Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АДЕЛЬКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

АДЕЛЬКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 684 кеше; 1920 — 896; 1939 — 940; 1959 — 705; 1989 — 339; 2002 — 281; 2010 — 304 кеше. Сыуаштар йәшәй...

АДЕЕВ Зиф Хәбиб улы

АДЕЕВ Зиф Хәбиб улы (5.6.1932, Өфө — 10.12.1995, шунда уҡ), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1978) һәм бөтә Союз категориялы судья (1978). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған...

АДВОКАТУРА

АДВОКАТУРА (лат. advoco — саҡырам), адвокаттарҙың проф. берләшмәһе. Гражданлыҡ йәмғиәте институты булып тора һәм дәүләт власы м‑н урындағы үҙидаралыҡ органдары системаһына инмәй. Суд реформаһына (1864) ярашлы Өфө, Троицк һәм Ырымбур округ судтарында 1898 й. суд эштәре б‑са присяжныйҙар вәкилдәре институты,...

АДВЕНТИСТАР

АДВЕНТИСТАР (лат. adventus — килеү), 19 б. 30‑сы йй. АҠШ‑та протестантлыҡта барлыҡҡа килгән ағымға эйәреүселәр. “Иисус Христостың икенсегә килеүе” яҡынлашыуы һәм ерҙә “Алланың мең йыллыҡ батшалығы” етеүе т‑да фекер тарата. Төп йолалары: өлкәндәрҙе һыуға сумдырып суҡындырыу һәм аяҡ йыуыу. А. 10‑дан ашыу...

АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР

АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР, ситтән килтерелгән үҫемлектәр, кеше, хайуандар, һыу һәм һауа ағымдары м‑н тәбиғи ареалы сиктәренән сығарылған һәм ошо терр‑яның үҫемлектәр япмаһында урын алған үҫемлек төрҙәре. А.ү. археофиттарға (яңы терр‑яларға 15 б. тиклем индерелгән, мәҫ., маҙа киндер һәм тауыҡ тарыһы Урта Азиянан,...

АДАПТАЦИЯ

АДАПТАЦИЯ (урта быуат лат. аdaptatio — яраҡлашыу), тышҡы мөхиттең билдәле бер шарттарына яраҡлашыу процесы. Хайуандарҙа А. өс төп вариантта бара: уңайһыҙ шарттарҙан китеү (миграция); анабиоз хәленә күсеү — йәшәйеш процестары әүҙемлегенең киҫкен кәмеүе (имеҙеүселәрҙең ҡышҡы йоҡоһо); билдәле бер шарттарҙа...

АҒЫУЛЫ ХАЙУАНДАР

АҒЫУЛЫ ХАЙУАНДАР, башҡа төр заттарҙы ағыуларға һәләтле матдәләргә эйә булған организмдар. А.х. яҡынса 5000 төрө билдәле, ағыулылыҡ кимәле хайуандың йәшенә, енесенә, туҡланыу характерына һ.б. бәйле. Эволюцион алға киткән ағыулылыҡ беренсел А.х. (зоотоксиндар бүлеп сығаралар), ябайы — икенсел А.х. (экзоген...

АҒЫУЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

АҒЫУЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше һәм хайуандарҙың ағыуланыуына килтерергә һәләтле ағыулы матдәләр бүлеп сығарыусы һәм туплаусы үҫемлектәр. Башҡортостанда абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәр араһында осрай; айырыуса ләлә һымаҡтар, лютик һымаҡтар,...

АҒЫУЛЫ БӘШМӘКТӘР

АҒЫУЛЫ БӘШМӘКТӘР, аҙыҡ сифатында ҡулланғанда ағыуланыуға килтереүсе аскомицеттар (тубырсыҡбаштар, ишкәклекәйҙәр) һәм базидиомицеттар (күпселек эшләпәле бәшмәктәр). Яҡынса 90, БР‑ҙа яҡынса 20 төрө билдәле. Хәүеф кимәле б‑са ысын ағыулы, йәки үлемесле (составтарында кулинар эшкәртеү ваҡытында тарҡалмаусы...

АҒЫУЛЫ БӘШМӘК, аҡһыл томшоҡ

АҒЫУЛЫ БӘШМӘК, аҡһыл томшоҡ (Amanita phalloides), базидиомицеттар класының аманит һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Эшләпәһенең диам. 5—10 см, йәш бәшмәктеке ҡыңғырау һымаҡ, һуңыраҡ яҫы ҡабарынҡы формала, тоноҡ йәшелдән һарғылт йәшел төҫкә тиклем, үҙәгенә ҡарай...

