Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘЗИТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

МӘЗИТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 41 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 297 кеше; 1920 — 400; 1939 — 368; 1959 — 176; 1989 — 216; 2002 — 227; 2010 — 212...

МӘЖҮСИЛЕК

МӘЖҮСИЛЕК, тәбиғәт көстәрен кәүҙәләндергән илаһтарға, рухтарға табыныу. М. анимизм, магия, тотемизм, фетишизм, шаманлыҡ ҡарай. Тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән; М. ҡараштарының һәм ритуалдарының күбеһе исламда, иудаизмда, христианлыҡта һаҡланып ҡалған. М. ҡараштары б‑са, донъя өҫкө (күк, юғары...

МӘЖИТОВ Хөсәйен Йәләй улы

МӘЖИТОВ Хөсәйен Йәләй улы (19.4.1928, Стәрлетамаҡ ҡ. — 3.11. 1989, Өфө), йырсы (баритон). БАССР‑ҙың халыҡ (1975), атҡ. (1964) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1953; Е.В.Кузьмина класы) БДОБТ, 1978—89 йй. Башҡ. филармонияһы солисы. М. сәнғәтенә дәртлелек, тәьҫирлелек хас, ул сағыу вокаль...

МӘЖИТОВ Ринат Марсель улы

МӘЖИТОВ Ринат Марсель улы (18.9.1967, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (2002) артисы. 1988—90, 1995—2012 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1992—95 йй. “Мираҫ” фольклор бейеү ансамбле солисы. М. актёр оҫталығы, сағыу темперамент хас. Бейеүҙәре еңел һәм аныҡ хәрәкәттәр, юғары...

МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы

  МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы [20.8.1933, БАССР‑ҙың Красноусол районы Туғай а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 11.10.2015, Өфө ҡ.], археолог. БР ФА академигы (2006), тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Пермь университетын тамамлағандан һуң (1956) ТТӘИ‑лә (1967 й....

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ, үҙенә йәки ғаиләһенең ағзаларына ҡарата көс ҡулланыу йә башҡа төрлө эҙәрлекләү арҡаһында, йәки расаһы йә милләте, дине, теле йәки ниндәй ҙә булһа социаль төркөмгә ҡарауы, йә билдәле бер кешегә йәки кешеләр төркөмөнә ҡарата дошманлыҡ кампаниялары үткәрелеүгә, киң халыҡ массаларының...

МӘҘХИӘ, шиғри жанр

МӘҘХИӘ (ғәр.), о д а, тантаналы, патетик, данлап яҙылған шиғри жанр. Төп йөкмәткеһе — мөһим тарихи ваҡиғаларҙы йәки ниндәй ҙә булһа кешенең уңыштарын, дәрәжәләрен данлау. Башҡорт әҙәбиәтенд әкөнсығыш (мәҙхиә), европа (ода) һәм башҡорттарҙың үҙҙәренең (ҡобайыр) әҙәби традициялары контаминацияһынан торған...

МӘҘРӘСӘ

МӘҘРӘСӘ (ғәр. — уҡыта торған урын), урта һәм юғары мосолман уҡыу йорттары. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Мулллар инициативаһы б‑са мәсеттәр эргәһендә асыла, шәхси иғәнәләр һәм ваҡыф аҡсаһына тотола. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Уҡытыу‑тәрбиә...

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ҮҘӘГЕ

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ҮҘӘГЕ. 1968 й. Башҡ‑н профсоюздары өлкә советының Үҙешмәкәр сәнғәт йорто булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Союз-ара Үҙешмәкәр ижад йорто, 1989 й. — Респ. профсоюздарының М.һ.я.ү., 1990 й. ябыла. Профсоюздарҙың үҙешмәкәр сәнғәт ижадына ижади һәм методик яҡтан етәкселек итә, урта махсус...

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ. Өфөлә урынлашҡан (Островский урамы, 21/1). Майҙаны — 4,7 га. 1950 й. баҡса итеп ойошторола, 1960‑сы йй. уртаһынан Дим районының М.һ.я.п. Иң тәүҙә баҡсала йәйге кинотеатр, бейеү майҙансығы, китапхана төҙөлә; арка рәүешендәге ҡапҡалар, турник, бәүелсәктәр, киоскылар, “Вихрь”, “Ромашка”,...

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1933 й. Стәрлетамаҡҡ. сәйәси-ағартыу техникумы булараҡ асыла, 1947 й. алып Респ. мәҙәни-ағартыу мәктәбе, 1960 й. — Башҡ‑н республика мәҙәни-ағартыу уч‑щеһы, 1991 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт техникумы, 2012 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы. Уҡытыу...

