Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БАШКИРДОРТРАНСПРОЕКТ”

“БАШКИРДОРТРАНСПРОЕКТ” республика автомобиль юлдары һәм транспорт ҡоролмалары проект‑тикшеренеү институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1931 й. “Башдортранс” берекмәһенең проект‑тикшеренеү секторы булараҡ ойошторола, 1934 й. алып “Башпроектдор” автомобиль һәм ылау юлдары, уларҙа яһалма ҡоролмалар проектлау...

“БАШКИРНЕФТЕПРОДУКТ”, пр-тие

“БАШКИРНЕФТЕПРОДУКТ”, ААЙ. 100‑ҙән ашыу нефть продукты, ш. иҫ. автомобиль бензиндары, дизель яғыулығы, төрлө майҙар һатыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Пр‑тие составы: БР һәм Силәбе өлк. ҡалалары һәм райондарында 13 филиал, 2‑се нефть продукттарын ҡойоу‑тултырыу участкаһы, автомобиль транспорты паркы....

“БАШКИРПОМОЩЬ”, комиссия

“БАШКИРПОМОЩЬ”, Граждандар һуғышы барышында бөлгөнлөккә төшкән Башҡ. респ. халҡын соц. тәьмин итеү б‑са Башҡортостан хәрби‑революцион комитетында Бөтә Рәсәй ҮБК вәкиле эргәһендәге комиссия. 1919 й. дек. Стәрлетамаҡ ҡ. ойошторола. 1919 й. 6 окт. РСФСР ХКС‑ының “Аҡтарҙан зыян күргән башҡорттарға ярҙам...

“БАШКИРРЫБА”, пр-тие

“БАШКИРРЫБА”, балыҡ эшкәртеү, балыҡ продукцияһын һаҡлау пр‑тиеһы. 1956 й. Өфөлә “Рыбзавод” дәүләт пр‑тиеһы булараҡ ойошторола, 1978 й. алып “Б.” Өфө күмәртә базаһы, 1989 й. — респ. сауҙа‑производство пр‑тиеһы, 1992 й. — ҡуртым пр‑тиеһы, 1996 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 2000 й. ябыла. “Б.” составына балыҡ...

“БАШКИРРЫБХОЗ”, пр-тие

“БАШКИРРЫБХОЗ”, ААЙ. Быуа балыҡсылығы, балыҡ тотоу, эшкәртеү һәм һатыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: “Пчела” (1959, Благовещен р‑ны), “Ҡамышбаш” (1972, Мәләүез р‑ны), “Ҡашҡаҡ” (1998, Тәтешле р‑ны) һәм “Торнабаҫыу” (1972, Өфө р‑ны) балыҡ хужалыҡтары; Бөрө, Дүртөйлө, Ҡарман, Краснокама,...

“БАШКИРСКАЯ НЕФТЬ” (“Башҡортостан нефте”), бюллетень

“БАШКИРСКАЯ НЕФТЬ” (“Башҡортостан нефте”), бюллетень. Башҡортостан республикаһы нефть һәм газ сәнәғәте фәнни-техник йәмғиәте органы. Өфө ҡ. урыҫ телендә айына 1 тапҡыр сыға. 1936 й. алып “За башкирскую нефть” исеме аҫтында баҫыла, 1945—59 йй. — “Б.н.”. Бюллетень биттәрендә республика һәм ил сәнәғәте...

“БАШКИРСКИЙ КРАЙ” (“Башҡорт ере”), гәзит

“БАШКИРСКИЙ КРАЙ” (“Башҡорт ере”), иҡтисади гәзит. БАССР‑ҙың халыҡ хужалығын, финанстар ХК‑н, ер эшкәртеү ХК‑н, сәнәғәт ХК‑н планлаштырыу буйынса Башҡортостан дәүләт советы органы. Өфө ҡ. 1923 й. 18 февраленән алып 1924 й. 15 майына тиклем урыҫ телендә сыға. 1923 й. барлығы 15 һаны сыға, 1924 й. — 5....

“БАШКИРСКИЙ ХИМИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ”

“БАШКИРСКИЙ ХИМИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ” (“Башҡортостан химия журналы”), фәнни‑техник журнал. Ойоштороусылары: РФ Мәғариф министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Химиктар союзы, Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар институты, ӨДНТУ. 1994 й. алып Өфөлә урыҫ телендә йылына 4 тапҡыр “Реактив” нәшриәтендә сығарыла....

“БАШКИРСКИЙ ЭКОЛОГИЧЕСКИЙ ВЕСТНИК”

“БАШКИРСКИЙ ЭКОЛОГИЧЕСКИЙ ВЕСТНИК” (“Башҡортостан экология хәбәрҙәре”), фәнни-популяр журнал. Ойоштороусылары: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР ФА, БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ. 1998 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 500 дана (2010). 2014 й. “Уральский экологический...

