. уҡ эзбизташтар, аҡбур, мергелдәр һ.б. сыҡҡан урындарҙа үҫкән үҫемлектәр. Ксероморф адаптив һыҙаттарының (япраҡтарының кәмеүе йәки хатта япраҡһыҙ булыу, япраҡтарҙың тышҡы йөҙө парланыуҙан балауыҙ...

КАЛЬЦИЙ

КАЛЬЦИЙ (Calcium), Ca, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫлө металл, tиреү842°С, tҡайнау1495°С, тығыҙлығы 1540 кг/м3. Ҡоро һауала 300°С юғарыраҡ т‑рала окислана. Хлор, бром, күпселек к‑талар (ҡуйыртылған көкөрт һәм азот к‑таларынан башҡа), дым булғанда — һауа,...

КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА

КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА, натрий карбонаты, Na2CO3. tиреү853°С, тығыҙлығы 2533 кг/м3 булған аҡ кристалдар, һыуҙа эрей, дымды еңел һеңдерә, асыҡ һауала натрий гидрокарбонаты барлыҡҡа килтереп дымды һәм углерод диоксидын йота. Көслө һәм көсһөҙ кислоталар м‑н углекислый газ сығарып тәьҫир итешә. Башҡ‑нда К.с....