Список материалов
ЕЖОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл
ЕЖОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 71 км һәм Загородная т. юл ст. Т.-Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 385 кеше; 1920 — 523; 1939 — 394; 1959 — 386; 1989 — 142; 2002 — 104; 2010 — 84 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп...
ЕЙӘН ҠУШТАНОВ
ЕЙӘН ҠУШТАНОВ, Иван Ҡ., Ябан Ҡ. (1726 — ?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡыҙылъяр а. (хәҙ. Пермь крайының Барҙы р‑ны 1‑се Ҡыҙылъяр а.) башҡорто. 1773 й. дек. Әбдей Абдулловҡа ҡушыла. Уҫы даруғаһында һәм Ҡазан губернаһына яҡын торама пункттарҙа...
ЕЙӘНСУРА МУЗЕЙЫ
ЕЙӘНСУРА МУЗЕЙЫ, Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. урынлашҡан. 1989 й. 1‑се һәм 2‑се урта мәктәптәр музейҙары базаһында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2006 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 2 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. үҙешмәкәр рәссам Н.Х.Фәйрушиндың картиналары, таксидермист...
ЕЙӘНСУРА РАЙОНЫ
ЕЙӘНСУРА РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяғында урынлашҡан. Төньяҡта – Күгәрсен, көнсығышта – Йылайыр һәм Хәйбулла р‑ндары, көньяҡта һәм көнбайышта Ырымбур өлк. м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Йылайыр кантоны (ҡара: Административ район) улустары инә. 1956 й. Е.р. Абҙан районы терр‑яһы ҡушыла....
ЕЙӘНСУРИН Ғәҙелша Дәүләт улы
ЕЙӘНСУРИН Ғәҙелша Дәүләт улы [1894 й. окт., Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Буҫтыбай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 27.11.1937, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар һуғыштарында һәм 1920 й. совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы. 1906—10 йй. Ырымбур өйәҙенең Сәйетҡол урыҫ-башҡ. уч‑щеһында уҡыған....
ЕКАТЕРИНБУРГ ГУБЕРНАҺЫ
ЕКАТЕРИНБУРГ ГУБЕРНАҺЫ, 1919 й. июлендә РСФСР составында ойошторола. Губернаға Пермь губ. 6 өйәҙе инә. 1922 й. төньяҡ-көнбайышта — Коми (Зырян) авт. өлкәһе, төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Төмән губ., көньяҡта — Силәбе губернаһы, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта — БАССР, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта...
ЕКАТЕРИНБУРГ ӨЙӘҘЕ
ЕКАТЕРИНБУРГ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Себер губ. Тубыл провинцияһының көнбайыш өлөшө инә. 1796 й. алып — Пермь губернаһы, 1919 й. башлап Екатеринбург губернаһы составында. 19 б. аҙ. төньяҡта — Пермь губ. Верхотур өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — ш. уҡ губ. Эрбет өйәҙе,...
ЕКАТЕРИНОВКА, Бәләбәй р-нындағы ауыл
ЕКАТЕРИНОВКА, Бәләбәй р-нын-дағы ауыл, Баженов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 20 км һәм Приют т. юл ст. Т.-Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 161 кеше; 1920 — 380; 1939 — 204; 1959 — 372; 1989 — 100; 2002 — 117; 2010 — 122 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. башында Бәләбәй...
ЕКӘН
ЕКӘН (Typha), екән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Йәйелеүсе оҙон йыуан тамырһабаҡлы күп йыллыҡ һыу йәки һаҙ үләне. Һабағы йыуан, цилиндр рәүешендә, төбө йыуан, 70—200 см бейеклектә. Япрағы сиратлы асыҡ йәки...
ЕКОМАСОВ Евгений Григорьевич
ЕКОМАСОВ Евгений Григорьевич (8.6.1958, Приморье крайы Анучино а.), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2006), проф. (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй (2003 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...
