Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КВАРТЕР

КВАРТЕР, дүртенсел система (осор), кайнозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 1,8 млн йыл, хәҙерге заманғаса дауам итә (ҡара: Геохронология). Ж.Денуайе тарафынан 1829 й. айырып күрһәтелә. 2 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡыһы — плейстоцен һәм өҫкөһө — голоцен (яҡынса 10 мең йыл элек башланған,...

КВАНТ ХИМИЯҺЫ

КВАНТ ХИМИЯҺЫ, химик берләшмәләрҙең үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн, үҙ‑ара тәьҫир итешеүен һәм әүерелештәрен тасуирлау өсөн квант механикаһының төшөнсәләре, математик аппараты һәм алымдары ҡулланылған теоретик химия бүлеге. Күп электронлы һәм күп ядролы системаны К.х. ҡулланып тасуирлау ғәҙәттә Шрёдингерҙың...

КВАЛИФИКАЦИЯ КҮТӘРЕҮ ҮҘӘГЕ

КВАЛИФИКАЦИЯ КҮТӘРЕҮ ҮҘӘГЕ, БР‑ҙың дәүләт авт. өҫтәлмә проф. белем биреү учреждениеһы. 1983 й. Өфөлә урта мед. һәм фарм. белеме булған хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү уч‑щеһы булараҡ асыла, 2014 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: профессияға яңынан әҙерләү һәм квалификацияны...

КӘШКӘЛӘҮ, Борай р‑нындағы ауыл

КӘШКӘЛӘҮ, Борай р‑нындағы ауыл, Кәшкәләү а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 805 кеше; 1920 — 1078; 1939 — 706; 1959 — 633; 1989 — 409; 2002 — 323; 2010 — 271 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

КӘШӘФЕТДИН Шаһимәрҙән

КӘШӘФЕТДИН Шаһимәрҙән (1840—1910), яҙыусы‑мәғрифәтсе. Минзәлә башҡорто. Ырымбур губ. Турғай өлк. Троицк өйәҙендә уҡыта. Көнсығыш әҙәбиәте сюжеттарына яҙылған яҡынса 30 китап, ш. иҫ. “Ҡиссаи Жәмшид” (1889), “Ҡиссаи хикмәт”, “Ҡиссаи Хатәм Тай” (икеһе лә — 1897), “Ҡиссаи Нур батыр” (1898) һ.б. авторы....

КӘШӘНӘ

КӘШӘНӘ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Мемориаль һәм культ тәғәйенләнешле ерләү ҡомартҡыһы. Башҡортостан терр‑яһында 10‑лап К. бар, улар араһында Бәндәбикә кәшәнәһе, Кесе кәшәнә, Турахан кәшәнәһе, Хөсәйенбәк кәшәнәһе (БР терр‑яһында), Варна кәшәнәһе (Силәбе өлк.), Изобильный кәшәнәһе һәм Ҡыҙыл мәсет...

КӘШӘЛӘ, һырт

КӘШӘЛӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай, Мәләүез, Бөрйән р‑ндары аша Кәшәлә й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) һул яры буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 628 м. Һыртта 583, 606 һәм 628 м бейеклектәге түбәләр асыҡ күренә. Төньяҡ һәм көньяҡ...

КӘШӘК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

КӘШӘК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 6 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 351 кеше; 1959 — 259; 1989 — 160; 2002 — 146; 2010 — 124 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй....

КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ

КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ, рендзиндар, һыу режимының йыуынты йәки ваҡыт‑ваҡыт йыуынты тибында карбонатлы тоҡомдарҙағы (доломит, эзбизташ, мергель һ.б.) ылыҫлы, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ төрө. Башҡортостанда К.‑к.т. ярым типтағы ике төрө айырыла: типик һәм йыуылған. Типик К.‑к.т....

КӘҪЛЕ РАЙОНЫ

КӘҪЛЕ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең төньяғында урынлашҡан. 1965 й. 12 ғин. ойошторолған. Майҙаны — 3356 км2. Адм. үҙәге — Кәҫле ҡалаһы. Районда 10 ауыл советы, 48 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 20,1 мең кеше (2010), ш. иҫ. 5,3% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур...

