Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЕЛШАНКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

ЕЛШАНКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Ырымбур өлк. Быҙаулыҡ р‑ны сиктәрендә Һамар й. һул ярында урынлашҡан неолит—энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмө. Һыубаҫар туғайҙа һәм уға яҡын ҡалҡыулыҡ киртләстәрендә урынлашҡан. 1975 й. Куйбышев пед. ин‑ты экспедицияһы (етәкс. И.Б. Васильев) тарафынан асыла һәм...

ЕЛЬЦИН Борис Николаевич

ЕЛЬЦИН Борис Николаевич (1.2.1931, Урал өлкәһе Бутка а. — 23.4.2007, Мәскәү), Рәсәйҙең беренсе Президенты (1991—99). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1955) “Уралтяжтрубстрой” һәм “Южгорстрой” трестарында, 1965 й. алып Свердловск йорттар төҙөү комб‑тында эшләй. 1976 й. башлап...

ЕМЕЛИН Анатолий Анатольевич

ЕМЕЛИН Анатолий Анатольевич (3.10.1964, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). А.Н.Емелиндың улы. Урал физик культура академияһын тамамлаған (1997). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Н.Денисов, В.П.Чариков). Салауат Юлаев исемендәге...

ЕМЕЛИН Анатолий Николаевич

ЕМЕЛИН Анатолий Николаевич (13.3.1942, Түбәнге Тагил ҡ. — 25.7.2014, Өфө), тренер. Шайбалы хоккей б-са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1989). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1967). 1971 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР-ы тренеры; 1991 й. башлап М.М.Азаматов ис. 3-сө ДЮСШ дир. урынбаҫары,...

ЕМЕЛЬЯНОВ Евгений Иванович

ЕМЕЛЬЯНОВ Евгений Иванович (27.2.1952, Өфө ҡ.), тренер. Фехтование буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1989), СССР‑ҙың спорт мастеры (1971), бөтә Рәсәй категориялы судья (2017). РФ‑тың (2010) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2007)....

ЕМЕЛЬЯНОВ Николай Фёдорович

ЕМЕЛЬЯНОВ Николай Фёдорович (13.7.1892, Вятка губ. Шулка а. — ?), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1938), проф. (1934). СССРҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Император Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1920) шунда уҡ эшләй, 1932 й. алып Киров санитария-бактериология ин‑тында...

ЕМЕШ КУЛЬТУРАЛАРЫ

ЕМЕШ КУЛЬТУРАЛАРЫ, башлыса емеш-еләк һәм сәтләүек алыу өсөн ҡулланылған күп йыллыҡ культуралы үҫемлектәр төркөмө. Яҡынса 200 төрө билдәле. Башҡортостанда 20‑нән ашыу төрө таралған. Орлоҡло (груша, миләш, алмағас һ.б.), тосло (сейә, слива, урман өрөгө һ.б.), сәтләүек емешле (сәтләүек ағасы), еләкле (ҡайын...

ЕМЕШ КҮБӘЛӘКТӘРЕ

ЕМЕШ КҮБӘЛӘКТӘРЕ (Laspeyresiini), япраҡтөргөстәр ғаиләһенә ҡараған күбәләк трибаһы. 700‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда яҡынса 15 төрө бар: борсаҡ күбәләге, алмағас күбәләге, люцерна орлоғашары һ.б. Ҡанатының ҡоласы 8—24 мм, ҡараһыу һоро, көрән, көлһыу төҫтә; алғы ҡанаты,...

ЕМЕШ-ЕЛӘК ЙЫЙЫУ

ЕМЕШ-ЕЛӘК ЙЫЙЫУ, ҡырағай емеш-еләк, үлән, тамыр, бал һ.б. йыйыуға нигеҙләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге формаһы. Башҡорттарҙа Башҡортостандың тәбиғәт һәм климат үҙенсәлектәренә (ҡара: Тәбиғәт зоналары), хужалыҡ итеү үҙенсәлектәренә бәйле быуындан-быуынға күсә килгән кәсеп. Йыйылған үҫемлектәрҙе башлыса аш-һыу...

ЕМЕШСЕЛЕК

ЕМЕШСЕЛЕК, 1) емеш-еләк алыу өсөн емеш культураларын һәм еләк культураларын үҫтереү; үҫемлекселек тармағы. Е. йүнәлештәре: Е. үҙе (алмағас, груша, сейә, слива һ.б. орлоҡло һәм төшлө емеш культураларын үрсетеү), питомниктарҙа емеш һәм еләк культураларының ултыртыу материалын үҫтереү, еләкселек (ҡайын...