“БАШКИРУГОЛЬ”, пр-тие

“БАШКИРУГОЛЬ” күмер компанияһы, һоро күмер сығарыу һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. Европала иң эре пр‑тиеларҙың береһе. 1955 й. Күмертау ҡ. “Башуглеразрезстрой” тресы пр‑тиелары базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1957 й. алып комб‑т, 1975 й. — ПБ, 1995 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына бүлендек пр‑тиелар —...

“БАШКИРЭНЕРГО”, ААЙ

“БАШКИРЭНЕРГО”, электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү пр‑тиеһы. 1933 й. Өфөлә “Башэнергокомбинат” булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й., Өфөнөң 1‑се ТЭЦ‑ы һәм 2‑се ТЭЦ‑ы ҡушылғас, Өфө энергокомб‑ты тип үҙгәртелә, 1945 й. алып “Уфимэнерго” район энергетика идаралығы, 1953 й. — “Б.” район энергетика идаралығы,...

“БАШКОММУНВОДОКАНАЛ”, ДУП

“БАШКОММУНВОДОКАНАЛ”, ДУП. Һыу менән тәьмин итеүҙе һәм канализация коммуналь системаларын файҙаланыуҙы һәм камиллаштырыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составында БР ҡалаларындағы һәм райондарының адм. үҙәктәрендәге 21 һыу үткәргес-канализация хужалығы пр‑тиеһы. Эсәр һәм ағынты һыуҙарҙың сифатын...

“БАШКОММУНЭНЕРГО”, ААЙ

“БАШКОММУНЭНЕРГО”, АЙ. Ҡаҙандар, газ горелкалары һәм стандарт булмаған ҡорамалдар етештерә; электр һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә проектлау, монтажлау һәм сафҡа индереү-көйләү эштәрен башҡара. Өфө ҡ. урынлашҡан. 2010 й. 45 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1972 й....

“БАШҠОРТ АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ”

“БАШҠОРТ АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ” (“Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики”; Өфө, 1959), 1917—25 йй. тарихи сығанаҡтарҙың системалаштырылған ғилми‑археографик баҫмаһы. ТТӘИ тарафынан эшләнгән; мөхәррире һәм яуаплы төҙөүсеһе Б.Х.Юлдашбаев....

“БАШҠОРТ ДАЙСАЛАРЫН ЫҘАНЛАУ ТУРАҺЫНДА ПОЛОЖЕНИЕ”

“БАШҠОРТ ДАЙСАЛАРЫН ЫҘАНЛАУ ТУРАҺЫНДА ПОЛОЖЕНИЕ” (“Положение о размежевании башкирских дач”), башҡ. дайсалары эсендәге ер биләмәләрен аҫаба башҡорттар (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы), керҙәштәр һ.б. араһында бүлеү т‑да закон. 1898 й. 20 апр. ҡабул ителә. Николай II тарафынан раҫлана. Документҡа...

“БАШҠОРТ ИТТИФАҠИ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре”), гәзит

“БАШҠОРТ ИТТИФАҠИ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт өлкә бюроһы органы. Берҙән‑бер һаны 1917 й. 14 июнендә Ырымбур ҡ. иҫке башҡорт телендә сыға. Унда Ә.Ә.Вәлидовтың Башҡ. милли хәрәкәтенең төп идеялары бәйән ителгән “Башҡорттарҙың алдағы торған эштәре”...

“БАШҠОРТ ТАУЫШЫ”, гәзит

“БАШҠОРТ ТАУЫШЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге органы. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. 1918 й. июль—авгусында “Яңы ваҡыт” типографияһында нәшер ителә (бөтәһе 3 һаны сыға). Гәзит биттәрендә Башҡ. хөкүмәтенең хәрби бүлеге бойороҡтары,...

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ”

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ” (“Грамматика башкирского языка”), Н.К.Дмитриев монографияһы (М.—Л., 1948; 2‑се баҫма — М., 2008). Хеҙмәт башҡорт тел ғилеме һәм төркиәт ҡаҙаныштары нигеҙендә, экспедициялар, фольклор, һөйләү теле материалдарын файҙаланып яҙылған. Башҡ. тел ғилемендә әҙәби башҡ. теленең...

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ДИАЛЕКТОЛОГИК АТЛАСЫ”

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ДИАЛЕКТОЛОГИК АТЛАСЫ” (“Диалектологический атлас башкирского языка”), башҡорт теле диалекттарының тарихи үҫешендә уларҙың таралыу төбәктәрен күрһәткән системалаштырылған диалектологик карталар йыйылмаһы. Н.Х.Мәҡсүтова етәкс. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел белгестәре коллективы...

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ФОНЕТИКАҺЫ”, монография

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ФОНЕТИКАҺЫ”, Ж.Ғ.Кейекбаев монографияһы (Өфө, 1958; 2‑се баҫма 2002). Хеҙмәт башҡорт тел ғилеме һәм тюркология ҡаҙаныштары нигеҙендә яҙылған. Фундаменталь хеҙмәт башҡ. теленең фонологик һәм фонетик системаһын башҡа төрки телдәр м‑н һүрәтләү һәм сағыштырма-тарихи пландарҙа (ҡара: Сағыштырма‑тарихи...