КӘҪЛЕ КӨЛҺЫУ ТУПРАҠ

КӘҪЛЕ КӨЛҺЫУ ТУПРАҠ, һыу режимының йыуынты тибында карбонатһыҙ элювиаль‑делювиаль ҡатламдарҙағы көньяҡ тайга ылыҫлы һәм ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ тибы. Башҡортостанда К.к.т. 2 ярым тибы айырыла: кәҫле көлһыу һәм кәҫле һары көлһыу. Аҡһыл һоро урман тупрағы м‑н берлектә уртаса һәм...

КӘҪЛЕ ЗАВОДЫ

КӘҪЛЕ ЗАВОДЫ, 1747 й. Себер даруғаһы Бәкәтин (Мәкәтин) һәм Терһәк улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Оло Кәҫле күле буйында сауҙагәр Я.Р.Коробков м‑н кенәз П.И.Репнин тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Коробков м‑н Репнин, 1751 й. алып Н.Н.Демидов...

КӘСЕҮӘН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

КӘСЕҮӘН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡырмыҫҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 203; 1989 — 91; 2002 — 107; 2010 — 104 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар. Ауылға 20 б....

КӘСЕПТӘР

КӘСЕПТӘР, традицион шөғөлдәр. Башҡорттарҙың К. Башҡортостандың тәбиғәт һәм климат үҙенсәлектәренә, хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына (ярым күсмә малсылыҡ, игенселек һ.б.), көнкүреш һәм тарихи-мәҙәни традицияларға бәйле була. Урман К., солоҡсолоҡ, һунарс‑ҡ, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу һ.б. м‑н шөғөлләнгәндәр....

КӘРЛӘС

КӘРЛӘС (Sedum), ҡалынъяпраҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың башлыса субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда зәһәр К. үҫә. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, бейеклеге 5—10 см. Япрағы итләс,...

КӘРЛӘ ТУРҒАЙ

КӘРЛӘ ТУРҒАЙ (Regulus regulus), турғай һымаҡтар отрядының кәрлә турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 9—11 см, ауырлығы 4—8 г. Ҡауырһын ҡапламы өҫ яҡтан һарғылт йәшел, аҫ яҡтан аҡһыл һоро. Башы ҙур, түбәһендә ян-яҡтан ҡара төҫтәге ҡайма менән...

КӘРИМСКИЙ Әнүр Муса улы

КӘРИМСКИЙ Әнүр Муса улы [27.9.1932, БАССР‑ҙың Мораҡ районы Мораҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 8.10.1993, Мәскәү ҡ.], философ. Философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1955) Мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҮК‑нда эшләй. 1967—93 йй....

КӘРИМОВА Роза Шәйхетдин ҡыҙы

КӘРИМОВА Роза Шәйхетдин ҡыҙы (7.11.1935, БАССР‑ҙың Нуриман районы Иҫке Күл а. — 11.8.2020, Өфө ҡ.), актриса. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1985), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). Дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков һәм...

КӘРИМОВА Роза Әхмәт ҡыҙы

КӘРИМОВА Роза Әхмәт ҡыҙы (6.8.1935, Ҡазан ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1958) шунда уҡ, 1967 й. алып Петрозаводск университетында эшләй. 1968 й. башлап БДУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше — телде һәм телмәрҙе функциональ‑коммуникатив...

КӘРИМОВА Рәсимә Сәғит ҡыҙы

КӘРИМОВА Рәсимә Сәғит ҡыҙы (12.3.1939, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Туңғатар а. — 21.6.2017, Өфө), диктор. РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. В.С.Кәримовтың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлаған (1962). 1959—99 йй. “Башҡортостан” ТРК дикторы. Башҡ. ТВ‑ның беренсе дикторы. “Панорама” мәғлүмәт, “Яңы...