Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАТРОСОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

МАТРОСОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Таҙлар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 137 кеше; 1939 — 190; 1959 — 176; 1989 — 180; 2002 — 154; 2010 — 168 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға 1911 һәм 1920 йй. араһында...

МАТРОСОВ Александр Матвеевич

МАТРОСОВ Александр Матвеевич [ысын исеме Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы; 5.2.1923, башҡа сығанаҡтар б‑са, 1924, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡунаҡбай а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 27.2.1943, Псков өлк. Плетень а. янында, Великие Луки ҡ. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

МАТРОСОВ А.М. ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР

МАТРОСОВ А.М. ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР. Матросов А.М. ис. балалар к/т 1943—2001 йй. эшләй (Өфө). 170 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, кафеһы була. Кинотеатрҙа кинолекторийҙар, кинодәрестәр, “Һаумы, мәктәп!” (“Здравствуй, школа!”), “Әкиәт” (“Сказка”), “Ура! Беҙҙә каникулдар!” (“Ура! У нас каникулы!”)...

МАТРАЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

МАТРАЙ, Мөхәмәтрәхим, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 58 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 279 кеше; 1920 – 512; 1939 – 411; 1959 – 771; 1989 – 1106; 2002 – 967; 2010 – 940 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

МАТРАЙ РАЙОНЫ

МАТРАЙ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Баймаҡ р‑ны, көнсығышта — Чкалов өлк. (хәҙ. Ырымбур өлк.), көньяҡта — Хәйбулла, көнбайышта Йылайыр р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында Хәйбулла р‑нын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән,...

МАТЕРИАЛДАРҘЫ УЛЬТРАТАУЫШ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ

МАТЕРИАЛДАРҘЫ УЛЬТРАТАУЫШ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ, матдәгә 18 кГц алып 1 ГГц тиклем йышлыҡтағы ҡайталыусан тирбәлеүҙәр м‑н йоғонто яһау. Ҡойолоп торған, күҙәнәкле һ.б. материалдарҙы киптереү, газдарҙы таҙартыу, маcса алмашыныу һәм химик процестарҙы тиҙләтеү, аэрозолдәр һәм эмульсиялар алыу, шыйыҡлыҡ эсендәге...

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, материалдың структураһын һәм үҙенсәлектәрен үҙгәртеү маҡсатында уға йылылыҡ м‑н тәьҫир итеү операцияларының йыйылмаһы. Төп төрҙәре: иретмә һәм металдарҙы термик юл менән эшкәртеү, балсыҡты, үҙағасты, эзбизташты, металл мәғдәндәрен, быяланы, эмалде һ.б. яндырыу....

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, материалдарҙың үҙенсәлеге һәм төҙөлөшө т‑дағы фән. М.ө.ғ. төп маҡсаты: материалдарҙың составы, структураһы һәм физик‑механик үҙенсәлектәре араһындағы бәйләнештәрҙе билдәләү, машина деталдәренең, инструменттарҙың һ.б. изделиеларҙың юғары ышаныслылығын һәм оҙаҡ файҙаланыуҙы...

МАТЕРИАЛДАР ҠАРШЫЛЫҒЫ

МАТЕРИАЛДАР ҠАРШЫЛЫҒЫ, машина деталдәренең, ҡоролмаларҙың һәм конструкцияларҙың ныҡлығы, ҡатылығы т‑дағы фән. Теоретик (идеаллаштырылған ҡаты есемде тикшерә) һәм эксперименталь (реаль материалдарҙың механик үҙенсәлектәре) өлөштән тора. М.ҡ. ниндәй ҙә булһа көстәр тәьҫире аҫтында төрлө материалдарҙың...

МАТЕМАТИКА ИНСТИТУТЫ

МАТЕМАТИКА ИНСТИТУТЫ, Р Ф А Ө ф ө Ф Ү ‑ н е ң х и с а п л а у ү ҙ ә г е м е н ә н М а т е м а т и к а и н с т и т у т ы, Өфөлә 1988 й. СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегенең (1971 й. нигеҙләнгән) матем. бүлексәләре базаһында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: комплекслы үҙгәреүсәндәр...

МАТЕМАТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

МАТЕМАТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, математика өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Дөйөм, махсус һәм ярҙамсы белем биреүгә бүленә. Математика б‑са дөйөм белем мәктәптә бирелеп, арифметика, алгебра һәм анализ нигеҙҙәрен, геометрияны үҙ эсенә ала. Махсус белем математик анализ,...