МӘҘӘНИ‑ЯЛ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

МӘҘӘНИ‑ЯЛ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, халыҡтың ялын тәьмин итә, үҙешмәкәр сәнғәт ижады өсөн шарттар булдыра. Башҡортостанда мәҙәни-ял эшмәкәрлеге м‑н М.‑я.у. киң тармаҡлы селтәре шөғөлләнә: ҡала, район мәҙәниәт йорттары һәм мәҙәниәт һарайҙары, ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттары. Улар эргәһендә китапханалар, ҡыҙыҡһыныу...

МӘҘӘНИ-ТАРИХИ БЕРЛЕК

МӘҘӘНИ-ТАРИХИ БЕРЛЕК, раса һәм этногенетик сығышы б‑са берләшкән һәм матди (керамика формаһы һәм биҙәлеше, торлаҡ, ҡорал һәм биҙәүес типтары), ш. уҡ рухи (дини ҡараштары, ерләү йолаһы элементтары) мәҙәниәттә дөйөм элементтары булған археологик мәҙәниәттәр йыйылмаһы. Билдәле бер М.‑т.б. ҡәбиләләре бер...

МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫН ҺАҠЛАУ

МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫН ҺАҠЛАУ, мәҙәни мираҫ объекттарын асыҡлауға, өйрәнеүгә, һаҡлауға, яҡлауға һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән дәүләт саралары системаһы. БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында” законына (2005) ярашлы башҡарыла....

МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫ

МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫ, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары, тарих, археология, архитектура, ҡала төҙөлөшө, һынлы сәнғәт, фән һәм техника, эстетика, этнология, антропология йәһәтенән ҡиммәтле һаналған һәм мәҙәниәттең барлыҡҡа килеүе, үҫеше т‑да мәғлүмәт сығанағы булған күсемһеҙ милек объекттары (ҡара:...

МӘҒРИФӘТСЕЛЕК

МӘҒРИФӘТСЕЛЕК, ижт.‑сәйәси ағым, вәкилдәре халыҡ араһында игелек, ғәҙеллек, ғилми белем таратыу иҫәбенә йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, әҙәпте, сәйәсәтте, көнкүреште ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ынтыла. Башҡортостанда М. барлыҡҡа килеүенә ниндәйҙер дәрәжәлә урыҫ философияһы, урыҫ әҙәбиәте һәм мәҙәниәте...

МӘҒЛҮМӘТТӘР БАЗАҺЫ

МӘҒЛҮМӘТТӘР БАЗАҺЫ, объекттар (уларҙың үҙенсәлектәре) һәм улар араһындағы мөнәсәбәттәр т‑да компьютерлаштырылған мәғлүмәт, ҡуйылған мәсьәләне иң уңайлы юл м‑н хәл итеү өсөн ойошторолған. Ҡулланыусыларҙың һаны б‑са бер һәм күп ҡулланыусылар өсөн төҙөлгән М.б. айыралар. Күп ҡулланыусылар өсөн булғандарҙы...

МӘҒЛҮМӘТИ ҮЛСӘҮ СИСТЕМАҺЫ

МӘҒЛҮМӘТИ ҮЛСӘҮ СИСТЕМАҺЫ, контролдә тотолған объекттан тейешле мәғлүмәтте автоматик рәүештә туранан-тура алыу, күҙгә күренерлек итеү, уны теркәү һәм электрон хисаплау машиналарында эшкәртеү өсөн булған үлсәү, хисаплау саралары һәм тейешле матем. тәьминәт комплексы. Башҡа үлсәү сараларынан үлсәнә торған...

МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТЕ КҮРҺӘТЕҮ

МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТЕ КҮРҺӘТЕҮ, һорау темаһына ярашлы ҡулланыусыларға мәғлүмәт биреү. Мәғлүмәтте 3 төп төркөмгә бүләләр: эш, ғилми тармаҡ өсөн һәм киң күләмле. М.х.к. төрҙәре: китапханала әҙәбиәт йәки архивта документтар биреү, фактографик йәки библиографик белешмәләр төҙөү, темалар б‑са материалдар (публикациялар,...

МӘҒЛҮМӘТ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

МӘҒЛҮМӘТ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ (ингл. information technology), 1) программа‑аппарат комплексы нигеҙендә мәғлүмәтте йыйыу, теркәү, туплау, эшкәртеү, тапшырыу һәм яңынан тергеҙеү операцияларын тормошҡа ашырыу ысулдары һәм саралары йыйылмаһы, 2) мәғлүмәтте эшкәртеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнгән кешеләрҙең хеҙмәтен...