Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАҘАҒСТАН

ҠАҘАҒСТАН, Ҡаҙағстан Республикаһы, Евразияның үҙәк өлөшөндәге дәүләт. Майҙаны — 2,72 млн км2. Баш ҡалаһы — Астана. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 16 млн кеше (2009): ҡаҙаҡтар (63,1%), урыҫтар (23,7%) һ.б.; 17,3 мең башҡорт йәшәй (2009). Рәсми тел — ҡаҙаҡ теле. Диндарҙары — мосолман, православие...

ҠАҘ ҺЫМАҠТАР

ҠАҘ ҺЫМАҠТАР (Anseriformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, яҡынса 150 төрө билдәле. БР‑ҙа өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған 33 төрө бар. Башлыса эре (аҡҡоштар, оҙонлоғо 180 см тиклем, ауырлығы 13,6 кг тиклем) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (һыҙғыраҡ сөрәгәй, оҙонлоғо 38 см тиклем, ауырлығы 0,4 кг тиклем) күсәр һыу ҡоштары....

ҠАҘ ҮЛӘНЕ

ҠАҘ ҮЛӘНЕ (Potentilla), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 20‑нән ашыу төрө үҫә: һары Ҡ.ү., Гольдбах Ҡ.ү., көлһыу Ҡ.ү., тура һ.б. Күп, һирәк осраҡта ике йәки бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтарының оҙонлоғо 5—80 см тиклем, төҙ, күтәрелеүсән...

ҠАҘ ӨМӘҺЕ

ҠАҘ ӨМӘҺЕ, башҡорттарҙа ҡаҙ, һирәкләп өйрәк һуйғанда үҙ-ара ярҙам итеү йолаһы (ҡара: Өмә). Көҙ-ҡыш мәлендә, ҡар ятыу м‑н үткәрелгән. Ҡ.ө. ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындар (ғәҙәттә, килендәр) саҡырылған. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эсен таҙартҡандан һуң, көйәнтәгә парлап аҫып, йылғаға сайҡарға алып төшкәндәр. Уларға егеттәр...

ҠАҘ ЙЫУАҺЫ

ҠАҘ ЙЫУАҺЫ (Gagea), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: һары Ҡ.й., бөртөклө Ҡ.й., һуғанбашлы Ҡ.й., кесе Ҡ.й., ненец Ҡ.й., тәпәш Ҡ.й. Һуғанбашлы эфемероидтар, бейеклеге 5—30 см. Һабағы...

ҠАДИРОВА Нәзифә Жәүәт ҡыҙы

ҠАДИРОВА Нәзифә (Нәсифә) Жәүәт ҡыҙы (13.4.1954, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ахун а.), йырсы. РФ‑тың атҡ. (2005), БАССР‑ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1982), ТР‑ҙың атҡ. (1996) артисы. 1971 й. алып Башҡ. филармонияһы солисы. Көслө, үҙенсәлекле тауышҡа, хисле һәм тәьҫирле башҡарыу оҫталығына эйә. Репертуарында С.Ә.Низаметдиновтың...

ҠАДИРОВ Урал Ғаян улы

ҠАДИРОВ Урал Ғаян улы (10.3.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҙәш‑Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҙәш а., — 19.6.2017, Өфө), ветеринар врач, патологоанатом. Ветеринария ф. д‑ры (1970), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1988). Н.Х.Ҡадировтың улы. Троицк ветеринария ин‑тын тамамлаған (Силәбе өлк.,...

ҠАДИРОВ Рафаэль Рәшит улы

ҠАДИРОВ Рафаэль Рәшит улы (2.9.1957, БАССР‑ҙың Ғафури районы Туғай а.), рәссам. РФ-тың (2020) һәм БР‑ҙың (2009) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 16‑сы урта мәктәптә, сәнғәт мәктәбендә уҡыта, 1991— 92 йй. һәм 2005 й. алып картиналар галереяһы директоры...

ҠАДИРОВ Нурлығаян Хафиз улы

ҠАДИРОВ Нурлығаян Хафиз улы [1.7.1894, Өфө губ. Бөрө өйәҙе (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 19.7.1956, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Әбүләйес а.], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Ҡаҙағстан, 1925 й. алып Ейәнсура р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй....

ҠАДИРОВ Имам‑Ғәли Ғәлим улы

ҠАДИРОВ Имам‑Ғәли Ғәлим улы (24.3.1898, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡарамалытамаҡ а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Ҡартамаҡ а., — 2.5.1969, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры һәм проф. (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1947). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Хәрби‑мед. акад. тамамлағандан һуң (Ленинград,...

