Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СУШКИН Пётр Петрович

СУШКИН Пётр Петрович (27.2.1868, Тула ҡ. — 17.9.1928, Кисловодск ҡ.), зоолог, орнитолог. СССР ФА академигы (1923), биология фәндәре докторы (1914), профессор (1901). Фәнни эшмәкәрлеге орнитология, зоогеография, сағыштырма анатомия, палеонтология мәсьәләләренә арналған. С. тарафынан Рәсәйҙең Европа һәм...

СУШКО Борис Константинович

СУШКО Борис Константинович (20.6.1947, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (2009). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1965 й. алып ӨПЭЗ‑дә, 1973 й. башлап БДУ‑ла (1979 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге электр оптикаһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, электрон‑ионлы технологик...

СҮКЕҮ

СҮКЕҮ, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеүҙең бер төрө. Сүкегәндә ҡыҙҙырылған әҙерләмәгә инструмент м‑н күп тапҡыр һуғалар, һөҙөмтәлә ул кәрәкле форма һәм үлсәмдәрҙе ала. Сүкеү инструменттары: һуҡҡыс, балта, тишкес, разгонка, ҡыҫҡыс һ.б. Машина м‑н һәм нәфис С. (ҡулдан С.) айырыла. С. технологик процесы...

СҮКЕҮ‑ШТАМПЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

СҮКЕҮ‑ШТАМПЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, әҙерләмәнең локаль күләмен бүлгеләп, материалдарҙы пластик деформация иҫәбенә формалаштырыу. С.‑ш.т. материалдарҙың тышҡы көстәр йоғонтоһонан емерелмәйенсә деформацияланыу үҙсәнлегенә нигеҙләнгән. Пластик формалаштырыу материалдарҙың структураһына һәм үҙсәнлектәренә ыңғай...

СҮЛТЕ, Илеш р‑нындағы ауыл

СҮЛТЕ, Илеш р‑нындағы ауыл, Сүлте а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 90 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 569 кеше; 1920 – 714; 1939 – 561; 1959 – 405; 1989 – 347; 2002 – 367; 2010 – 339 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Дөмәй урта мәктәбе...

СҮЛТӨП, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

СҮЛТӨП, Б а й к а л, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡормаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 408 кеше; 1920 – 487; 1939 – 238; 1959 – 328; 1989 – 148; 2002 – 149; 2010 – 153...

СҮПРӘБӘШМӘГЕ

СҮПРӘ БӘШМӘГЕ, аскомицеттар, базидиомицеттар һәм дейтеромицеттар класына ҡараған, типик мицелийы булмаған бер күҙәнәкле бәшмәктәрҙең йыйылма төркөмө. Яҡынса 500 төрө билдәле. Күҙәнәктәренең ҙурлығы 1‑ҙән алып 10 мкм тиклем (йышыраҡ 3—7 мкм), оҙонсаларыныҡы – 20 мкм тиклем һәм артығыраҡ. С.б. күҙәнәктәре...

СҮСЛЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР

СҮСЛЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР, механик туҡымаларында бик күп сүстәр йәки емештәрендә һәм орлоҡтарында оҙон төксәләр булған үҫемлектәр. С.ү. туҡыу сәнәғәтендә еп һәм туҡымалар (оҙон етен, мамыҡ үләне), үрелгән әйберҙәр (балан, муйыл, тал), бумалалар, һалабаш, щёткалар (йүкә), һеперткеләр (күкһәүел, селек), ҡағыҙ...

СҮСЛЕ-ОПТИК ЭЛЕМТӘ ЛИНИЯҺЫ

СҮСЛЕ‑ОПТИК ЭЛЕМТӘ ЛИНИЯҺЫ, мәғлүмәт сигналдары кварцлы сүс яҡтылыҡ йөрөткөстәр (оптик сүстәр) буйлап тапшырылған оптик элемтә линиялары. Элемтә системаларында, кабель телевидениеһында, транспортта, производство процестарын автоматлаштырыу һ.б. өсөн файҙаланыла. Респ. 20 б. 80‑се йй. башлап оптик яҡтылыҡ...

