Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҘНАБАЕВА Флүрә Фәтхи ҡыҙы

АҘНАБАЕВА Флүрә Фәтхи ҡыҙы (29.3.1937, Силәбе өлкәһе Туҡтыбай а. — 13.1.2022, Өфө ҡ.), педагог‑методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1988). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1‑се Белорет урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1962 й. алып “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы...

АҘНАБАЕВА Лилиә Фәрит ҡыҙы

АҘНАБАЕВА Лилиә Фәрит ҡыҙы (5.4.1963, Өфө), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2012). БР-ҙың атҡ. табибы (2013). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Респ. клиник дауаханаһында, бер үк ваҡытта 1996 й. алып БДМУ-ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре иммунология һәмөҫкө тын алыу юлдары һәм ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын...

АҘНАБАЕВА Лариса Алексеевна

АҘНАБАЕВА Лариса Алексеевна (17.4.1941, Кировоград ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре инглиз теле, урыҫ теле, француз теле материалында коммуникатив лингвистика, тел һәм телмәр проспекцияһы,...

АҘНАБАЕВ Тәлғәт Әхмәтғәлим улы

АҘНАБАЕВ Талғат Әхмәтғәлим улы [12.6.1912, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яҡшымбәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 20.5.1980, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Көйөргәҙе р‑нының “Урожай” к‑зы, 1939 й. — Яҡшымбәт а/с, 1942—69 йй. “Искра” к‑зы рәйесе. А. етәкс. колхозда...

АҘНАБАЕВ Рауил Әхмәтйән улы

АҘНАБАЕВ Рауил Әхмәтйән улы (29.3.1959, Силәбе ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй (2003 й. алып төп ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа катаракта һәм уның өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү һәм...

АҘНАБАЕВ Марат Тәлғәт улы

АҘНАБАЕВ Марат Талғат улы (1.2.1939, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яҡшембәт а.), офтальмолог. БР ФА акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. табибы, РФ‑тың (2004) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. фән эшмәкәре. Т.Ә.Аҙнабаевтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962)...

АҘНАБАЕВ Ҡасим Ҡотлобирҙе улы

АҘНАБАЕВ Ҡасим Ҡотлобирҙе улы [24.10.1905, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Әхмәр а. (Ырымбур өлкәһе Яңы Сергеевка районы) — 21.1.1996, Өфө ҡ.], журналист. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965). Журналистар союзы ағзаһы (1965). Н.К.Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһын тамамлаған...

АҘНАБАЕВ Булат Марат улы

АҘНАБАЕВ Булат Марат улы (8.11.1964, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). М.Т.Аҙнабаевтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) “Күҙ микрохирургияһы” тармаҡ-ара фәнни-техник комплексында (Мәскәү) эшләй. 1993 й. алып Өфөлә “Оптимедсервис” ЯАЙ‑ның ген. дир., бер үк ваҡытта 1996 й. башлап...

АҘНАБАЕВ Булат Әхмәр улы

АҘНАБАЕВ Булат Әхмәр улы (7.3.1966, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1988), 1992 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2008 й. — БДУ‑ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Өфө өйәҙе халҡының этник составы һәм соц. структураһы...

АҘНАБАЕВ Әхмәр Мөхәмәтдин улы

АҘНАБАЕВ Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23.5.1934, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡобағош а.), тел белгесе, педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1967), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1954—55 йй. Учалы р‑ны Яңы Байрамғол...

АҘАУ, Архангел р‑нындағы ауыл

АҘАУ, Архангел р‑нындағы ауыл, Оҙондар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Раутау т. юл ст. Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 406 кеше; 1920 — 563; 1939 — 721; 1959 — 739; 1989 — 572; 2002 — 488; 2010 — 461 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

АҘАНОВА-ВАФИНА Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы

АҘАНОВА-ВАФИНА Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы (1.5.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Кесе Кәркәле а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1993). Тажик а.х. ин‑тын тамамлаған (Дүшәмбе, 1963). 1956—80 йй. Тажик ССР‑ы ФА‑ның Химия ин‑тында, 1981—95 йй. Тажик ун‑тында (икеһе лә — Дүшәмбе) эшләй. 1980—81 йй. БНИИСХ‑ла өлкән, 1995 й....