МАТЕМАТИКА

МАТЕМАТИКА (гр. mathēmatikē,† mајthēma — белем, фән, ғилем), ысынбарлыҡтағы һан мөнәсәбәттәре һәм арауыҡ формалары т‑дағы фән. М. үҙ предметы һәм ысулы булған фән булараҡ Боронғо Грецияла б.э.т. 6—5 бб. үҫеш ала. Матем. тикшеренеүҙәр ваҡыт, әйбер, ер участкалары майҙандарын үлсәү һ.б. мәсьәләләргә ҡағыла....

МАТЕМАТИК ХИМИЯ

МАТЕМАТИК ХИМИЯ, ғәмәли математиканың химия һәм химик технологиялар өлк. матем. мәсьәләләрҙе өйрәнә торған бүлеге. Химик процестарҙың моделдәрен әҙерләгән объекттарҙы һәм структураларҙы, химияның ғәмәли мәсьәләләрен тикшерә. Башҡортостанда М.х. ысулдарына нигеҙләнгән тикшеренеүҙәр Нефтехимия һәм катализ...

МАТЕМАТИК ФИЗИКА

МАТЕМАТИК ФИЗИКА, физик күренештәрҙең матем. моделдәре теорияһы. Физика м‑н математика тоташҡан урында барлыҡҡа килә һәм артабан үҫешә. Физиканың матем. моделдәрен тасуирлау өсөн айырым сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләр, интеграль тигеҙләмәләр, интеграль‑дифференциаль тигеҙләмәләр, вариациялы һәм...

МАТЕМАТИК СТАТИСТИКА

МАТЕМАТИК СТАТИСТИКА, математиканың объекттар һәм күренештәрҙең билдәләре т‑дағы статистик мәғлүмәттәрҙе системаға һалыу, эшкәртеү һәм файҙаланыу ысулдарын өйрәнгән бүлеге. Статистика алымы һығымталарҙың ышаныслы һәм аныҡ булыуын баһалау өсөн һайлап алыу ысулын (объектты йәки күренеште ентекле тикшереү...

МАТЕМАТИК МОДЕЛЬ ӘҘЕРЛӘҮ

МАТЕМАТИК МОДЕЛЬ ӘҘЕРЛӘҮ, танып белеү объекттарын моделдәрҙә тикшереү; характеристикаларын билдәләү һәм аныҡлау өсөн әйберҙәрҙең, күренештәрҙең (йәнле һәм йәнһеҙ системалар, инженер конструкциялары, биол., физик, химик, соц.‑иҡт. процестар) моделдәрен төҙөү һәм уларҙы өйрәнеү. Үҙ аллы фән булараҡ 20...

МАТЕМАТИК ЛОГИКА

МАТЕМАТИК ЛОГИКА, математиканың матем. иҫбатлауҙары һәм матем. нигеҙҙәрен төҙөү мәсьәләләрен өйрәнгән бүлеге. Төп бүлектәре: классик предикаттар логикаһы, алгоритмдар теорияһы, аксиоматик күмәклектәр теорияһы, иҫбатлауҙар теорияһы. Матем. ҡушымталарынан тыш М.л. фән һәм техниканың төрлө өлкәләрендә...

МАТЕМАТИК ИҠТИСАД

МАТЕМАТИК ИҠТИСАД, иҡт. теорияһының анализлау, прогнозлау, планлаштырыу һәм идара итеү мәсьәләләре комплексын хәл иткәндә иҡт. процестарҙы һәм күренештәрҙе тасуирлау өсөн матем. аппаратын ҡулланған бүлеге. Баланс, динамика, детерминациялау, оптималләштереү, стохастик (фундаменталь матем. ҡулланмайынса...

МАТЕМАТИК БИОЛОГИЯ

МАТЕМАТИК БИОЛОГИЯ, биол. системаларҙы тикшереү өсөн матем. аппаратын файҙаланған интегратив фән. Түбәндәге бүлектәрен айыралар: матем. генетика, матем. физиология, матем. экология. Тереклек т‑дағы фәндең хәҙ. үҫеш осоронда М.б. биоинформатика һәм системалы биол. м‑н тығыҙ бәйләнгән. Геномдарҙы анализлауҙы...

МАТЕМАТИК АНАЛИЗ

МАТЕМАТИК АНАЛИЗ, математиканың функцияларҙы дифференциаль һәм интеграль иҫәпләмәләр ысулдары м‑н тикшереүгә арналған бүлеге. Функция, сығарылма, интеграл, һан рәттәре, функциональ эҙмә‑эҙлелектәр һ.б. төшөнсәләр м‑н эш итә. Дифференциаль тигеҙләмәләрҙе, интеграль тигеҙләмәләрҙе, ысын үҙгәреүсәндәрҙең...