Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБЗАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

АБЗАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 916; 1939 — 560; 1959 — 501; 1989 — 228; 2002 — 200; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡайынлыҡ...

АБЕРДИН-АНГУС ТОҠОМО

АБЕРДИН-АНГУС ТОҠОМО, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо, 18 б. аҙ. Абердин һәм Ангус графлыҡтарында сығарылған (Шотландия). Һаны б‑са итле тоҡомдар араһында донъяла 2‑се һәм РФ‑та 4‑се урынды биләй. Беҙҙең илдәге был тоҡом 20 б. 30‑сы йй. Волгоград өлк. ҡалмыҡ тоҡомло һыйырҙарҙы А.‑а.т. үгеҙҙәрҙән йотоулы...

АБЕЛЕВ Элья Хононович

АБЕЛЕВ Элья Хононович (3.1.1919, Белорус ССР‑ы Бобруйск ҡ. — 10.10.1985, Өфө), тренер. Спорт гимнастикаһы б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1968), респ. категориялы судья (1960). 1945—79 йй. “Динамо” ДСО-һының Башҡ-н өлкә советы тренеры, өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1945—59 йй. БАССР Спорт гимнастикаһы...

АБҘАНОВ Шәмси Саҙрый улы

АБҘАНОВ Шәмси Саҙрый улы [24.10.1894 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1895), Өфө губ. Бөрө өйәҙе Эткенә а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], иҡт. географ, педагог. Проф. (1932). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлаған (1927). 1912 й. алып Пермь губ. Уҫы...

АБҘАН, Мырҙабулат, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

АБҘАН, М ы р ҙ а б у л а т, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 49 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 619 кеше; 1920 — 675; 1939 — 809; 1959 — 1727; 1989 — 959; 2002 — 973;...

АБҘАН, Архангел р‑нындағы ауыл

АБҘАН, Архангел р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 375 кеше; 1920 — 497; 1939 — 776; 1959 — 880; 1989 — 915; 2002 — 899; 2010 — 836 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

АБҘАН УРТА МӘКТӘБЕ, Ейәнсура р‑ны

АБҘАН УРТА МӘКТӘБЕ, Ейәнсура р‑ны. 1917 й. башланғыс уч‑ще булараҡ нигеҙ һалына. 1920 й. алып беренсе баҫҡыс мәктәп, 1925 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1930 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. башлап бөгөнгө статуста. Интернаты, емеш баҡсаһы, атыу тиры, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урта мәктәпте...

АБҘАН РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан

АБҘАН РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Ейәнсура, төньяҡ-көнсығышта — Йылайыр, көнсығышта Хәйбулла р‑ндары, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Ырымбур өлк. м‑н сиктәш булған. 1946 й. 20 мартында ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән, терр‑яһы Ейәнсура р‑ны...

АБҘАҠ, Төбәк, Белорет р‑нындағы ауыл

АБҘАҠ, Төбәк, Белорет р‑нындағы ауыл, Абҙаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Яңы Абҙаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Ҡолсоғаҙы й. (Бәләкәй Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 703 кеше; 1920 — 356; 1939 — 822; 1959 — 962; 1989 — 1045; 2002 — 1286; 2010 — 1331 кеше....

АБҘАҠ, Кинйәкәй, Учалы р‑нындағы ауыл

АБҘАҠ, Кинйәкәй, Учалы р‑нындағы ауыл, Мансур а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 50 км һәм Ҡорама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Краснохта й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 243 кеше; 1920 — 260; 1959 — 257; 1989 — 383; 2002 — 490; 2010 — 500 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АБҘАҠ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

АБҘАҠ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 62 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта Ерекле һәм Төйәләҫ йй. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 151 кеше; 1920 — 205; 1939 — 156; 1959 — 208; 1989 — 150; 2002 — 146; 2010 — 144 кеше. Башҡорттар...

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил һәм Белорет райондары сигендә Көркәк һыртында, Белорет ҡ. көньяҡ-көнсығышҡа 25 км һәм Яңы Абҙаҡ тимер юл ст. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1976 й. асыла. Урта девондың Ирәндек свитаһы тоҡомдарына тура килә. Эшкә яраҡлы ҡатлам андезит‑базальт...

АБДУЛОВ Марсель Хәбиб улы

 АБДУЛОВ Марсель Хәбиб улы (8.5.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡуранса а. — 23.11.2007, Өфө), дәүләт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. урмансыһы (1978). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Нуриман урман хужалығында лесничий булып эшләй. 1954 й. алып Ҡыҙыл Шишмә урман хужалығы дир., 1961 й. — БАССР б‑са урман хужалығы...

АБДУЛЛИНА Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы

АБДУЛЛИНА Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы [6.12.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мораҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], педагог‑методист. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1982), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1949). 1950—57 йй....

АБДУЛЛИНА Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы

АБДУЛЛИНА Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы [19.2.1930, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Арғаяш а. (Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) — 27.2.2002, Өфө ҡ.], фармаколог. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) шунда уҡ эшләй (1978—93 йй. 2‑се...

АБДУЛЛИНА Гөлфирә Риф ҡыҙы

АБДУЛЛИНА Гөлфирә Риф ҡыҙы (4.1.1975, БАССР‑ҙың Ишембай районы Маҡар а.), тел белгесе. БР ФА профессоры (2016), филология фәндәре докторы (2010), профессор (2018). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2022). РФ‑тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре (2020). СДПИ‑ны тамамлаған (1995), 1996 й. алып шунда уҡ...

АБДУЛЛИН Фәтих Саҙрый улы

АБДУЛЛИН Фәтих Саҙрый улы (24.8.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҙәш-Бикбирҙе а., хәҙер БР‑ҙың Ейәнсура районы Иҙәш а., — 10.8.2007, БР‑ҙың Шишмә районы Шишмә ҡсб), журналист. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Журналистар союзы ағзаһы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент педагогия...

АБДУЛЛИН Сөләймән Әйүп улы

АБДУЛЛИН Сөләймән Әйүп улы [15.8.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Үтәғол а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 11.3.2002, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], йырсы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1986). 1948—74 йй. Башҡ. филармонияһында солист һәм концерт бригадаһы етәксеһе. А. сәнғәте — оҙон көйҙө традицион башҡарыу өлгөһө....

АБДУЛЛИН Риф Мөҙәрис улы

АБДУЛЛИН Риф Мөҙәрис улы (1.1.1948, БАССР-ҙың Краснокама р-ны Яңы Нуғай а.), рәссам. РФ-тың (2016) һәм БР-ҙың (1998) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1984). ӨДСИ-не тамамлаған (1980; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). 1971—90 йй. Башҡ-н ижади-производство комб-ты рәссамы (1985—86 йй. баш рәссамы), 1999—2002 йй....

АБДУЛЛИН Рәфил Сәйфулла улы

АБДУЛЛИН Рәфил Сәйфулла улы (12.9.1946, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Ҡарлы а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). ӨНИ‑не тамамлаған (1975). 1968 й. башлап өҙөклөк м‑н “Салаватнефтемаш” ААЙ‑нда эшләй: 1978 й. алып цех нач., 2005—08 йй. ген. дир. 1‑се урынбаҫары;...