Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КЕМБРИЙ

КЕМБРИЙ (латинса Cambria — Уэльстың боронғо атамаһы), кембрий системаһы (осоро), палеозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 542±1,0 млн йыл, тамамланыуы — 488±1,7 млн йыл. 1835 й. Уэльста А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡы, урта, өҫкө. К. ултырмалары...

КЕЛЛЕР Борис Максимович

КЕЛЛЕР Борис Максимович (14.10.1912, Берлин ҡ. — 14.1.1997, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1948), профессор (1962). Мәскәү геология-разведка институтын тамамлаған (1934). Фәнни тикшеренеүҙәре геология һәм стратиграфияға арналған. К. етәкселегендә өҫкө протерозойҙың тасуирламаһы...

КЕЛӘШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

КЕЛӘШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 22 км һәм Йоматау т. юл ст. К. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1436 кеше; 1920 — 1724; 1939 — 1377; 1959 — 1094; 1989 — 613; 2002 — 583; 2010 — 560 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

КЕЛӘШ, Иглин р‑нындағы ауыл

КЕЛӘШ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 453 кеше; 1920 — 628; 1939 — 569; 1959 — 507; 1989 — 172; 2002 — 192; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты...

КЕЙЕМДЕҢ ҺЫҘМАҺЫН ҺӘМ МОДЕЛЕН ӘҘЕРЛӘҮ СӘНҒӘТЕ

КЕЙЕМДЕҢ ҺЫҘМАҺЫН ҺӘМ МОДЕЛЕН ӘҘЕРЛӘҮ СӘНҒӘТЕ, проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәте; художество ҡиммәткә эйә автор кейеме тегеү. БР‑ҙа рәссамдарҙың автор кейеменә музей экспонаты булараҡ ҡыҙыҡһыныуҙары 20 б. 90‑сы йй. барлыҡҡа килә. Был сәнғәт өсөн халыҡ традицияларына эйәреү (А.Д.Кирдякин, О.В.Лыкасов, В.М.Шибаева)...

КЕЙЕКОВТАР

КЕЙЕКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы Соҡор а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а.) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шәрип К., Польша походында (1771—73), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Тархан. Ирәкте һәм Ғәйнә улустары (1797 й. тиклем)...

КЕЙЕКОВ Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы

КЕЙЕКОВ Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы (4.4.1861, Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе Иҫке Соҡор а., хәҙ. БР‑ҙың Тәтешле р‑ны, — 19.9.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Күрҙем а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Иҫке Күрҙем а.), башҡ. мәғрифәтсе‑шағиры. Ғ.Соҡоройҙоң улы. Ғәрәп, фарсы һәм урыҫ телдәрен белгән. Тыуған ауылында атаһы мәҙрәсәһендә,...

КЕЙЕКБАЙ, Баштире, Бөрйән р‑нындағы ауыл

КЕЙЕКБАЙ, Баштире, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Кейекбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Белорет т. юл ст. 161 км алыҫлыҡта Ҡурығас й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 225 кеше; 1920 — 388; 1939 — 171; 1959 — 91; 1989 — 236; 2002 — 280; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар йәшәй...

КЕЙЕКБАЕВ Морат Жәлил улы

КЕЙЕКБАЕВ Морат Жәлил улы (30.11.1959, Өфө), социолог. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2006), социол. ф. д‑ры (2000), проф. (2003). Ж.Ғ.Кейекбаевтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй. 1990 й. алып РФА Өфө ФҮ‑лә: ТТӘИ ғилми хеҙм‑ре, 1993 й. башлап Археология һәм этнография музейы м‑н Урал...

КЕЙЕКБАЕВ Жәлил Ғиниәт улы

КЕЙЕКБАЕВ Жәлил Ғиниәт улы [25.10.1911, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡаранйылға а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 19.3.1968, Өфө ҡ.], тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы. Филология фәндәре докторы (1961), профессор (1961). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967)....

КЕЙЕКБАЕВ Ж. МУЗЕЙЫ

КЕЙЕКБАЕВ Ж. МУЗЕЙЫ, Ғафури р‑ны Ҡаранйылға а. урынлашҡан. 1974 й. ш. уҡ райондың Сәйетбаба урта мәктәбе музейы булараҡ ойошторола, 1981 й. алып Милли музей филиалы, 1992 й. — Кейекбаев Ж. мемориаль музейы, 2002—06 йй. Милли әҙәби музей филиалы. Музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ж.Ғ.Кейекбаев...