ЕН

ЕН, башҡ. мифологияһында кешегә бәхетһеҙлек килтереүсе яуыз көс. Исламға тиклемге инаныуҙарҙа йыш ҡына дейеү, бәрейгә оҡшаған исемһеҙ йән эйәһе итеп күҙаллана. Ҡөрьәнгә ярашлы, Алла уны төтөнһөҙ уттан кеше ҡиәфәтенә инә ала торған зат итеп яралтҡан. Е., ислам динен ҡабул итеп, изгелектәр ҡыла торғандарға...

ЕНӘЙӘТ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ СУДЫ ПАЛАТАЛАРЫ

ЕНӘЙӘТ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ СУДЫ ПАЛАТАЛАРЫ, Рәсәйҙә урындағы суд апелляция органдары. “Бөтә Рәсәй империяһының губерналарына идара итеү өсөн учреждениелар” ға (1775) ярашлы, һәр губерна ҡалаһында булдырыла. Енәйәт суды палатаһы ҡарамағына түбәнге судтарҙың бәхәсле эштәре һәм айырыуса ҡурҡыныс енәйәттәр б‑са...

ЕНҒАЛЫШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

ЕНҒАЛЫШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Енғалыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Йоматау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 435 кеше; 1920 — 1684; 1939 — 1559; 1959 — 1163; 1989 — 474; 2002 — 493; 2010 — 485 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ЕНЕШ Виталий

ЕНЕШ Виталий (ысын исеме Григорьев Виталий Григорьевич; 19.10.1941, Сыуаш АССР-ның Братьякасы а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). А.М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1981). 1964 й. Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводында, сода-цемент комбинатында, 1965 й. “Путь...

ЕНИКИ Әмирхан Ниғмәтйән улы

ЕНИКИ (Йәнекәев) Әмирхан Ниғмәтйән улы (17.2.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Түб. Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 16.2.2000, Ҡазан), яҙыусы. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. ТАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәтте фәнни ойоштороу ин‑тын тамамлаған (Ҡазан,...

ЕҢЕЛ АТЛЕТИКА

ЕҢЕЛ АТЛЕТИКА, спорт төрө, төрлө дистанцияларға йүгереүҙе һәм йөрөүҙе, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереүҙе, спорт снарядтарын ырғытыуҙы, еңел атлетика күпбәйгеләрен үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Е.а. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Е.а. 1-се Бөтә Башҡортостан олимпиадаһы программаһына индерелә....

ЕҢЕЛ СӘНӘҒӘТ

ЕҢЕЛ СӘНӘҒӘТ, башлыса киң ҡулланыу әйберҙәре етештереүсе сәнәғәт тармаҡтары берлеге. БР-ҙа туҡыу сәнәғәте, тегеү сәнәғәте, күн, тире һәм аяҡ кейеме сәнәғәте, дуплау экстракттары сәнәғәттәренән тора. Башҡортостанда күн, буҫтау пр-тиелары һәм производстволары 19 б. башында (ҡара: Башҡортостан буҫтау комбинаты,...

ЕҢЕҮ ПАРКЫ

ЕҢЕҮ ПАРКЫ. Өфөлә урынлашҡан (Комаров урамы, 7). Майҙаны — 232 га. “Нефтсе” мәҙәниәт һәм ял паркы булараҡ ойошторола. Тәүҙә парк терр‑яһында “Күҙәтеү ҡуласаһы” аттракционы ҡуйыла. 1980 й. 9 майында М.Х.Ғөбәйҙуллин һәм А.М.Матросов хөрмәтенә мемориал (скульпторҙары Л.Е.Кербель һәм Н.С.Любимов, архитекторы...

ЕП ҺЫМАҠ ХАРА

ЕП ҺЫМАҠ ХАРА (Chara filiformis), күп күҙәнәкле хара ылымыҡтарының төрө. Бер өйлө нәҙек аҙ тармаҡлы, ғәҙәттә, эзбиз м‑н инкрустацияланған үҫемлек, бейеклеге 40 см тиклем. Һабағының диам. 300—750 мкм. Быуын аралары һуҙынҡы, оҙонлоғо 4—10 см. Ҡайырыһы ике ҡыуышлы. Энәләре яңғыҙ, насар үҫешкән, йомро,...

ЕПАРХИЯ ҠЫҘ БАЛАЛАР УЧИЛИЩЕҺЫ

ЕПАРХИЯ ҠЫҘ БАЛАЛАР УЧИЛИЩЕҺЫ, урта уҡыу йорто. 1862 й. Өфө һәм Минзәлә епискобы Филарет инициативаһы м‑н Өфөлә асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Өфө епархияһы аҡсаһына тотола. Уҡытыутәрбиә эшен идара алып бара, уның составына Өфө дини семинарияһы ректоры, училище начальницаһы...