Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАҘАРҒОЛ ЮНАЕВ

БАҘАРҒОЛ ЮНАЕВ, Бәҙәрғол Ю., Исәт провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв ген.-фельдмаршалы. Себер даруғаһы Мәкәтин улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы (1760), ш. уҡ даруғаның Мәкәтин, Һеңрән һәм Шуран улустары старшинаһы....

БАҘАР КОНЪЮНКТУРАҺЫ

БАҘАР КОНЪЮНКТУРАҺЫ, аныҡ бер тауар, хеҙмәт йәки етештереү факторы баҙарында билдәле бер осорҙа барлыҡҡа килгән иҡт. хәл. Б.к. уңайлы, ҡәнәғәтләнерлек йәки уңайһыҙ булараҡ баһаланырға мөмкин. Был баһа даими йәки ваҡытлыса, тиҙләтеүсе йәки тотҡарлаусы характерҙа булған күп факторҙарға бәйле. Б.к. төп...

БАҘАР ИҠТИСАДЫ

БАҘАР ИҠТИСАДЫ, тауар-аҡса мөнәсәбәттәренә, милек формалары төрлөлөгөнә, үҙ эшсе көсөнөң милекселәре булған етештереүселәр һәм граждандарҙың ирекле конкуренцияһына нигеҙләнгән милли иҡтисадты ойоштороу системаһы. Ирекле хаҡтар, һорау һәм тәҡдимдең үҙгәреп тороуы һәм дәүләт яғынан миним. контроль йоғонтоһонда...

БАҘАНСАТ, Асҡын р‑нындағы ауыл

БАҘАНСАТ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡышлауйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 52 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Баҙан й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 305 кеше; 1939 — 433; 1959 — 389; 1989 — 328; 2002 — 303; 2010 — 245 кеше. Башҡорттар,...

БАҘАЛ, һырт

БАҘАЛ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑нында Аҡбейек тауы (888 м) итәгенән Ағиҙел й. киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 25 км; төньяҡ киңлеге 4 км, үҙәк өлөшө 5 км, көньяҡ өлөшө 7 км; абс. бейеклеге 878 м. Һыртта 5 түбә айырылып тора (бейеклектәре 708, 868,...

БАДМИНТОН

БАДМИНТОН (ингл. badminton), спорт төрө, майҙансыҡта сетка аша ракеткалар м‑н волан ташлашыу уйыны. Респ. 20 б. 60‑сы йй. башынан үҫешә. Б. өсөн майҙансыҡтар “Юлдаш” физик культура йортонда, БДУ, БДМУ, БДПУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ‑ла, Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайында, Өфөнөң 35‑се урта мәктәбендә,...

БАДИКОВ Юрий Владимирович

БАДИКОВ Юрий Владимирович (12.8.1950, Могилёв ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (2002). Ленинград туҡыу һәм еңел сәнәғәт ин‑тын тамамлаған (1972). 1975 й. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1976 й. — Өфө синтетик спирт з‑дында. 1977 й. башлап Бөтә Союз нефть сәнәғәте машиналарын эшләү ҒТИ‑ның Өфө...

БАДЕР Отто Николаевич

БАДЕР Отто Николаевич (29.6.1903, Полтава губ. Александровский а. — 2.4.1979, Мәскәү), археолог. Тарих ф. д‑ры (1964). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1926) ш. уҡ ун‑ттың Антропология ин‑тында, 1933 й. алып Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. Мәскәү бүлегендә эшләй. 1944 й. башлап Түбәнге Тагил тыуған яҡты...

БАҒЫШАЕВ Зәйнулла Абдулғәлим улы

БАҒЫШАЕВ Зәйнулла Абдулғәлим улы (16.1.1946, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2004), проф. (2004). В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. тамамлаған (Мәскәү, 1977). 1967 й. алып СССР ЭЭМ‑ының эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә; 1979 й. башлап Һарытау эске ғәскәрҙәренең юғары хәрби уч‑щеһы...

БАҒАРЪЯҘ, һырт

БАҒАРЪЯҘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Ғафури р‑ндары буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 3 км тиклем, абс. бейеклеге 477 м. Рельефында текә битләүҙәр һәм ҡаялы яланғас тау тоҡомдары, тау араһы уйһыулыҡтары өҫтөнлөк итә. Аҫҡы карбондың турней ярусы...

БАГДАШКИН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

БАГДАШКИН, Ыуары, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Ыуары й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 301 кеше; 1920 — 491; 1939 — 362; 1959 — 313; 1989 — 211; 2002 — 185; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар,...

БАБУШКИН Роман Романович

БАБУШКИН Роман Романович (27.1.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡорҫаҡ Түбәләре а. — 29.7.1999, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Эске хеҙмәт полковнигы (1961). СССР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА команда составын...

БАБУРИН Михаил Фёдорович

БАБУРИН Михаил Фёдорович (19.9.1907, С.‑Петербург — 9.9.1984, Мәскәү), скульптор. СССР Художество акад. академигы (1973). СССР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1965) халыҡ рәссамы. Юғары художество‑техник ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1930). 1961—84 йй. В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тында уҡыта. Ижадына...

БАБСАҠ БЕЙ

БАБСАҠ БЕЙ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы башлығы. 15 б. 2‑се ярт. Ете ырыу берләшмәһендә (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре) власть өсөн көрәш алып бара. Ул башлыҡ булған осорҙа ырыу бөрйәндәрҙең аҫаба ерҙәренә (ҡара: Аҫабалыҡ) килеп ултыра. “Ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе” б‑са, Б.б. бөрйән...

БАБКОВ Вадим Васильевич

БАБКОВ Вадим Васильевич (20.3.1935, Иркутск өлк. Кимильтей а.), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1992). РФ‑тың атҡ. төҙөүсеһе (2003), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). Новосибирск т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1958). 1962 й. алып БР Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ...

БАБИЧЕВА Таңсулпан Даһи ҡыҙы

БАБИЧЕВА Таңсулпан Даһи ҡыҙы (15.05.1953, Дәүләкән ҡ.), актриса. Проф. (2005). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1994) халыҡ артисы, РСФСР‑ҙың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) 2005 й. тиклем БАДТ актрисаһы, бер...

БАБИЧ Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы

  БАБИЧ (Бабичев) Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы [2.1.1895, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Әсән а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 28.3.1919, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Преображенский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а.], шағир, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1910 й. һәм 1913 й. Ҡаҙағстанда уҡыта. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен...

БАБИЧ Ш. МУЗЕЙЫ

БАБИЧ Ш. МУЗЕЙЫ. БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Әсән а. урынлашҡан. 1995 й. Ш.Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Милли музей филиалы булараҡ асыла, 2002 й. алып Милли әҙәби музей филиалы. Әҙәби музей фондында 500‑гә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. шағирҙың автографтары м‑н “Аҡмулла” ж. ҡайһы бер һандары, 1922 й....

БАБИЧ Рушанна Юрий ҡыҙы

БАБИЧ Рушанна Юрий ҡыҙы (17.10.1975, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2015) һәм атҡ. (2009) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2004). Т.Д.Бабичеваның ҡыҙы. ӨДСИ‑не (1995; Р.В.Исрафилов курсы),  РАТИ-ГИТИС‑ты (2000; В.И.Скорик курсы) тамамлаған. 1995 й. алып БР Милли йәштәр театрында эшләй. Башҡорт...

БАБИН Лев Алексеевич

БАБИН Лев Алексеевич (31.1.1932, Киров өлк. Петровское а. — 9.2.1998, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1963—67 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1968 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1975 й. алып газ һәм нефть үткәргестәр,...