Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАРБАҠ ЭВЕРНИЯ

ТАРБАҠ ЭВЕРНИЯ (Evernia divaricata), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы ҡыуаҡлы, оҙонлоғо 8—40 см, һаҡал рәүешле, һалынҡы, йомшаҡ, аҡһыл йәки һарғылт‑йәшкелт төҫтә, ҡуйы тармаҡлы, ҡайһы берҙә псевдогомфы бар (ҡайһы бер ҡыуаҡлы лишайниктарҙың беркетелеү ағзаһы). Айырсалары...

ТАРБАҠ ПАЛЮДЕЛЛА

ТАРБАҠ ПАЛЮДЕЛЛА (Paludella squarrosa), мүк һымаҡтар төрө. Бейеклеге 5–10 см булған эре ҡуйы кейеҙ кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ, ике өйлө, ос емешле мүк, өҫкө өлөшө ҡара‑йәшел, аҫҡыһы тутлы‑көрән төҫтә. Һабағы ябай йәки 1–3 ос аҫты үренделәре бар, 5 рәт япраҡ м‑н ҡапланған. Япрағы киң йомортҡа‑ланцет...

ТАРБАҠ ВЕЙСИЯ

ТАРБАҠ ВЕЙСИЯ (Weissia squarrosa), мүк һымаҡтар төрө. Тәпәш кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән ҡара йәшел төҫтәге бер өйлө, ос емешле күп йыллыҡ мүк, бейеклеге 3—6 мм. Япрағы тырпайып ситкә киткән йәки бөгөлгән, ҡыяҡлы‑ланцет, тупаҡ осланған, яҫы ситле. Япраҡтың епсәһе осонан ҡыҫҡа булып сығып тора. Ҡумтаһы...

ТАРАСОВ Сергей Александрович

ТАРАСОВ Сергей Александрович (3.10.1950, Өфө), тренер. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1997). 1974—2005 йй. “Юлдаш” физик культура йортонда уҡытыусы‑тренер, бер үк ваҡытта 1992 й. алып “Луч” спорт-реабилитация үҙәге, 1995—2001 йй. Рәсәй паралимпия йыйылма...

ТАРАСОВ Николай Васильевич

ТАРАСОВ Николай Васильевич (2.1. 1939, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Казанка а.), инженер‑механик. ӨАИ‑ны тамамлаған (1969). 1956—58 йй. “Востокнефтестройматериалы” тресының Төҙөлөш материалдары һәм деталдәре з‑дында (Октябрьский ҡ.) эшләй, 1962 й. алып балта оҫтаһы, 1963 й. — диспетчер, 1969 й. — инженер‑технолог,...

ТАРАСОВ Евгений Михайлович

ТАРАСОВ Евгений Михайлович (22.2. 1953, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Киҫтәнле‑Ивановка а.), инженер-электрик. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2005). Почётлы тимер юлсы (1993), т. юл транспортының иң яҡшы уйлап табыусыһы (2002). Куйбышев т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ...

ТАРАСОВ Александр Иванович

ТАРАСОВ Александр Иванович (1.10.1962, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Самбо (1982) һәм дзюдо (1985) б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. Киев физик культура ин‑тын тамамлаған (1990). “Каучук” ПБ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры Н.Н. Абсаттаров), 1979—89 йй. Юғары спорт оҫталығы...

ТАРАСЕНКО Николай Евдокимович

ТАРАСЕНКО Николай Евдокимович [9.5.1908, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Калиновка а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) – 20.7.1974, Дәүләкән ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. механизаторы (1967). 1934 й. алып бригадир, 1941 й. – өлкән механик, 1954–68 йй. Дәүләкән механика з‑дында директор. 1947 й....

ТАРАСЕНКО Василий Фомич

ТАРАСЕНКО Василий Фомич [4.12. 1920, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шаровка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 15.8.1995, Рязань ҡ.], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток танкыға ҡаршы истребитель артиллерия училищеһын тамамлаған (1943). Бәләбәй районының Анненково а....

