Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОЛИОЛЕФИНДАР

ПОЛИОЛЕФИНДАР, олефиндарҙың гомо‑ һәм сополимерҙары. Төҙөлөшөнә, мономер төрөнә бәйле α‑олефин һәм эске икеләтә бәйләнешле олефин полимерҙары, түбән (С2—С4) һәм юғары (С5 һәм юғары) олефиндар, һыҙыҡлы һәм тармаҡланған төҙөлөшлө, алифатик, алициклик, ароматик һәм икеләтә бәйләнештә булған башҡа урын...

ПОЛИМЕРЛАШЫУ

ПОЛИМЕРЛАШЫУ, мономер молекулаларын актив үҙәккә эҙмә‑эҙлекле тоташтырып юғары молекуляр берләшмәләр алыу процесы; сылбырлы реакция, кинетик сылбырҙың үҫеше макромолекуланың материал сылбыры үҫеше м‑н оҙатыла. Мономерҙар һанына ҡарап гомо‑ (1) һәм со‑ (2 һәм унан да күберәк) П., актив үҙәк тибы б‑са...

ПОЛИМЕРҘАРҘЫҢ ИҪКЕРЕҮЕ

ПОЛИМЕРҘАРҘЫҢ ИҪКЕРЕҮЕ, полимерҙар эшкәртеү, файҙаланыу, һаҡлауҙа файҙалы үҙенсәлектәр комплексын юғалтыу м‑н барған процестар йыйылмаһы. Физик һәм химик, структураһы боҙолоу факторҙарының төрөнә ҡарап — термик, фото‑, радиацион, окисланыу, озонлы һ.б. П.и. айыралар. Химик П.и. — ионлы (агрессив мөхиттә...

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ, эшкәртеү, һаҡлау, ҡулланыу шарттарында полимерҙың йәки полимер материалдың деструктив факторҙар йоғонтоһона (йылылыҡ, яҡтылыҡ, кислород, озон, механик көсөргәнеш һ.б.) тотороҡлоғон арттырыу ысулдары йыйылмаһы. Химик (полимерҙарҙың иҫкереүенә килтергән химик процестарҙың...

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ ПЛАСТИФИКАЦИЯЛАУ

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ ПЛАСТИФИКАЦИЯЛАУ, түбән молекуляр һәм (йәки) олигомер матдәләрҙе (пластификаторҙар, эластомерҙар өсөн — йомшартҡыстар) индереү юлы м‑н полимерҙарҙың һығылмалылығын, үҙлелеген күтәреү. П.п. төп шарты — полимер м‑н пластификаторҙың термодинамик тап килеүе; ҡайһы ваҡыт сикләнгән тап килгән...

ПОЛИМЕРҘАРҒА ХИМИКАТ‑ӨҪТӘМӘЛӘР

ПОЛИМЕРҘАРҒА ХИМИКАТ‑ӨҪТӘМӘЛӘР, полимерҙарҙа үтә ныҡ ваҡланған һәм уларҙың молекуляр структураһын үҙгәртмәгән химик матдәләр. Тәғәйенләнеше б‑са антиоксиданттар, ‑озонаттар, ‑пирендар, ‑радтар, ‑статиктар, күбекләндергес һәм тиксотроп агенттар, лубриканттар (майҙар), модификаторҙар, йомшартҡыстар, тултырғыстар,...

ПОЛИМЕРҘАР ЭШКӘРТЕҮ

ПОЛИМЕРҘАР ЭШКӘРТЕҮ, полимерҙарҙан изделиелар эшләүҙең технологик операциялар комплексы, был ваҡытта макромолекулалар ориентацияһы һәм молекуланан юғары структуралар барлыҡҡа килеү м‑н уларҙың деформацияһы хасил була. П.э. баҫымға (материалдың тығыҙланыуы, тейешле форма биреү, осоусан продукттарҙың...

ПОЛИМЕРҘАР СТЕРЕОИЗОМЕРИЯҺЫ

ПОЛИМЕРҘАР СТЕРЕОИЗОМЕРИЯҺЫ, бер төрлө структуралы полимерҙарҙың һәм һәр мономер быуында (П.с. үҙәктәре) асимметрик тетраэдр углерод атомы, икеләтә бәйләнеш йәки цикл тирәләй арауыҡта урынлашҡан (конфигурация) төрлө урын алмаштырыусыларҙың булыу күренеше. Тәбиғәттә П.с. полипептидтар, аҡһымдар, нуклеин...

ПОЛИМЕРҘАР

ПОЛИМЕРҘАР, ю ғ а р ы  м о л е к у л я р  б е р л ә ш м ә л ә р, мол. м. бер нисә меңдән бер нисә млн тиклем булған, сылбырлы макромолекулалары күп тапҡыр ҡабатланған мономер быуындарынан торған химик берләшмәләр. П. ш. уҡ элементорганик полимерҙар ҡарай. Килеп сығышы б‑са — тәбиғи, синтетик; составы...

ПОЛИМЕР ПЛЁНКАЛАР

ПОЛИМЕР ПЛЁНКАЛАР, ҡалынлығы 0,3 мм тиклем булған полимерҙарҙың тотош ҡатламы. Ориентирланмаған (изотроп), бушаҡ һәм ике нигеҙгә ориентирланған П.п. айырыла. Химик, термик, радиацион сыҙамлылыҡҡа, юғары диэлектрик, оптик, т‑раға ярашлы киңәйеү‑тарайыу һ.б. үҙенсәлектәргә эйә булырға тейеш. Бер ҡатлылары...