ЕЛ
ЕЛ, Ер өҫтөндә атмосфера баҫымының тигеҙ бүленмәүе арҡаһында барлыҡҡа килгән һәм юғары баҫым өлкәһенән түбән баҫым өлкәһенә йүнәлгән һауа хәрәкәте. Һауа хәрәкәтенә Ер әйләнешен кире ҡағыу көсө, ышҡылыу көсө, үҙәктән ҡыуған көс һ.б. йоғонто яһай. Е. тиҙлек һәм йүнәлеш (анеморумбометр, флюгер һ.б. м‑н,...
ЕЛӘҘЕКҮЛ, Балтас р-нындағы ауыл
ЕЛӘҘЕКҮЛ, Балтас р-нындағы ауыл, Түб. Ҡарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Еләҙекүл (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 727 кеше; 1920 — 736; 1939 — 513; 1959 — 492; 1989 — 298; 2002 — 252; 2010 — 146...
ЕЛӘН
ЕЛӘН, башҡорттарҙың традицион кейеме, оҙон итәкле, эслек ҡуйып тегелгән еңле өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр (тура билле) һәм ҡатын-ҡыҙ (билле, киң итәкле) еләне булған. Ирҙәр Е. ҡара төҫтәге кизе-мамыҡ, һирәгерәк бәрхәт, ебәк, аҡ атластан теккәндәр; итәк, салғый, ең ситтәрен ҡыҙыл буҫтау м‑н...
ЕЛБЕГӘЙ
ЕЛБЕГӘЙ (Anemonoides), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: алтай Е., лютик һымаҡ Е., урал Е. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, 8—25 см бейеклектә. Оҙон һаплы тамыр яны япраҡтары 1—2 бөртөк...
ЕЛГАШТИНА Мария Николаевна
ЕЛГАШТИНА Мария Николаевна (2.6.1873, Барнаул ҡ. — 10.11.1966, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1955), БАССРҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). 1892—95 йй. Строганов үҙәк техник һүрәт төшөрөү уч‑щеһында (Мәскәү) уҡыған. 1906 й. алып Өфөлә йәшәй. 1921—32 йй. БАССР мәғариф...
ЕЛДӘР РОЗАҺЫ
ЕЛДӘР РОЗАҺЫ, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр б‑са (ай, миҙгел, йыл) билдәле бер урындағы ел режимын күрһәткән нурлы диаграмма. Диаграмма уртаһындағы һан һил көндәрҙе күрһәтә, нурҙар елдең төп йүнәлештәрен аңлата. Нурҙарҙың оҙонлоғо ел йүнәлеше ҡабатланыуын билдәле ваҡыт эсендә проценттарҙа күрһәтә (һил көндәрҙән...
ЕЛДӘР, Миәкә р‑нындағы ауыл
ЕЛДӘР, Миәкә р‑нындағы ауыл, Елдәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 37 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 80 км алыҫлыҡта Елдәр й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1395 кеше; 1920 — 1810; 1939 — 1544; 1959 — 1231; 1989 — 960; 2002 — 978; 2010 — 890 кеше. Башҡорттар, татарҙар...
ЕЛЕМҮЛӘН
ЕЛЕМҮЛӘН (Silene), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 500‑ҙән артыҡ төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: иҙел Е., йәшелсәскә Е., һылашҡаҡ Е., ҡырҡсәскә Е., төн Е. һ.б. Күп һәм ике йыллыҡ үлән. Яңғыҙ йәки күп, төҙ йәки күтәрелеүсән, ҡуйы төклө һабаҡлы, бейеклеге...
ЕЛЕНОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ
ЕЛЕНОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Ырымбур өлк. Домбаровский р‑ны сиктәрендә Ушҡатты, Кейембай һәм Шандаша йй. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө. Ҡалҡыулыҡ киртләсендә урынлашҡан. 1956 й. СССР ФА Археология ин‑тының Көньяҡ Урал экспедицияһы...
ЕЛИСЕЕВ Сергей Иванович
ЕЛИСЕЕВ Сергей Иванович (1876, Өфө — 1939, Томск ҡ.), спортсы. Атлетика һөйөүселәр түңәрәге тәрбиәләнеүсеһе (С.-Петербург; тренеры В.Ф.Краевский). Ауыр атлетика б-са Италияла халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Милан ҡ., 1899), Рәсәй чемп. (1899, 1900), донъя (1903 — профессионалдар араһында) һәм Рәсәй (1898)...