Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СПИРИДОНОВ Михаил Григорьевич

СПИРИДОНОВ Михаил Григорьевич (28.4.1952, Өфө ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (2021). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Өфө ҡ. йәшәй һәм эшләй.   Метафизик йүнәлеш вәкиле, әҫәрҙәрендә кешеләрҙең, предметтарҙың һәм тәбиғәттең реалистик һүрәтләнеше социалистик реализмға хас булмаған яңғыраш ала....

СПИРИДОНОВА Мария Александровна

СПИРИДОНОВА Мария Александровна (16.10.1884, Тамбов ҡ. — 11.9.1941, Орёл ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. 1906—17 йй. каторгала. Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы етәкселәренең береһе. Советтарҙың 2‑се Бөтә Рәсәй...

СПИРИН Владимир Степанович

СПИРИН Владимир Степанович (2.7. 1923, Сембер губ. Вальдиватское а. — 2002, Спасск‑Рязанский ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1965), проф. (1988). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1954). 1948 й. алып — Ағиҙел йылға...

СПИРТТАР

СПИРТТАР, туйындырылған (алкоголдәр), туйындырылмаған (енолдар), углерод атомдарының ароматик ҡулсаһы (фенолдар) молекулаларында 1 йәки бер нисә гидроксил (ОН) төркөмлө углеводород сығарылмалары. С. өсөн ИЮПАК номенклатураһы б‑са (метанол, этанол һ.б.), тривиаль (метил спирты — ағас, этиллы‑шарап һ.б.)...

Списки сокращений

ҠЫҪҠАРТЫУҘАР ИСЕМЛЕГЕ БИБЛИОГРАФИЯЛАҒЫ ҠЫҪҠАРТЫУҘАР ҮЛСӘҮ БЕРӘМЕКТӘРЕНЕҢ ҠЫҪҠАРТЫУҘАР ИСЕМЛЕГЕ  ...

СПИЦЫН Александр Андреевич

СПИЦЫН Александр Андреевич (14.8.1858, Вятка губ. Яранск ҡ. — 17.9.1931, Ленинград), археолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1927). С.‑Петербург ун‑тын тамамлағандан һуң (1882) Вятка ҡатын‑ҡыҙҙар гимназияһында уҡыта, 1892 й. алып Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад., бер үк ваҡытта 1909 й. башлап С.‑Петербург...

СПЛАЙН

СПЛАЙН м а т е м а т и к а л а, кәкре һыҙыҡ йәки сикләнгән һандағы бер‑береһенә сиктәш һан аралыҡтарында аргументы үҙгәргән функция графигы. Аралыҡтарҙың һәр береһендә һыҙыҡ (функция) билдәле бер класҡа ҡарай (мәҫ., куб С. куб рәүешле параболаларҙың төрлө өлөштәренән тора). Аралыҡтар тоташҡан нөктәләрҙә...

СПОРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

СПОРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, башлыса споралар м‑н үрсегән һәм таралған организмдар. Яҡынса 70 мең төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда 1600‑ҙән ашыу төрө үҫә. Ябай төҙөлөшлө (ылымыҡтар) һәм ҡатмарлы төҙөлөшлө (мүк һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, псилот һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, абаға һымаҡтар, күп...

СПОРОВИКТАР

СПОРОВИКТАР (Sporozoa), иң ябайҙар ярым батшалығына ҡараған апикомплекстар класы. 2 отряды (грегариндар һәм кокцидиялар), яҡынса 2 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 23 төрө бар. Умыртҡаһыҙ (грегариндар), умыртҡалы хайуандарҙың (кокцидияларҙың күпселеге) һәм кешенең паразиттары....

СПОРТ

СПОРТ (ингл. sport), физик культураның состав өлөшө, физик тәрбиәләү сараһы һәм ысулы, төрлө физик күнекмәләр б‑са ярыштар ойоштороу системаһы. Һәүәҫкәр (күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы) һәм проф. С. айырыла. Башҡортостанда күп халыҡ ҡатнашлығындағы С. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Башҡ‑н ҮБК эргәһендә...

