Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АГРОТЕХНИКА

АГРОТЕХНИКА (агро... һәм техника), а.х. культураларын үҫтереү ысулдары системаһы, үҫемлекселек технологияһы. А. ер эшкәртеү, ашлама ҡулланыу, сәсеү алдынан орлоҡ әҙерләү, сәсеү һәм ултыртыу, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, урыу һәм уңышты урып алғандан һуңғы эшкәртеү инә. Ысулдарҙың һәр береһе бер нисә технологик...

АГРОСӘНӘҒӘТ РАЙОНДАРЫ

АГРОСӘНӘҒӘТ РАЙОНДАРЫ, төбәктең тәбиғи-иҡт. күрһәткестәренең бер төрлөлөгөнә ярашлы төркөмләнгән адм. эске системалар йыйылмаһы. Агросәнәғәт районлаштырыуы агросәнәғәт интеграцияһы процестарын үҫтереү һәм тәрәнәйтеү маҡсатында эшләнә; тәбиғи-иҡт. шарттарҙы һәм ресурстарҙы тулыраҡ һәм урынлы файҙаланыуға...

АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ

АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ, а.х. продукцияһын етештереү, ташыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм һатыуҙы тәьмин итеүсе үҙ-ара бәйле һәм үҙ-ара бойондороҡло халыҡ хужалығы тармаҡтары йыйылмаһы. АПК‑ның төп өлкәләре: 1) а.х. етештереү саралары (а.х. машиналары эшләү, эшкәртеү һ.б. тармаҡтар өсөн машиналар эшләү), минераль...

АГРОСӘНӘҒӘТ ИНТЕГРАЦИЯҺЫ

АГРОСӘНӘҒӘТ ИНТЕГРАЦИЯҺЫ, аҙыҡ-түлек һәм а.х. сеймалын етештереү, уны эшкәртеү, һаҡлау һәм һатыу процесында үҙ-ара эҙмә-эҙлекле бәйләнгән а.х., сәнәғәт һәм матди производствоның башҡа сиктәш тармаҡтары пр‑тиеларының берҙәм ҡайтанан етештереү циклы м‑н хужалыҡ итеүҙең тулы механизмы. А.и. үҫеше производствоны...

АГРОНОМИЯ

АГРОНОМИЯ (агро... һәм гр. nomos — ҡанун), а.х. культураларын үҫтереү, тупраҡтың уңдырышлылығын һәм уңыш биреүсәнлеген күтәреү, ауыл хужалығы ерҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу т‑дағы фәндәр комплексы. Хәҙ. А. игенселек, агрохимия, үҫемлекселек, селекция, орлоҡсолоҡ, фитопатология, энтомологияны һ.б....

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР, минераль ашламалар сифатында йәки улар өсөн сеймал итеп ҡулланылған һәм составында фосфор (апатиттар, фосфориттар), калий (глауконит, карналлит, сильвин), азот (тәбиғи калий һәм натрий селитралары) булған тау тоҡомдары һәм минералдар. Шулай уҡ төп тәғәйенләнешле булмаған ашламаларға...

АГРОМЕТЕОРОЛОГИЯ

АГРОМЕТЕОРОЛОГИЯ (агро... һәм метеорология), метеорологияның метеорологик, климатик һәм гидрологик шарттарҙы а.х. объекттары һәм процестары м‑н үҙ‑ара йоғонтола өйрәнеүсе бүлеге. А. төп маҡсаты: ауыл хужалығын агрометеорологик мәғлүмәт м‑н ваҡытында тәьмин итеү, агрометеорологик прогноз, насар һауа...

АГРОКЛИМАТОЛОГИЯ

АГРОКЛИМАТОЛОГИЯ (агро... һәм климатология), агрометеорологияның климатты а.х. факторы булараҡ өйрәнеүсе бүлеге. А. төп бурыстары: а.х. культураларының үҫеү, үҫешеү һәм уңыш биреүенең төп климатик факторҙарға бәйлелеген характерлаусы агроклиматик күрһәткестәрен билдәләү; климатты баһалау һәм терр‑яларҙы...

АГРО...

АГРО... (гр. agros — баҫыу), ҡушма һүҙҙәрҙең “агрономик”, “агрономия” мәғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., агрономия, агротехника, агрохимия). Тәрж. Р.М.Шәрипова

АГРЕГАТЛАУ

АГРЕГАТЛАУ (лат. aggrego — беркетәм), комплекслы ҡулланыу өсөн бер-береһен тулыһынса йәки өлөшләтә алмаштыра алған үҙ аллы берәмектәрҙән йәки бер нисә машинанан агрегат төҙөү. А. принцибы б‑са БР‑ҙа 1960—95 йй. станок агрегаттары һәм агрегат тибындағы станоктар (Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы),...