ТАРАСЕНКО Василий Фомич

ТАРАСЕНКО Василий Фомич [4.12. 1920, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шаровка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 15.8.1995, Рязань ҡ.], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток танкыға ҡаршы истребитель артиллерия училищеһын тамамлаған (1943). Бәләбәй районының Анненково а....

ТАРАҠАН ҺЫМАҠТАР

ТАРАҠАН ҺЫМАҠТАР (Blattoptera), бөжәктәр отряды. Яҡынса 5 мең, БР‑ҙа 5 төрө билдәле. Кәүҙә оҙонлоғо 4—9,5 мм. Кәүҙәһе яҫы, овал, аҡһыл, һарғылт һоро, һирәгерәк ҡара төҫтә. Башы өсмөйөш йәки йөрәк формаһында, яҫы, ауыҙ ҡыуышлығы аҫҡа йүнәлтелгән, ҡалҡан рәүешле күкрәк алды менән ҡапланған; ҙур күҙе һәм...

ТАРАБИРҘЕ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ТАРАБИРҘЕ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Кушнаренко а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 4 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1106 кеше; 1920 — 1242; 1939 — 1679; 1959 — 654; 1989 — 489; 2002 — 1184; 2010 — 1576 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ТАРА, Белорет р‑нындағы ауыл

ТАРА, Белорет р‑нындағы ауыл, Туҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 87 км һәм Олойылға т. юл ст. К.‑Көнб. табан 58 км алыҫлыҡта Тара й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 158 кеше; 1959 — 672; 1989 — 125; 2002 — 114; 2010 — 59 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ТАПТЫКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл

ТАПТЫКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Таптыков а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Авдон т. юл ст. К. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 617 кеше; 1920 — 720; 1939 — 1043; 1959 — 611; 1989 — 480; 2002 — 544; 2010 — 734 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Нижегородка...

ТАПТЫКОВ ҠАЛАСЫҒЫ, археологик ҡомартҡыһы

ТАПТЫКОВ ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 7—8 бб. ҡарай. Өфө р‑ны Таптыков а. көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярындағы бейек моронда урынлашҡан. 1962 й. С.М.Васюткин тарафынан асыла, 1983 й., 1985—86 йй. И.М. Аҡбулатов өйрәнә. 600 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ялан яғынан...

ТАПМА

ТАПМА, ҡ а б а т л а н ы п  т о р ғ а н  һ а ҙ  б и ҙ г ә г е, кешенең инфекцион ауырыуы. Т. тыуҙырыусылар — Plasmodium затының иң ябайҙары. Өс, дүрт көнлөк, тропик һәм овале Т. айырыла. Тыуҙырыусынан кешегә зарарланған Anopheles затына ҡараған инә серәкәйҙең тешләүе аша йоға. Т. клиник сағылышы плазмодийҙар...

ТАҢҺЫҘАР, Борай р‑нындағы ауыл

ТАҢҺЫҘАР, Борай р‑нындағы ауыл, Таңатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 98 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 167 кеше; 1939 — 279; 1959 — 299; 1989 — 142; 2002 — 106; 2010 — 55кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1914 й. һәм 1920 й. араһында Бөрө өйәҙендә...

ТАҢСӘЙЕТ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ТАҢСӘЙЕТ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Атйетәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Сарпалка й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 201 кеше; 1920 — 197; 1939 — 222; 1959 — 151; 1989 — 125; 2002 — 127; 2010 — 116 кеше. Татарҙар йәшәй...

ТАҢҒАТАРОВ Әхнәф Йыһангир улы

ТАҢҒАТАРОВ Әхнәф Йыһангир улы [1892, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Теләкәй‑Ҡобау а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 25.1.1954, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.], яҙыусы. “Ғосмания”, “Хөсәйениә” мәҙрәсәләрендә уҡыған. Коканд ҡ., һуңынан Башҡортостан ауылдарында уҡытҡан. 1918—19 йй. “Берлек”, “Ярлы тауышы” гәз. хеҙм‑ре,...

ТАҢАТАРОВ Марат Әхсән улы

ТАҢАТАРОВ Марат Әхсән улы (26.12.1937, Семипалатинск ҡ. — 17.3. 1997, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1980). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ эшләй:...