СПОРТ АЭРОБИКАҺЫ

СПОРТ АЭРОБИКАҺЫ, спорт 86 төрө・, спортсылар музыкаға ҡушылып үҙ эсенә ҡатмарлы координациялы хәрәкәттәрҙе алған өҙлөкһөҙ һәм юғары интенсив күнекмәләр комплексын башҡара. Башҡортостанда С.а. үҫеше 20 б. 90‑сы йй. уртаһында Өфөлә 8‑се ДЮСШ‑нда С.а. бүлеге, БДПИ, ӨДНТУ эргәһендә, ш. уҡ Бөрө, Күмертау,...

СПОРТ БАССЕЙНДАРЫ

СПОРТ БАССЕЙНДАРЫ (фр. bassin), йөҙөү, һыуға һикереү, һыу полоһы б‑са күнекмәләр һәм ярыштар өсөн йыһазландырылған яһалма һыу ятҡылыҡтары. Асыҡ, ябыҡ һәм ҡатнаш төргә бүленә. Бер йәки бер нисә ваннаһы, әҙерлек күнекмәләре өсөн спорт залдары (майҙансыҡтары), техник һәм ярҙамсы биналары була. Башҡортостанда...

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ, гимнастик снарядтарҙа, ирекле күнегеү һәм таяныслы һикереү ярыштарын үҙ эсенә алған спорт төрө. Айырым төрҙәрҙәге һәм күпбәйгеләге ярыштар айырыла. Башҡортостанда С.г. үҫеше 20 б. 20‑се йй. башында “Сокол” Өфө гимнастика клубы асылыуға бәйле. 1923 й. С.г. 1‑се Бөтә башҡорт олимпиадаһы...

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №16

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №16. Өфөлә урынлашҡан. 1985 й. “Хеҙмәт” ДСО‑һының ДЮСШ булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Профсоюздар физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы СДЮШОР‑ы, 1993 й. — 16‑сы Спорт гимнастикаһы б‑са балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус...

СПОРТ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

СПОРТ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, физик культура, спорт һәм туризмды үҫтереү маҡсатында булдырылған күмәк йәмәғәт берекмәләре. Башҡортостанда тәүге С.й. 1925 й. Өфөлә ойошторола (ҡара: “Динамо”). Респ. “Динамо”, “Спартак” С.й. һәм Профсоюздар спорт йәмғиәте эшләй (2008). Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина...

СПОРТ КЛУБТАРЫ

СПОРТ КЛУБТАРЫ, спортсыларҙы һәм спорт яратыусыларҙы берләштергән йәмәғәт йәки шәхси ойошмалар. С.к. төп маҡсаты һәм бурыстары: матди‑техник базаны үҫтереү, физкультура‑һауыҡтырыу һәм спорт сараларын, спортсыларҙы һәм командаларҙы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыуға әҙерләү өсөн уҡыу‑күнекмәләр йыйындарын...

СПОРТ ҠОРОЛМАЛАРЫ

СПОРТ ҠОРОЛМАЛАРЫ, һауыҡтырыу һәм уҡыу‑күнекмәләр дәрестәре, төрлө спорт төрҙәре б‑са ярыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән айырым биналар һәм төҙөлөш комплекстары. Спорт‑тамаша (демонстрация), уҡыу- күнекмәләр һәм физкультура‑һауыҡтырыу ҡоролмалары айырыла. БР‑ҙа 10,3‑тән ашыу С.ҡ. эшләй: 132 спорт бассейны,...

СПОРТ МӘКТӘБЕ №22

СПОРТ МӘКТӘБЕ №22. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. 22‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Бокс, дзюдо, кикбоксинг, пауэрлифтинг, тхэквондо, ушу бүлектәре бар. Мәктәптә 800‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 17 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Көрәш (19х5,5; 17х5,5; 18х6; 16х5 һәм 24х12 м), атлетик...

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8. Өфөлә урынлашҡан. 1977 й. 8‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Акробатика, бокс, кикбоксинг, тай боксы, тхэквондо бүлектәре бар. Мәктәптә 450‑нән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 18 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Тәрбиәләнеүселәре араһында А.М.Вәхитов, М.В.Дурнева, Ф.Р.Имашев,...

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8. 1977—2016 йй. Өфөлә 8‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ эшләй. Акробатика, бокс, кикбоксинг, тай боксы, тхэквондо бүлектәре булған. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.М.Вәхитов, М.В.Дурнева, Ф.Р.Имашев, Т.Т.Йосопов, К.Л.Москвин, М.В.Попов. Мәктәп менән М.М.Ғәбдрәхимов, М.А.Шәмиғолов...