АГРАР ХОҠУҠ

АГРАР ХОҠУҠ, а.х. продукцияһын етештереү, эшкәртеү һәм һатыу, аграр өлкәлә идара итеү, ауылдың соц. проблемаларын хәл итеү б‑са ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе комплекслы хоҡуҡ тармағы. А.х. мөнәсәбәттәре а.х. етештереүе өлкәһендә барлыҡҡа килгән ер, мөлкәт, хеҙмәт, финанс, ойоштороу‑идара итеү мөнәсәбәттәренең...

АГРАР УНИВЕРСИТЕТ

АГРАР УНИВЕРСИТЕТ. 1930 й. Өфөлә Башҡ-н а.х. ин-ты булараҡ нигеҙ һалына. 1941—43 йй. Өфө р-ны Миловка а. урынлашҡан. 1993 й. алып Башҡорт дәүләт аграр университеты. Ун-т составы: 9 ф-т (агрономия, аҙыҡ технологияһы, а.х. механизациялау, биол.-технология, ветеринария, ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы,...

АГРАР ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ҮҘӘГЕ

АГРАР ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ҮҘӘГЕ, БР‑ҙың автоном дәүләт ғилми учреждениеһы, 2016 й. алып БР‑ҙың Стратегик тикшеренеүҙәр ин-ты (ҡара: Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты) составына инә. 2009 й. Өфөлә БР ФА‑ның А.х. культураларын селекциялау үҙәге (2004 й. нигеҙ һалына) һәм БР ФА‑ның Бал ҡорттарын...

АГНОСТИЦИЗМ

АГНОСТИЦИЗМ (гр. agnostos — танып белеп булмаған), ысынбарлыҡты һәм хәҡиҡәтте танып белеү мөмкинлеген инҡар иткән фәлсәфәүи тәғлимәт. А. идеяларын софистар, скептиктар һәм неоплатониктар алға һөргән. Классик А. Дж.Беркли, Д.Юм һәм И.Кант хеҙмәттәрендә сағылдырыла. А. донъяның бөтмәҫ, сикһеҙ һәм үҙгәреүсән...

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы [25.12.1904, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫәнгилде а. (Ырымбур өлк. Александровка р‑ны) — 21.5.1973, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә, К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тында (1932—34) уҡыған. 1925—51 йй. журналист, пед. уч‑щелары...

АГИДЕЛЬ, ҡарабойҙай сорты

АГИДЕЛЬ, ҡарабойҙай сорты. 1997 й. А.М.Сабитов, Н.И.Колюкаева, Ф.Ф.Мәғәфүрова, Н.Б.Сабитова (БНИИСХ) тарафынан Татарстан а.х. ҒТИ‑ның коллекция өлгөләрен ҡулланып барлыҡҡа килтерелгән гибрид популяцияһынан эре бөртөклө, йығылыуға сыҙамлы биотиптарҙы, Уфимская һәм Чишминская сорттарын күп тапҡыр күпләп...

АГИБАЛОВ Валерий Михайлович

АГИБАЛОВ Валерий Михайлович (6.3.1951, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1976). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). “Локомотив” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Б.М.Мосиевич).1970 й. алып Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы, 1973—81 йй. “Спартак” ДСО‑һы өсөн сығыш...

АГЕЕВ Әнүәр Ғабдулла улы

АГЕЕВ Әнүәр Ғабдулла улы (14.7.1947, Коми АССР‑ының Ижма ҡсб), тренер. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992), бөтә Рәсәй категориялы судья (2020). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2008), РФ‑тың физик культура отличнигы (1998). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура...

АГГЛЮТИНАЦИЯ

АГГЛЮТИНАЦИЯ (лат. agglutinatio — йәбештереү), лингвистикала, күпселек осраҡта тотороҡло өн составын һаҡлап ҡалған нигеҙгә йәки тамырға билдәле тәртиптә бер мәғәнәле стандарт аффикстар ҡушылып, яңы һүҙ (ҡара: Һүҙьяһалыш) һәм грамматик формалар яһалыу ысулы. Мәҫәлән, башҡорт телендә күплек формаһындағы...

АГГЛЮТИНАТИВ ТЕЛДӘР

АГГЛЮТИНАТИВ ТЕЛДӘР, телдәрҙең типологик классификацияһы (ҡара: Телдәр классификацияһы) буйынса, һүҙ яһалышы (ҡара: Һүҙьяһалыш) һәм һүҙ үҙгәреше агглютинация юлы менән башҡарылған телдәр класы. А.т. монгол телдәре, тунгус‑манжур телдәре, төрки телдәр, фин‑уғыр телдәре, дравид, шулай уҡ, ҡайһы бер тел...