Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КУТЕПОВ Борис Иванович

КУТЕПОВ Борис Иванович (1.7.1948, Өфө), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда, 1992 й. алып Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (1998 й. башлап лаб. мөдире) эшләй, бер үк ваҡытта...

КУТЛИН Николай Георгиевич

КУТЛИН Николай Георгиевич (10.7.1952, БАССР‑ҙың Баҡалы районы Бозор а.), зоотехник, биолог‑зоолог. Биология фәндәре докторы (2001). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011). БАХИ‑ны (1978), БДУ‑ны (1985) тамамлаған. 1978 й. алып Баҡалы районында,...

КУЧЕРОВ Евгений Васильевич

КУЧЕРОВ Евгений Васильевич [10.5.1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 12.7.2005, Өфө], ботаник. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), биол. ф. д‑ры (1974), проф. (1980). РФ‑тың (1991), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлаған (1946). 1958 й. алып Биол. ин‑тында лаб....

КУЧИН Александр Васильевич

КУЧИН Александр Васильевич (31.5.1949, Баҡы), химик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), химия ф. д‑ры (1989), проф. (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) Химия ин‑тында эшләй. 1990 й. алып химия бүлеге мөдире, 1995 й. — РФА Урал бүлексәһе фәнни үҙәгенең Коми химия ин‑ты (Сыктывкар) дир., бер үк ваҡытта...

КУЧКИН Андрей Павлович

КУЧКИН Андрей Павлович (25.11.1888, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет а., хәҙ. Белорет ҡ., — 30.3.1973, Мәскәү), тарихсы, революция хәрәкәте эшмәкәре. Тарих ф. д‑ры һәм проф. (1951). 1912 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл профессура тарих- партия ин‑тын (Мәскәү, 1934)...

КУЧУРИН Евгений Сергеевич

КУЧУРИН Евгений Сергеевич (30.8.1946, Пенза өлкәһе Вазерки а. — 10.5.2004, Октябрьский ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр докторы (1994). Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1969) Чита геология идаралығында эшләй. 1983 й. алып Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү...

КУШНАРЕНКО АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ

КУШНАРЕНКО АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, 1931 й. Топорнин баҡсасылыҡ техникумы (ҡара: Йоматау аграр техникумы) булараҡ асыла, 1938 й. алып Кушнаренко баҡсасылыҡ техникумы, 1952 й. башлап К.а.х.т., 2013 й. – Кушнаренко ауыл хужалығы колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр...

КУШНАРЕНКО ЕМЕШ-ЕЛӘК КУЛЬТУРАЛАРЫ ҺӘМ ВИНОГРАД СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ

КУШНАРЕНКО ЕМЕШ-ЕЛӘК КУЛЬТУРАЛАРЫ ҺӘМ ВИНОГРАД СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ, дәүләт ғилми учреждениеһы. Башҡортостан өсөн емешселек һәм селекция өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Емеш культуралары сорттарын һәм гибридтарын булдырыуға, емешселек продукцияһы етештереүҙең фәнни яҡтан нигеҙләнгән технологияларын...

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ, Турбаҫлы мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 6 б. аҙ. — 7 б. 1‑се ярт. ҡарай. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. төньяҡ ситендә Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. 1950 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1959 й. В.Ф.Генинг, М.С.Акимова өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 30 ҡәбер өйрәнелгән....

КУШНАРЕНКО МӘҘӘНИӘТЕ

КУШНАРЕНКО МӘҘӘНИӘТЕ, һуңғы тимер быуат археологик мәҙәниәте. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге, К.м. археологик ҡомартҡылары — 6 б. аҙ. – 8 б. уртаһына, ҡайһы берҙәре 6—12 бб. ҡарай, тип иҫәпләй. Кушнаренко ҡәберлеге исеме б‑са аталған. Башҡортостанда К.м. ҡомартҡылары (40‑ҡа яҡын) Ағиҙел й. урта һәм түбәнге...

КУШНАРЕНКО ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

КУШНАРЕНКО ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1928 й. бер йыллыҡ пед. мәктәбе булараҡ асыла, 1931 й. алып Топорнин татар пед. техникумы, 1936 й. Кушнаренко татар пед. уч‑щеһы, 1956 й. ябыла. 1990 й. Кушнаренко пед. уч‑щеһы булараҡ яңынан асыла, 2002 й. алып К.п.к., 2015 й. Кушнаренко киң профилле һөнәр биреү колледжы....