ҠАДИРОВ Ғабдрахман Фәйзрахман улы

ҠАДИРОВ Ғабдрахман (Ғаптрахман) Фәйзрахман улы (27.1.1941, Шатура ҡ. — 31.7.1993, Сочи ҡ., Өфөлә ерләнгән), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1965), халыҡ‑ара категориялы судья (1991). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1991). П.Ф.Лесгафт ис....

ҠАДИРОВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ТЕХНИК СПОРТ ТӨРҘӘРЕ ҮҘӘГЕ

ҠАДИРОВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ТЕХНИК СПОРТ ТӨРҘӘРЕ ҮҘӘГЕ, автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 2000 й. “Төҙөүсе” стадионы базаһында Ғ.Ф. Ҡадиров ис. спорт клубы булараҡ төҙөлә, 2010 й. хәҙ. исемен ала. 2012 й. үҙәк эргәһендә мотоспорт б‑са балалар һәм үҫмерҙәр спорт техник мәктәбе асыла....

ҠАДИРИ Закир Хәлим улы

ҠАДИРИ (Ҡадиров) Закир Хәлим улы (1878, Һамар губ. Ставрополь өйәҙе Абдулла а. – 22.10.1954, Төркиә), йәмәғәт эшмәкәре, педагог. Мәҙрәсәлә (Бохара ҡ.), Әл‑Әзһәр ун‑тында (Ҡаһирә) уҡыған. 1906— 07 йй. Ғ.Ибраһимов м‑н С.‑Петербургта ғәрәп телендә “әт-Тилмиз” (“Шәкерт”) гәз. нәшер итә. 1907 й. алып “Хөсәйениә”,...

ҠАДИР ҒӘЛИ

ҠАДИР ҒӘЛИ, Ҡадир ‑ Ғәлибәк Жалайырлы (16 б. уртаһы – 17 б. башы), яҙыусы. Жалайыр ҡәбиләһенән. 16 б. 70—80-се йй. Себер ханлығында карачибәк булған. Ермакка ҡаршы һуғышҡан. 1587 й. урыҫтарға әсиргә төшә. 1600—10 йй. Ҡасим ханы Ураҙ-Мөхәммәт хан һарайында бәк була. “Жәмиғәт‑тәуарих” (“Йылъяҙмалар йыйынтығы”;...

ҠАҒЫ, йылға

ҠАҒЫ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Уралтау һыртының Ҡағыташ тауынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Белорет, Әбйәлил, Бөрйән р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Оло Ял тауынан көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта төньяҡҡа борола һәм артабан Белорет р‑ны...

ҠАҒЫ, Белорет р‑нындағы ауыл

ҠАҒЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Ҡағы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 77 км һәм Белорет т. юл ст. 70 км алыҫлыҡта Ҡағы й. тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 5190 кеше; 1920 — 4878; 1939 — 2195; 1959 — 1441; 1989 — 1248; 2002 — 1046; 2010 — 787 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ҠАҒЫ ЗАВОДЫ

ҠАҒЫ ЗАВОДЫ, 1769 й. Нуғай даруғаһы Тамъян һәм Түңгәүер улустары башҡорттарынан һатып (бер өлөшө ҡуртымға) алынған ерҙәрҙә Ҡағы й. буйында Е.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Демидовтар, 19 б. 30-сы йй. алып А.И.Пашков (ҡара: Пашковтар), 1855 й. — сауҙагәр...

ҠАБЫРСАҠТАР

ҠАБЫРСАҠТАР, пластинка айғолаҡлы моллюскылар (Bivalvia), моллюскылар класы. Яҡынса 20 мең төрө билдәле, Донъя океанында, бер аҙ тоҙло һәм сөсө һыуҙа киң таралған. БР‑ҙа 40‑тан ашыу төрө бар, башлыса анодонталар, борсаҡсыҡтар, шаровкалар. Тәне ике яҡлап симметриялы, оҙонлоғо бер нисә мм алып 10 см тиклем...

ҠАБЫҠҠЫУЫШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ҠАБЫҠҠЫУЫШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡабыҡҡыуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 674 кеше; 1920 — 692; 1939 — 621; 1959 — 825; 1989 —654; 2002 — 620; 2010 — 589 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАБЫҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ

  ҠАБЫҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ, сколитидтар (Scolytidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 6000 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 25‑кә яҡын төрө бар: ос ҡабығы ҡорто, парһыҙ Ҡ.ҡ., типограф һ.б. Кәүҙәһе цилиндр формаһында, оҙонлоғо 0,9—9 мм, ҡара, ҡыҙғылт ҡуңыр йәки көрән төҫтә....