ПОЛИМЕР ЕЛЕМДӘР

ПОЛИМЕР ЕЛЕМДӘР, а д г е з и в т а р, төрлө материалдарҙы уларҙың өҫкө йөҙөндә һәм елем ҡатламында адгезив бәйләнеш барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә тоташтырыу (йәбештереү) һәләтенә эйә булған полимерҙар йәки полимер барлыҡҡа килтергән матдәләр нигеҙендәге композициялар. Килеп сығышы б‑са тәбиғи хайуан (альбумин,...

ПОЛИКОНДЕНСАЦИЯ

ПОЛИКОНДЕНСАЦИЯ (поли... һәм конденсация), өҫтәмә түбән молекуляр матдәләр (һыу, галогенлы водород, спирт һ.б.) бүленеп сығыу м‑н барған би‑ йәки полифункциональ берләшмәләр тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә полимерҙар барлыҡҡа килеү процесы. Гомо‑ (1 йәки 2 мономер төрө ҡатнаша) һәм со‑ (2‑нән күберәк) П.;...

ПОЛИКЛИНИКАЛАР

ПОЛИКЛИНИКАЛАР (нем. рoliklinik), халыҡты һауыҡтырыу, ауырыуҙарҙың үҫешен һәм уларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү б‑са дауахананан тыш медицина ярҙамы күрһәтеү һәм иҫкәртеү саралары комплексын тормошҡа ашырыу өсөн күп профилле йәки махсуслаштырылған дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. П. үҙ аллы, стационар...

ПОЛИИЗОПРЕН

ПОЛИИЗОПРЕН, [—СН2—С(СН3)= =СН—СН2—]n, изопрен полимеры. 6 стереоизомеры бар: цис‑, транс‑конфигурацияларҙа 1,4‑, 1,2‑, 3,4‑П. Тәбиғәттә 1,4‑цис‑П. (тәбиғи каучук), 1,4‑транс‑П. (балата, гуттаперча) рәүешендә осрай. Мол. м. 5 мең — 2 млн, тығыҙлығы 910—920 кг/м3, tбыялаланыу —70°С яҡын, тигеҙ tиреү...

ПОЛИИЗОБУТИЛЕН

ПОЛИИЗОБУТИЛЕН, [—СН2— —С(СН3)2—]n, изобутилен полимеры. Түбән (мол. м. 5—50 мең; ҡуйы шыйыҡса) һәм юғары (мол. м. 70 меңдән юғары; эластомер) молекуляр П. айырыла. Ағыулы түгел, тиҙ тоҡаныусан, газ һәм парҙы насар үткәрә, йылыға һәм яҡтылыҡҡа тотороҡло. Күп кенә эреткестәрҙә, минераль майҙарҙа эрей,...

ПОЛИГРАФИЯ СӘНӘҒӘТЕ

ПОЛИГРАФИЯ СӘНӘҒӘТЕ, төрлө баҫма продукция (гәзит, китап, журнал, бланк, календарҙар һ.б.) һәм ҡағыҙ изделиелар (дәфтәр, блокнот, контора кенәгәләре һ.б.) етештереү б‑са сәнәғәт тармағы. Өфөлә типографиялар 1801 й. императрица Екатерина II указы, 60‑сы йй. аҙ. — Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар) указы б‑са...

ПОЛИВИНИЛХЛОРИД

ПОЛИВИНИЛХЛОРИД, [—CH2— —CHCl—]n, винилхлорид полимеры. Төҫһөҙ термопласт, мол. м. 10—150 мең, тығыҙлығы 1350—1430 кг/м3, кристаллашыу дәрәжәһе 8—10%, tбыялаланыу 75—80°С, ағыусанлыҡ т‑раһы 150— 220°С. Ағыулы түгел, янмай, дихлорэтанда, тетрагидрофуранда, диметилформамидта, циклогексанонда һ.б. эрей,...

ПОЛИАЦЕТИЛЕН

ПОЛИАЦЕТИЛЕН, [—CH=CH—]n, цис‑, транс‑конфигурацияларҙа икеләтә бәйләнешле эйәртеү системаһы булған һыҙыҡлы полимер. Ҡара төҫтәге онтаҡ, һоро төҫтәге күҙәнәкле материал, алтын йәки көмөш төҫтәге плёнка. Аморф (тығыҙлығы 780 кг/м3), кристаллы (790—1160 кг/м3, кристалл үлсәме 2—5 нм), эре кристаллы (1150—1200...

ПОЛИАТЛОН

ПОЛИАТЛОН, спорт төрө, комплекслы күпбәйге. Ҡышҡы П., йәки ҡышҡы өсбәйге (саңғы ярышы, көс гимнастикаһы, пуля менән атыу) һәм йәйге, йәки йәйге бишбәйге (төрлө дистанцияға йүгереү, спорт снарядын ырғытыу, йөҙөү, пуля м‑н атыу, көс гимнастикаһы) айырыла. Башҡортостанда П. үҫеше 1992 й. Өфөлә БДМИ, ӨДАТУ...

ПОЛИАРИЛЕНФТАЛИДТАР

ПОЛИАРИЛЕНФТАЛИДТАР, төп сылбырында ароматик, гетероароматик фрагменттар булған һәм кардалы фталид төркөмсәле һыҙыҡлы полимерҙар. Юғары термототороҡло (tтарҡалыу 440°С һәм юғары), йылыға сыҙамлы (tбыялаланыу 180°С һәм юғары), 200°С тиклем т‑рала һыу, концентрациялы һелте эретмәләре, аммиак, тоҙ к‑таһы...