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрө, көнсығышта — Благовещен, көньяҡ‑көнсығышта — Өфө, көньяҡта — Шишмә, көньяҡ‑көнбайышта — Благовар, көнбайышта — Саҡмағош, төньяҡ‑көнбайышта Дүртөйлө р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Топорнин районы булараҡ ойошторола (ҡара: Административ...

КУШНАРЕНКО УРТА МӘКТӘБЕ №1

КУШНАРЕНКО УРТА МӘКТӘБЕ №1, Кушнаренко р‑нында урынлашҡан. 1927 й. Топорнин 7 йыллыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1937 й. алып урта мәктәп (1938 й. — Кушнаренко), 1984 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Иҫке Баҫҡаҡ а. филиалы эшләй. 2 оҫтаханаһы, 2 спорт залы, уҡыу‑тәжрибә участкаһы, музейы, тиры бар. Урта мәктәпте...

КУШНАРЕНКО ЭЛЕВАТОРЫ

КУШНАРЕНКО ЭЛЕВАТОРЫ, игенде эшкәртеү һәм һаҡлау пр‑тиеһы. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. урынлашҡан. 1910 й. ярма з‑ды булараҡ ойошторола, 1933 й. алып Кушнаренко иген ҡабул итеү пр‑тиеһы, 2001 й. башлап К.э. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2011 й. ябыла. Составына элеватор, ярма етештереү...

КУШНАРЕНКО, ауыл, Кушнаренко р‑ны үҙәге

КУШНАРЕНКО, Топорнин, ауыл, Кушнаренко р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Кушнаренко а/с үҙәге, Кушнаренко емеш-еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәгенең үҙәк усадьбаһы; пристань. Өфөнән һәм ш. уҡ исемле т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Көҙөшлө й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында,...

КУШНАРЕНКОВСКОЕ ОСЕННЕЕ, алмағас сорты

КУШНАРЕНКОВСКОЕ ОСЕННЕЕ, алмағас сорты. 1999 й. Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов һәм Т.Ғ.Дёмина (БНИИСХ) тарафынан Уральское наливное һәм Коричное новое сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Уртаса бейеклектәге, киң ҡуйы йомро сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, төҙ, ҡыҙғылт һоро төҫтә. Япрағы...

КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕ

КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕ, ирис (Iris), күбәләк сәскәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Тармаҡлы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 8—150 см. Һабаҡтары ябай, цилиндр формаһында,...

КҮБӘЛӘКТӘР

  КҮБӘЛӘКТӘР (Lepidoptera), бөжәктәр отряды. Яҡынса 200 ғаиләһе, 150 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 1,5 меңдән ашыу төрө бар. Ҡанаттарының төҙөлөшө һәм уларҙың парҙарының беркетелеү юлы буйынса К. 3 ярым отрядҡа бүленә: ҡатмарлы төҙөлөшлө тигеҙ ҡанатлылар (нескә еплеләр ғаиләһе), ябай төҙөлөшлө тигеҙ ҡанатлылар...

КҮБЕКЛЕ-АҠМАЛЫ АППАРАТТАР

КҮБЕКЛЕ-АҠМАЛЫ АППАРАТТАР, газдарҙы ҡатышмаларҙан таҙартыу өсөн ҡоролмалар, масса алмаштырыу аппараттары төрө. Файҙаланыу шарттарына ярашлы күбек һәм аҡмалы-тамсылы режимда эшләй алалар. Ике ағымдың (шыйыҡ һәм газ хәлендәге матдәләрҙең) ҡушылыуы процесында К.‑а.а. газдарҙан “кәрәкмәгән” компоненттар...

КҮГӘН

КҮГӘН, урман өрөгө (Prunus spinosa), слива затына ҡараған үҫемлек. Евразия һәм Төньяҡ Африканың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Япраҡ ҡойоусы сәнскеле ҡыуаҡ, һирәгерәк тәпәш кенә ағас, бейеклеге 3—5 м. Үренделәре көрән, һарғылт йәки һорғолт көрән төҫтә; ҡыҫҡа үренделәре сәнскеле. Япрағы...