КЕЙЕҘ ҮЛӘН

КЕЙЕҘ ҮЛӘН (Filaginella), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡалпаҡлы К.ү. һәм урыҫ К.ү. үҫә. Кейеҙ һымаҡ йөнтәҫ һоро йәки аҡһыл бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, нескә, тармаҡлы, бейеклеге...

КЕЙЕҘ БАҪЫУ

КЕЙЕҘ БАҪЫУ, йөн әүәләү, кейеҙ әҙерләү һәм баҫылған йөн әйберҙәр яһау. Башҡорттарҙа урыны м‑н кустарь кәсепкә әйләнгән традицион шөғөл. Кейеҙ баҫыу өсөн һарыҡ һәм дөйә йөнө файҙаланылған, унан аҡ, һоро, ала һәм ҡара кейеҙ баҫылған. К.б. өсөн, башлыса йәй мәленә тура килтереп, өмә үткәргәндәр. Йөндө...

КЕЙЕБӘК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КЕЙЕБӘК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Краснохолмский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 611 кеше; 1920 — 658; 1939 — 572; 1959 — 686; 1989 — 328; 2002 — 444; 2010 — 394 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылда Ҡалтасы сорт һынау...

КЕҘЕТАМАҠ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

КЕҘЕТАМАҠ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Үрге Ҡыйғы а/сҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. табан 3 км һәм Һилейәт. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 30 кеше; 1989 — 116; 2002 —114; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы...

КЕБЛӘЛӘР

КЕБЛӘЛӘР, ү л ә н б е т т ә р е (Aphidoidea), тигеҙ ҡанатлы томшоҡлолар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 4—20 мең төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың урта бүлкәтендә таралған. БР‑ҙа 80‑гә яҡын төрө бар. Тәне аҡ, тоноҡ йәшел, аҡһыл һоро, ҡара, оҙонлоғо бер нисә мм; ҡорһағы оҙонса, 5‑се ҡорһаҡ...

КВАШНИН-САМАРИН Пётр Фёдорович

КВАШНИН-САМАРИН Пётр Фёдорович (1743—19.10.1815) дәүләт эшмәкәре. Действительный тайный советник. Дворяндарҙан. 1770 йй. уртаһында Юстиц-коллегия (С.‑Петербург) президенты. 1781—83 йй. Өфө наместниклығы, 1786—93 йй. Новгород наместниклығы идарасыһы. Сенатор. Н.Л.Семёнова Тәрж. М.Х.Хужин  ...

КВАШНИН Анатолий Васильевич

КВАШНИН Анатолий Васильевич (15.8.1946, Өфө ҡ. — 7.1.2022, Мәскәү ҡ., Мытищи ҡ. ерләнгән), хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Хәрби фәндәр докторы (2003), социология фәндәре кандидаты (1996). Армия генералы (1997). РФ‑тың 1‑се класлы действительный дәүләт советнигы (2004). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999). Ҡурған...

КВАРЦИТ, тау тоҡомо

КВАРЦИТ, метаморфик тау тоҡомо. Кварцтан (70—100%), төрҙәрен (мусковитлы, биотитлы, гематитлы, графитлы, гранатлы һ.б.) билдәләгән башҡа минералдарҙың ҡушылдыҡтарынан тора. К. структураһы гранобластлы; текстураһы массив, һыҙыҡлы. Төҫө асыҡ һоронан ҡуйы һороға тиклем. Сағыу ал, ҡыҙыл‑көрән, алһыуыраҡ...

КВАРЦ, минерал

КВАРЦ (немецса Querklufterz — киҫеүсе юлаҡтар мәғдәне), окиселдар класы минералы; SiO2. Призматик кристалдар, тотош бөртөклө, йәшерен кристаллик, нәҙек сүсле һәм һарҡыу агрегаттар рәүешендә осрай. К. төрҙәре: ғәмәлдәге К., тридимит, кристобалит, коэсит һәм стишовит; йәшерен кристаллик структуралы төрҙәре —...