АҒЫУЛАНЫУ

АҒЫУЛАНЫУ, интоксикация, төрлө сығышлы ағыуҙарҙың (кеше йәки хайуан организмына токсик дозаларҙа эләккәндә йәшәү өсөн мөһим функцияларҙың боҙолоуына, ҡайһы бер осраҡта үлемгә килтерә) организмға тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән патологик хәл. Кеше А. А. уны тыуҙырған матдәләрҙең төрө (алкоголь,...

АҒЫУЛАҒЫС МАТДӘЛӘР

АҒЫУЛАҒЫС МАТДӘЛӘР, һуғыш припастарын әҙерләү өсөн ҡулланылған һәм химик ҡоралдың нигеҙен тәшкил иткән көслө ағыулай торған берләшмәләр. Тактик классификацияға ярашлы, ҡуйыртылған парҙарының тығыҙлығы (осоусанлығы) б‑са тотороҡһоҙ (фосген, синиль к‑таһы), тотороҡло (иприт, люизит) һәм ағыулы төтөнлө...

АҒЫНТЫ ҺЫУҘАР

АҒЫНТЫ ҺЫУҘАР, көнкүреш ташландыҡтары, сәнәғәт ҡалдыҡтары м‑н бысранған һәм торама пункттар, сәнәғәт пр‑тиелары терр‑яларынан канализация системалары аша сығарылған һыуҙар. Бысраныу сығанағына ҡарап көнкүреш (хужалыҡ, йорт хайуандары һәм кеше тиҙәктәре), сәнәғәт (ҡайһы берҙәре икенсел ресурстар булып...

АҒУРҘА, Төпәк, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

АҒУРҘА, Төпәк, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 107 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 76 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 306 кеше; 1920 — 376; 1939 — 178; 1959 — 143; 1989 — 112; 2002 — 116; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АҒУНАЛАР, ҡоштар

  АҒУНАЛАР, тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡорҙар һәм ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡараған ваҡ һәм урта ҙурлыҡтағы ҡоштар. БР‑ҙа ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған аҡ А. һәм ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡараған һоро А. осрай. Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Ултыраҡ йәки күсмә...

АҒУНА ҮЛӘНЕ

АҒУНА ҮЛӘНЕ (Dryas), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтенең төньяҡ өлөшөндә таралған. Башҡортостанда киҫек япраҡлы А.ү. үҫә. Түшәлеп үҫеүсе мәңге йәшел бәләкәй ҡыуаҡ, бейеклеге 15 см тиклем. Япрағы ябай, йомортҡа формаһында йәки оҙонса,...

АҒИҘЕЛ, ҡала

АҒИҘЕЛ, БР‑ҙағы ҡала. Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа 250 км һәм Яңауыл т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа табан 100 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 53 км2. Халҡы (мең кеше): 1980 й. — 0,8; 1989 — 16,8; 2002 — 18,7; 2010 — 16,3. Милли составы (2002): башҡорттар — 41,7%, урыҫтар — 35,7%, татарҙар —...

АҒИҘЕЛ, йылға

АҒИҘЕЛ, Кама й. һул ҡушылдығы, БР‑ҙың иң ҙур йылғаһы. Учалы районы Яңы Хөсәйен а. 4 км алыҫлыҡта Әүәләк һыртының көнсығыш итәгендә башлана. Учалы, Белорет, Бөрйән, Мәләүез, Күгәрсен (сиге буйлап), Көйөргәҙе (сиге буйлап), Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ауырғазы (сиге буйлап), Ҡырмыҫҡалы, Архангел (сиге...

АҒИҘЕЛ МӘҘӘНИӘТЕ

АҒИҘЕЛ МӘҘӘНИӘТЕ, һуң неолит—энеолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4—3‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Ағиҙел й. исеме м‑н аталған. А.м. ҡомартҡыларының күбеһе Башҡортостандың урман‑дала һәм дала өлөштәрендә Ағиҙел, Дим, Ыҡ йй. басс. тупланған (Ғүмәр тораһы II, Дәүләкән, Мулла, Сауыҙ торалары һ.б.)....

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Палеозой һәм палеозой алды ултырмаларында айырыла. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап һуҙыла. Төньяҡта Ҡаратау ҡалҡыуы, көньяҡта Шихан-Ишембай биләне, көнбайышта Благовещен уйпатлығы, көнсығышта...