Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАМАЛОВ Азат Әхмәҙулла улы

КАМАЛОВ Азат Әхмәҙулла улы [1.12.1937, БАССР‑ҙың Матрай районы Яманһаҙ а. (БР‑ҙың Йылайыр районы) — 23.4.2007, Өфө ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторыры (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1967 й. алып ТТӘИ‑лә (1972 й. — өлкән хеҙмәткәр), 1990 й. — БДПИ‑ла, 1992 й. — Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең...

КАМАЛОВ Миңлеғәли Хажиғәли улы

КАМАЛОВ Миңлеғәли Хажиғәли улы [9.3.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Суйынсы а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 8.4.1998, Өфө], хирург, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Мед. ф. канд. (1959). БР‑ҙың атҡ. табибы (1998), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1956 й. тиклем Мишкә...

КАМАЛОВ Рәил Исмәғил улы

КАМАЛОВ Рәил Исмәғил улы (20.2.1932, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Һәүәләй а. — 24.3.1989, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1965). 1950 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының М.В. Фрунзе ис. к‑зында эшләй: 1958 й. башлап тракторсы, 1961 й. — шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү б‑са тракторсы‑звено етәксеһе. К. звеноһы етештереүҙең...

КАМАЛОВ Таһир Таузах улы

КАМАЛОВ Таһир Таузах улы (2.6.1962, Өфө ҡ. — 4.1.2021, шунда уҡ), дирижёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1995). Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлағандан һуң (Мәскәү ҡ., 1989; В.М.Кожухарь класы) БДОБТ дирижёры, 1992—2011 йй. БР Милли симфоник оркестрының генераль директоры, художество етәксеһе...

КАМАЛОВА Лира Шәрип ҡыҙы

КАМАЛОВА Лира Шәрип ҡыҙы (7.11.1935, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Сәйетҡол а.), педагог. Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1975). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Хәйбулла р‑ны Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1964 й. алып дир. урынбаҫары, 1971 й. — дир., 1985 й. — Өфөнөң 20‑се...

КАМБАР-ЯНЫБАЙ БИЛӘНЕ

КАМБАР-ЯНЫБАЙ БИЛӘНЕ, Волга‑Урал антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле тоташтырыусы тектоник структура. Р.О.Хачатрян тарафынан айырып күрһәтелә (1979). Е.В.Лозин (1994) һ.б. өйрәнә. Өҫкө вендтың структуралы ҡатында айырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Удмуртияның көньяҡ-көнсығышында, Пермь...

КАМБАРКА ЗАВОДЫ

КАМБАРКА ЗАВОДЫ, 1760 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Камбарка й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында Г.А.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ асыла. Хужалары: 1760 й. һәм 1886—91 йй. Демидовтар, 1848 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте,...

КАМЕНКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

КАМЕНКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Каменка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 40 км алыҫлыҡта Бәләкәй Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2349 кеше; 1920 — 2153; 1939 — 1463; 1959 — 819; 1989 — 600; 2002 — 587; 2010 — 512 кеше. Мордвалар йәшәй...

КАМЕРА МУЗЫКАҺЫ

КАМЕРА МУЗЫКАҺЫ (лат. camera — бүлмә), бәләкәй состав (ансамблгә берләшкән бер йәки бер нисә музыкант) м‑н башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка сәнғәте төрө. Камера‑инструменталь һәм камера‑вокаль музыкаһын айырып йөрөтәләр. К.м. Башҡортостан муз. мәҙәниәте тарихының бөтә этаптары өсөн дә хас. 20 б. 20—30‑сы йй....

КАМЗУЛ

КАМЗУЛ, башҡорттарҙың эсләп тегелгән билле ҡыҫҡа өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ К. булған. Ирҙәр К. ҡыҫҡа еңле (терһәккә тиклем) йәки еңһеҙ, ябыҡ яғалы, төймәле итеп, ҡара төҫтәге кизе-мамыҡ туҡыманан, бәрхәт, хәтфә һәм сатиндан теккәндәр. Күлдәк өҫтөнән елбәгәй йәки билбау (ҡара: Ҡәмәр)...

