Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТИЛИСТИКА

СТИЛИСТИКА, әҙәби телдә, уның төрлө аралашыу шарттарында функциональ ҡатламдарға тарҡалыуына ярашлы, тел берәмектәре һәм категорияларының йәшәп килеүен йәки ҡулланыу алымдарын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге, ш. уҡ әҙәби телдең хәҙ. торошо һәм диахронияһында функциональ‑стиль системаһы, йәки “стилдәр системаһы”....

СТИРОЛ

СТИРОЛ, в и н и л  б е н з о л, ф е н и л  э т и л е н, С6Н5СН=СН2, полистирол мономеры. Стиракс составында, таш һәм һоро күмер ыҫмалаларында, органик берләшмәләрҙең, ш. иҫ. нефть углеводородтарының, термик деструкция продукттарында бар. Төҫһөҙ, әсе еҫле шыйыҡса, мол. м. 104,14, tиреү ‑30,63°С, tҡайнау...

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ, 1906—17 йй. Рәсәйҙә крәҫтиән ер биләүселеге реформаһы. Министрҙар советы рәйесе П.А.Столыпин инициативаһы м‑н община ер биләүселеген бөтөрөү, крәҫтиәндәрҙең ерен күбәйтеү, ергә хосуси милекселек, крәҫтиән хужалығының тауарлылығын арттырыу нигеҙендә крәҫтиән хужалығы эшмәкәрлеген...

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович (2.5.1946, Өфө), металдарҙы өйрәнеүсе физик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2004). Мәскәү инженер‑физика ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) Чепецк механика з‑дында (Глазов ҡ.) эшләй: 1974 й. алып лаб. начальнигы. 1981 й. башлап ӨАИ‑ла уҡыта. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы...

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич (22.2.1922, Бөгөлмә ҡ. — 21.3.1985, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) “Башвостокнефтеразведка” тресында (Бөрө ҡ.) эшләй: Күлтүбә быраулау...

СТОМАТОЛОГИЯ

СТОМАТОЛОГИЯ (гр. stoma — ауыҙ, тишек һәм ...логия), тештәр, ауыҙ ҡыуышлығы, яңаҡтар һәм бит, муйын ситтәре ауырыуҙарын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Терапевтик, хирургик, ортопедик С., пародонтология, ортодонтия һәм балалар С. айырыла....

СТОЯНОВ Александр Васильевич

СТОЯНОВ Александр Васильевич (12.2.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шестопалов а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Шестопаловка а., — 19.6.1971, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1946—70 йй. Дәүләкән р‑нында эшләй: “Рәсәй” к‑зының баҫыусылыҡ бригадаһы...

СТРАЖЕСКО Николай Дмитриевич

СТРАЖЕСКО Николай Дмитриевич (29.12.1876, Одесса ҡ. — 27.6.1952, Киев), терапевт. СССР ФА акад. (1943), СССР мед. ФА акад. (1944), Украина ССР‑ы ФА акад. (1934). Соц. Хеҙмәт Геройы (1947). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1934). Киев ун‑тын тамамлағандан һуң (1899) шунда уҡ эшләй, 1901—04 йй. — Берлин,...

СТРАЛЕНБЕРГ Филипп Иоганн

СТРАЛЕНБЕРГ (Табберт) Филипп Иоганн (1676, Штральзунд ҡ., Померания — 1747), сәйәхәтсе, географ, этнограф. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында ҡатнашыусы. Полтава һуғышы (1709) ваҡытында рустарға әсирлеккә эләгә, 1711—21 йй. Тубыл ҡ. һөргөндә була. Себерҙең тарихын, этнографияһын һәм географияһын өйрәнә. Рәсәй...

СТРАТИГРАФИЯ

СТРАТИГРАФИЯ (лат. stratum — ҡатлам һәм ...графия), геологияның ер ҡабығында геол. есемдәрҙең эҙмә‑эҙ формалашыуын һәм уларҙың киңлек һәм ваҡыт нисбәттәрен өйрәнеүсе бүлеге. С. төп бурысы — стратондарҙың (тау тоҡомдары ҡатламдарының нормаль ҡатлауланышы нигеҙендә айырылған стратиграфик бүлексәләре)...

СТРАХОВКАЛАУ

СТРАХОВКАЛАУ, насар хәл килеп тыуған осраҡтарҙа страховкаланған шәхестәрҙең матди сығымдарын ҡаплау өсөн аҡса фондтары булдырыуға бәйле иҡт. эшмәкәрлек; һәр төрлө хәүеф эҙемтәләрен кәметеүҙең һөҙөмтәле ысулы. С. функциялары: милекселәр мәнфәғәттәрен яҡлау, иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеү, йәмғиәттең...

СТРАХОВКАЛАУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ

СТРАХОВКАЛАУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, Башҡортостандың коммерция страховкалау ойошмаларының ирекле берләшмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Ассоциацияны төҙөү маҡсаты — БР‑ҙа страховкалау эшмәкәрлеген үҫтереү, нығытыу һәм хоҡуҡи яҡланыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән страховкалаусылар хеҙмәттәшлеге,...

СТРЕЛЕЦТАР

СТРЕЛЕЦТАР, 16—17 бб. Рәсәйҙә ялланып эшләгән хеҙмәтле кешеләр категорияһы. Гарнизондарҙа хәрби хеҙмәт үтәгәндәр, уның өсөн хаҡ (аҡсалата, әйберләтә һәм ер бүлеме формаһында) алғандар. С. һайланмаларға (һуңыраҡ — Мәскәүҙекеләр; Мәскәүҙә торғандар) һәм ҡаланыҡыларға (Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында) бүлеп...

СТРЕЛЯЕВА Лидия Николаевна

СТРЕЛЯЕВА Лидия Николаевна (7.4.1902, Таврия губ. Мелитополь өйәҙе Кизияр а. — 29.6.1987, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), селекционер. БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1982). 1920—23 йй. М.В.Фрунзе ис. Ҡырым ун‑тында (Симферополь ҡ.) уҡыған. 1926—27 йй. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. эргәһендәге...

СТРЕСС

СТРЕСС, д ө й ө м а д а п т а ц и о н с и н д р о м, организмдың гомеостазын боҙоусы тәьҫиргә (физик йәки психологик) специфик булмаған (дөйөм) яуап реакцияһы; организмды тышҡы кире факторҙарға ҡаршылыҡ күрһәтер өсөн йәлеп итеүгә йүнәлтелгән психофизиологик көсөргәнешлек торошо (кешелә һәм хайуандарҙа)....

СТРИГИН Владимир Александрович

СТРИГИН Владимир Александрович (15.4.1923, Өфө — 19.6.2013, шунда уҡ), иммунолог‑аллерголог. Мед. ф. д‑ры (1973), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1980). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләгән: 1954 й. алып вирус инфекциялары, 1959...

СТРИЖЕВСКИЙ Вячеслав Александрович

СТРИЖЕВСКИЙ Вячеслав Александрович (3.11.1940, Мәскәү), театр- йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт ф. канд. (1999). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1983), Журналистар союзы (1965) ағзаһы. ӨДСИ‑не (1979; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ГИТИС эргәһендәге Юғары сәхнә сәнғәте...

СТРИЖКОВА Раиса Семёновна

СТРИЖКОВА Раиса Семёновна (5.1. 1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Әлшәй иген с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Первомайский а., — 26.4. 2002, Ишембай ҡ.), тележурналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1979). Журналистар союзы ағзаһы (1958). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын...

СТРОГАНОВТАР

СТРОГАНОВТАР, С т р о г о н о в т а р, сәнәғәтселәр, сауҙагәрҙәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Помор крәҫтиәндәренән, 1722 й. алып дворяндар нәҫеле. Билдәлеләре: Фёдор Лукич С. (?—1497), 15 б. уртаһында Соль‑Вычегодск төбәгендә (хәҙ. Архангельск өлк. Сольвычегодск ҡ.) төпләнә. Уның улы — Аникей Фёдорович...

СТРОКИН Андрей Александрович

СТРОКИН Андрей Александрович (9.5.1977, Чернушка ҡ.), спортсы. Йөҙөү б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2011). БДПИ‑ны тамамлаған (1998). 18‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.М. Зонтова, И.Л.Тверяков), 1999—2008...