АҘАНҒОЛ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

АҘАНҒОЛ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 9 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 319 кеше; 1920 — 329; 1939 — 287; 1959 — 273; 1989 — 266; 2002 — 296; 2010 — 326 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ ҺӘМ РЕАКТИВТАР ИНСТИТУТЫ

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ ҺӘМ РЕАКТИВТАР ИНСТИТУТЫ, Реактив ғилми‑тикшеренеү институты. 1996 й. Өфөлә ӨДНТУ эргәһендәге “Реактив” дәүләт инженер үҙәге Теүәл органик синтез ҒТИ м‑н ҡушылғандан һуң барлыҡҡа килә, 2004 й. алып Фән һәм инновациялар б‑са федераль агентлыҡ, 2007 й. — ӨДНТУ эргәһендә. Эшмәкәрлегенең...

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ, химик реактивтар, реагенттар (ш. иҫ. коррозия ингибиторҙары, яғыулыҡҡа, майҙарға, полимерҙарға өҫтәмәләр һәм присадкалар), биологик актив матдәләр, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары, аналитик химияла һәм төрлө синтезда ҡулланылыусы органик реактивтар...

АҘ ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

АҘ ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, бер һәм ике йыллыҡ ҡый үләндәре. Йылына 1 тапҡыр орлоҡ бирә, орлоҡ ярҙамында ғына тарала. 6 төркөмгә бүленә: эфемерҙар, иртә яҙғы, һуң яҙғы, ҡышлаусы, ужым, ике йыллыҡ үләндәр. Эфемерҙарҙың (уртансы йондоҙҡай, бер йыллыҡ бажат һ.б.) вегетация осоро бик ҡыҫҡа (1,5—2 ай) булыу...

АДМИРАЛ

АДМИРАЛ (Vanessa atalanta), күбәләктәр отрядының күп төҫлөләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 6 см тиклем, алғы ҡанаттары өҫтән ҡара, аҡ таплы һәм ҡыҙыл ҡыя һыҙатлы, артҡылары — ҡара, сите ҡыҙыл һыҙатлы. Йомортҡалары 10 буй ҡырлы, йәшкелт, тумалаҡ, үҫемлектәргә һала....

АДМИНИСТРАТИВ‑ТЕРРИТОРИАЛЬ ҠОРОЛОШ

АДМИНИСТРАТИВ‑ТЕРРИТОРИАЛЬ ҠОРОЛОШ, дәүләттең терр. берәмектәргә (губерналар, провинциялар, өйәҙҙәр һ.б.) бүленеше, дәүләт власы органдары (ҡара: Урындағы идаралыҡ, Урындағы үҙидаралыҡ) системаһы уға ярашлы төҙөлә һәм эшләй. 19 б. тиклем Башҡортостандың А.‑т.ҡ. нигеҙен башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо,...

АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ

АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ, дәүләт идараһы өлкәһендә ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе хоҡуҡ тармағы. А.х. нормалары башҡарма власть органдарын ойоштороу, үҙгәртеү һәм бөтөрөү тәртибен, уларҙың компетенцияһын, яуаплылығын, эшмәкәрлек төрҙәрен һәм ысулдарын билдәләй, башҡарма власты ғәмәлгә ашырғанда граждандарҙың,...

АДМИНИСТРАТИВ РАЙОН

АДМИНИСТРАТИВ РАЙОН, үҙ сиктәрендә бер нисә ауыл советын, ш. уҡ ҡала торамаларын (респ. ҡарамағындағы ҡалаларҙан тыш) берләштереүсе адм.‑терр. берәмек. А.р. үҙәктәре булып ҡалалар, ҡала тибындағы ҡасабалар һ.б. торама пункттар тора. Башҡортостанда А.р. БАССР ҮБК Президиумы һәм ХКС‑ының 1930 й. 20 авг....