КАМИЛОВ Феликс Хөсәйен улы

КАМИЛОВ Феликс Хөсәйен улы (7.11.1940, Ташкент ҡ.), биохимик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), мед. ф. д‑ры (1977), проф. (1979). РФ‑тың (2004) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. фән эшмәкәре. Силәбе мед. ин‑тын тамамлаған (1964), 1967 й. алып шунда уҡ эшләй. 1978 й. БДМУ‑ла: биол. һәм биоорганик химия каф. мөдире,...

КАМЫШИНКА ҠАЛАСЫҠТАРЫ

КАМЫШИНКА ҠАЛАСЫҠТАРЫ, б.э.т. 6 б. — б.э. 7 б. археологик ҡомартҡылары. Бөрө р‑ны Камышинка а. эргәһендә Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 20 б. 50‑се йй. А.П.Шокуров тарафынан асыла. 2 ҡаласыҡ табылған. К.ҡ.I 5 ур м‑н уратылған. Керамика табылған (ҡырсынташ һәм ҡабырсаҡ ҡушып яһалған, бәләкәй генә соҡорло...

КАМЫШИНКА, Бөрө р‑нындағы ауыл

КАМЫШИНКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Силантьев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 102 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 734 кеше; 1920 — 720; 1939 — 935; 1959 — 793; 1989 — 162; 2002 — 128; 2010 — 117 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 1795 й....

КАНАЛИЗАЦИЯ

КАНАЛИЗАЦИЯ, тирә-яҡ мөхитте һәм халыҡ һаулығын һаҡлау маҡсатында ағынты һыуҙарҙы йыйыу, айырып ағыҙыу һәм таҙартыу өсөн инженер ҡоролмалары, ҡорамалдар һәм санитар саралар комплексы. Көнкүреш, производство һәм ямғыр һыуҙарын халыҡ йәшәгән урындан (сәнәғәт пр‑тиеһынан) берлектә (бүлеп) ситкә ағыҙыу...

КАНАПАЦКИЙ Александр Яковлевич

КАНАПАЦКИЙ Александр Яковлевич (1.5.1955, Белорус ССР‑ының Смиловичи а.), философ. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). Минск педагогия институтын тамамлағандан һуң (1979) Мозырь педагогия институтында (Белорус ССР‑ы) уҡыта, 1987 й. алып башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедраһы мөдире,...

КАНАТ, арҡан

КАНАТ, арҡан, ҡорос сымдарҙан, ептәрҙән, үҫемлек сүстәренән, синтетик йәки минераль сығышлы сүстәрҙән яһалған һығылмалы изделие. Яһау ысулы б‑са ишелгән (сиратылған), ишелмәгән, үрелгән К. бүленә. Металл (ҡорос) К. түңәрәк йәки фасон (алты ҡырлы, тура мөйөшлө, квадрат) киҫелешле сымдарҙан эшләнә. Ишелгән...

КАНАШЕВ Михаил Иванович

КАНАШЕВ Михаил Иванович (1866—?), Ырымбур губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—14) депутаты. Казактарҙан. Думала прогрессистар фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Д.А.Сафонов Тәрж. М.Х.Хужин...

КАНДАКОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл

КАНДАКОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Күсәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 5 км һәм Өфө т. юл ст. Т.- Көнб. табан 113 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 21 кеше; 1920 — 32; 1939 — 46; 1959 — 194; 1989 — 323; 2002 — 340; 2010 — 324 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

КАНДАКОВКА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

КАНДАКОВКА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Кандаковка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 458 кеше; 1920 — 754; 1939 — 318; 1959 — 239; 1989 — 372; 2002 — 385; 2010 — 347 кеше. Татарҙар йәшәй...

КАНЕВСКИЙ Лев Львович

КАНЕВСКИЙ Лев Львович (30.4.1924, Золотоноша ҡ.— 9.1.2002, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ‑тың (1995) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡ. юрисы, БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында...