Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАНСУР ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ КОМБИНАТЫ

МАНСУР ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ  КОМБИНАТЫ, Учалы  р‑нында тәбиғи таш сығарыу һәм  эшкәртеү эштәре м‑н шөғөлләнгән.  1983 й. Мансур ваҡ таш з‑ды булараҡ  ойошторола, 1995 й. алып М.т.м.к.,  1997 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына  1‑се (Саңғалыҡ габбродиорит төҙөлөш  ташы ятҡылығы) һәм 2‑се (Мансур  гранит...

МАНСУР ТАЙМАҪОВ

МАНСУР ТАЙМАҪОВ, Крәҫтиәндәр  һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы,  Е.И.Пугачёв полковнигы.  Исәт провинцияһының Табын улусы  Таймаҫ а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны)  башҡорто. Тархан. Таймаҫ Шәимовтың  улы. Шул уҡ улустың старшинаһы.  Ихтилалға 1773 й. нояб.  ҡушыла. 1774 й. 1 февр. Мортаза  Йортомов м‑н берлектә...

МАНСУР ИБРАҺИМОВ

МАНСУР ИБРАҺИМОВ (яҡынса  1732—1816), Исәт провинцияһы  типтәрҙәре һәм бобылдәренән Уложенный  комиссия депутаты. Комиссия  ҡарамағына Урал аръяғы типтәрҙәре  һәм бобылдәренә өҫтәмә ер  биреү, ҡайһы бер һалымдарҙы бөтөрөү  т‑да һ.б. наказдар тапшыра.  Ауыл халҡына сауҙагәрҙәрҙең аралашынан  тыш һатыу...

МАНСУР БУЛАТАЕВ

МАНСУР БУЛАТАЕВ (яҡынса  1709 — ?), Сәйет биҫтәһенең татар  сауҙагәрҙәренән Уложенный комиссия  депутаты. 1758—60 йй.  Сәйет биҫтәһе кешеләре м‑н берлектә  Сәйет Хәйәлиндең халыҡты ҡыҫырыҡлауы  т‑да Ырымбур губерна  канцелярияһына ялыуҙар яҙа. Уложенный  комиссияға Сәйет татарҙарының  йән башына һалынған...

МАНСАҘЫ, Иглин р‑нындағы ауыл

МАНСАҘЫ, Иглин р‑нындағы ауыл,  Охлебин а/с ҡарай. Район үҙәгенән  һәм Иглин т. юл ст. К. табан 42 км  алыҫлыҡта Мансаҙы й. (Ағиҙел й.  ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.  Халҡы: 1906 й. — 782 кеше; 1920 —  902; 1939 — 653; 1959 — 435; 1989 —  149; 2002 — 171; 2010 — 168 кеше.  Урыҫтар йәшәй (2002).  Ауылға...

МАННУРОВ Рәшит Ниғмәтулла улы

МАННУРОВ Рәшит Ниғмәтулла  улы [8.7.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй  кантоны Яңы Таулар а. (хәҙ. БР‑ҙың  Бүздәк р‑ны) — 21.7.1993, Өфө],  Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың  почётлы тимер юлсыһы (1967).  1943—89 йй. Куйбышев т. юлының  Башҡ‑н бүлексәһе Дим ст. локомотив депоһында эшләй: кочегар, паровоз  машинисы,...

МАННАПОВА Рәмзиә Тимерғәли ҡыҙы

МАННАПОВА Рәмзиә Тимерғәли ҡыҙы [4.1.1955, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Ҡандра ҡсб (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2014). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) 1980 й. тиклем һәм 1985 й....

МАННАПОВ Әлфир Ғабдулла улы

МАННАПОВ Әлфир Ғабдулла улы (24.2.1954, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Боғаҙы а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. бе‑ лем биреү хеҙм‑ре (2013). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1981 й. тиклем һәм 1986—2006 йй. шунда уҡ (1991—96...

МАННАНОВА Флора Фәтих ҡыҙы

МАННАНОВА Флора Фәтих ҡыҙы (19.9.1946, Галле ҡ., Германия), стоматолог. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1998), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986). Ҡазан медицина институтын тамамлағандан һуң (1974) 1979 й. тиклем Өфө ҡ. 1‑се стоматология поликлиникаһында...

МАННАНОВ Шакир Фәтих улы

МАННАНОВ Шакир Фәтих улы [1.10.1917, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡыяуыҡ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 23.4.1973, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Стәрлетамаҡ с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. шул уҡ р‑ндың Октябрьский а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып һәм 1945—54 йй. Ишембай...

МАННАНОВ Ирек Нәғим улы

МАННАНОВ Ирек Нәғим улы (15.8.1970, Бәләбәй ҡ.), спортсы. Саңғы ярышы (2002) һәм биатлон (2006) б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мас‑ теры. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1998). ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Бәләбәй, тренеры Н.И.Савельев), 1998—2010 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары Ә.Ә.Ғүмәров,...

МАНЗУРОВ Сергей Марксович

МАНЗУРОВ Сергей Марксович (1.9.1960, Күмертау ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1986 й. алып “Сибайский рабочий” гәз. хеҙм‑ре: 1993 й. — мөхәррир урынбаҫары, 2001 й. — бүлек мөдире; 2003—04 йй. “Уральский проект” (“Урал проекты”) гәз. баш мөхәррире; 2006—09 йй....

МАНАТОВ Шәриф Әхмәт улы

МАНАТОВ Шәриф Әхмәт улы (Шәрифйән Әхмәтйән улы) [20.10. 1893, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1892, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Манат а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — 1936, Силәбе өлк. Смородиновка а., БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Көсөк а. ерләнгән], Башҡорт милли хәрәкәте һәм дәүләт эшмәкәре. 1918 й. алып РКП(б) ағзаһы....

МАНАПОВ Ирек Усман улы

МАНАПОВ Ирек Усман улы (7.5. 1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а.), инженер- механик. РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2005). ӨАИ‑ны тамамлаған (1972). 1966 й. алып ӨМЭПБ‑ла: 1970 й. башлап инженер-технолог, 1976 й. — цех нач. урынбаҫары, 1981 й. — нач., 1988 й. — баш технолог, 2002 й. —...

МАНАПОВ Илдар Илдус улы

МАНАПОВ Илдар Илдус улы (19.5.1983, Прага), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2008) артисы. Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (2001; педагогы Ю.Г.Ушанов) БДОБТ солисы. М. сәнғәтенә сағыу индивидуаллек, юғары һәм күтәренке рухлы башҡарыу оҫталығы, партнёрын нескә тойоу...

МАМЫҠБАШ КҮРӘН

МАМЫҠБАШ КҮРӘН (Eriophorum), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Кәҫлектәр һәм түңгәктәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында...

МАМЫҒҮЛӘН

МАМЫҒҮЛӘН (Puccinellia), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: Гаупт М., гигант М., оҙонтәңкә М., аралы М. һәм нескә М. Күп йыллыҡ үләндәр, ярайһы уҡ тығыҙ булған кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә....

МАМЛЫГИН Конон Наумович

МАМЛЫГИН Конон Наумович (1724—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы Озерки а. йәшәгән дәүләт крәҫтиәндәренән. Ихтилалға 1774 й. ғин. ҡушыла. Көңгөр ҡ. ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. Яҙын атаман И.Г.Васев отряды м‑н Исәт провинцияһына...

МАМИН-СИБИРЯК Дмитрий Наркисович

МАМИН-СИБИРЯК (Мамин) Дмитрий Наркисович (25.10.1852, Пермь губ. Висимо‑Шайтан з‑ды – 2.11. 1912, С.‑Петербург), урыҫ яҙыусыһы. Урал һәм Себерҙең тау сәнәғәте тормошона арналған “Тау ояһы” (“Горное гнездо”), “Ҡырағай бәхет” (“Дикое счастье”; икеһе лә – 1884), “Өс тамамланыш” (“Три конца”; 1890), “Алтын”...

МАМАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл

МАМАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл, Әжәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Мамаҙы й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 659 кеше; 1920 — 642; 1939 — 488; 1959 — 474; 1989 — 366; 2002 — 367; 2010 — 339 кеше. Удмурттар йәшәй...