СФАЛЕРИТ, минерал

  СФАЛЕРИТ (гр. sphaleros – ялған), я л ғ а н ц и н к, сульфидтар класы минералы, ZnS. Составына тимер (26%‑ҡа тиклем), марганец, кадмий, галлий, индий, көмөштөң һ.б. изоморф ҡушылмалары инә. Тимер миҡдары күп (марматит), аҙ (клейофан) булған һ.б. төрҙәрен айыралар. Кристалдары тетраэдр, додекаэдр...

СХЕНУС

 СХЕНУС (Schoenus), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 80‑дән ашыу төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда тутыҡ С. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы кәҫлек барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы күп һанлы, цилиндр формаһында тиерлек, бейеклеге 10–30 см,...

СЦЕНОГРАФИЯ

 СЦЕНОГРАФИЯ, т е а т р ‑ д е к о р а ц и я с ә н ғ ә т е, декорациялар, костюмдар, яҡтылыҡ, постановка техникаһы ярҙамында спектакль образын тыуҙырыу сәнғәте. С. формалашыуы театр, драматургия, һынлы сәнғәт үҫешенә бәйле. Башҡортостанда С. барлыҡҡа килеүе 20 б. башына ҡарай. Үҙешмәкәр коллективтарҙың...

СЧЁТЧИКТАР

СЧЁТЧИКТАР, һ а н а ғ ы с т а р, шыйыҡлыҡ, газ, электр һәм йылылыҡ энергияһы сығымдарын (тотоноуҙы) үлсәү приборҙары. С. тип ш. уҡ төрлө өлөшсәләрҙе теркәү, скважиналарға ҡорамалдар төшөрөү тәрәнлеген һәм тиҙлеген һ.б. үлсәү ҡулайламаларын атайҙар. Шыйыҡлыҡ (һыу, нефть, шыйыҡландырылған газ һ.б.) сығымдары...

СЪЁМОВ Дмитрий Александрович

СЪЁМОВ Дмитрий Александрович (30.6.1978, Арзамас ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры Р.Н.Латипов). Рәсәй һәм Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (икеһе лә – 2001), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1999,...

СЫБАҠАЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

СЫБАҠАЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Балтика а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 304 кеше; 1959 – 278; 1989 – 222; 2002 – 229; 2010 – 250 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Балтика урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ...

СЫБАР СӘСКӘ

СЫБАР СӘСКӘ (Fritillaria), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, башлыса төньяҡ уртаса зонала таралған. Башҡортостанда рус С.с. һәм сатраш С.с. үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һабаҡтары төҙ, ябай, аҫҡы өлөшөндә япраҡһыҙ, бейеклеге 50–60 см тиклем. Япраšтары сиратлы,...

СЫБАРКҮЛ РАЙОНЫ

СЫБАРКҮЛ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең үҙәгендә урынлашҡан. 1935 й. 18 ғин. ойошторолған. Майҙаны – 2879 км2. Адм. үҙәге – Сыбаркүл ҡалаһы. Районда 9 ауыл советы, 56 ауыл торама пункты бар. Халҡы – 30,2 мең кеше (2010), ш. иҫ. 7,0% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң...

СЫБАРКҮЛ, күл

СЫБАРКҮЛ, Моғаҡ й. (Йәнгел й. ҡушылдығы) тамағындағы күл. Әбйәлил р‑ны Асҡар а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 10,0 км2, оҙонлоғо 5,1 км, уртаса киңлеге 1,9 км, уртаса тәрәнлеге 2,0 м (макс. – 3,5 м), һыу күләме 20,4 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 369,0 км2. Тектоник...

СЫБАРКҮЛ, Салауат р‑нындағы ауыл

CЫБАРКҮЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Лағыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 23 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Шәрәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 243 кеше; 1959 – 252; 1989 – 191; 2002 – 225; 2010 – 214 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

СЫБАРКҮЛ, һаҙлыҡ

СЫБАРКҮЛ, Йәнгел й. басс. һаҙлыҡ. Әбйәлил р‑ны Дәүләт а. төньяҡҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Сыбаркүлдең көньяҡ ярында урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 475,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,2 м, иң ҡалыны – 2,0 м, эшкәртелмәгән торф запасы 810,0 мең м3. Туйыныуы ҡатнаш. Күрән, ҡамыш, тал үҫә. Аҡ ҡуян,...