Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАЛАКОЛОГИЯ

МАЛАКОЛОГИЯ (гр. malakion — моллюск һәм ...логия), зоологияның моллюскыларҙы өйрәнеүсе бүлеге. Башҡортостанда М. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы ваҡытында башлана, уның ҡатнашыусылары Ағиҙел й. ҡабырсаҡтарын (В.В.Властов), перламутр запастарын (Д.И.Мансветов),...

МАЛАЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

МАЛАЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Таҙлар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 363 кеше; 1920 – 426; 1939 – 515; 1959 – 406; 1989 – 237; 2002 – 318; 2010 – 265 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

МАЛАЙ‑МУЙНАҠ, Учалы р‑нындағы ауыл

МАЛАЙ‑МУЙНАҠ, Учалы р‑нындағы ауыл, Мансур а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Шартым т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 264 кеше; 1920 — 344; 1939 — 351; 1959 — 338; 1989 — 142; 2002 — 143; 2010 — 108 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Себер...

МАЛАЙ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

МАЛАЙ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Оло Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 120 кеше; 1920 — 124; 1939 — 101; 1959 — 96; 1989 — 82; 2002 — 98; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй...

МАЛ ЧУМАҺЫ

МАЛ ЧУМАҺЫ, инфекцион ауырыуҙар төркөмө, башлыса киҫкен үтә, клиник билдәләре күп, йоғошло, үлем м‑н тамамлана. Ауырыуҙы үҙенсәлекле вирустар тыуҙыра. Ауырыу мал‑тыуар араһында киҙеү рәүешендә тарала, йылдың төрлө миҙгелендә барлыҡҡа килә, бөтә йәш төркөмөнә ҡараған малды зарарлай. Сусҡа чумаһы. Классик...

МАЛ АҘЫҠТАРЫ

МАЛ АҘЫҠТАРЫ, ауыл хужалығы малдарын ашатыу өсөн ҡулланылған үҫемлек, хайуан, микробиол. һәм химик сығышлы продукттар. М.а. бер нисә төп төркөмгә бүленә. Йәшел мал аҙыҡтары, консерваланған йәшел М.а. (сенаж, силос, химик консерваланған йәшел мал аҙыҡтары), тәбиғи киптерелгән үлән (бесән, бесән оно),...

МАЛ АҘЫҒЫ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ

МАЛ АҘЫҒЫ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ, хайуандар яратып ашаған ҡырағай үҫемлектәр һәм мал аҙығы культуралары. Үҫемлектең аҙыҡ ҡиммәте уның туҡлыҡлылығы, хайуандар тарафынан ашалыуы, япраҡлылығы, көтөүлектәрҙә һәм сабынлыҡтарҙа таралғанлығы м‑н билдәләнә. Ҡырағай төрҙәрҙән М.а.ү. булып бесән, сенаж һ.б. мал аҙыҡтары...

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ, малға ашатыу өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. М.а.к. бер һәм күп йыллыҡ мал аҙығы үләндәре, мал тамыраҙыҡтары һәм бүлбе емештәре, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос культуралары индерелә. Ҡыяҡлылар һәм ҡуҙаҡлылар ғаиләләренә ҡараған мал аҙығы үләндәре йәшел мал аҙығы, бесән, силос һәм...

МАЛ АҘЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

МАЛ АҘЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, мал аҙығын етештереү, әҙерләү, эшкәртеү һәм һаҡлау б‑са ойоштороу‑хужалыҡ һәм агротехник саралар комплексы. Баҫыу (һөрөнтө ерҙәрҙә мал аҙығы культуралары сәсеү) һәм болон (ҡара: Болонсолоҡ) М.а.е. айырыла. Барлыҡ мал аҙыҡтарының яҡынса 95%‑ын үҫемлек аҙыҡтары (йәшел мал аҙығы, ҡоро...

МАҠУЛОВ Айрат Һәүбән улы

МАҠУЛОВ Айрат Һәүбән улы (27.10.1934, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Баҡалы а. — 28.7.2017, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) ӨМЭЗ‑дә эшләй, 1958 й. алып Башҡ‑н ХХС‑ында, 1960 й. — ӨПЭЗ‑дә цех нач. урынбаҫары; 1967 й. — Авиация...

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, БР‑ҙың граждандарҙы дәүләт төҙөлөшөндә, иҡт., соц. өлкәне, фәнде, мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереүҙә, тәрбиә, уҡытыу эшендә, граждандарҙың ғүмерен, һаулығын һәм хоҡуҡтарын һаҡлауҙа респ. һәм уның күп милләтле халҡы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн дәртләндереүҙең дәүләт наградалары м‑н...

МАҠАР, Ишембай р‑нындағы ауыл

МАҠАР, Ишембай р‑нындағы ауыл, Маҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 53 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 920 кеше; 1920 – 992; 1939 – 1386; 1959 – 1194; 1989 – 962; 2002 – 966;...

МАҠАР УРТА МӘКТӘБЕ

МАҠАР УРТА МӘКТӘБЕ, 1872 й. Ишембай р‑нында урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1934 й. — Маҡар крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғас, тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. Иҫәкәй а. филиалы эшләй. Тыуған яҡты өйрәнеү...

МАҠАР РАЙОНЫ

МАҠАР РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта — Ғафури, төньяҡ‑көнсығышта — Белорет, көньяҡ‑көнсығышта — Бөрйән, көньяҡта — Мәләүез, көнбайышта Стәрлетамаҡ р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. Стәрлетамаҡ кантонының улустарынан ойошторолған (ҡара: Административ район). Петровский...

МАҠАН, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

МАҠАН, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Маҡан а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Маҡан й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 313 кеше; 1920 — 151; 1939 — 214; 1959 — 880; 1989 — 1108; 2002 — 1260; 2010 — 1288 кеше....

МАКУШКИН Владимир Викторович

МАКУШКИН Владимир Викторович (17.9.1958, Өфө — 23.11.2009, шунда уҡ), анестезиолог‑реаниматолог, педиатр. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1981), 1982 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһында, 2003— 2009 йй. БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге балалар хирургияһы һәм педиатрияла...

МАКУРИН Алексей Васильевич

МАКУРИН Алексей Васильевич (28.4.1972, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). СДПИ‑ны (1995), Стәрлетамаҡ физик культура ин‑тын (2004) тамамлаған. Стәрлетамаҡ СДЮШОР‑ы, “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (тренерҙары А.А.Пономаренко, Р.А.Сәлиев)...

МАКУНИНА Александра Александровна

МАКУНИНА Александра Александровна (16.9.1917, Рязань губ. Марьевка а. — 13.11.2000, Мәскәү), географ‑ландшафт белгесе. Геогр. ф. д‑ры (1972). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1993). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ҡала пед. ин‑тын тамамлаған (1939). Фәнни эшмәкәрлеге төбәк физик географияһына, ландшафты...

МАКСИМЧА Иван Васильевич

МАКСИМЧА Иван Васильевич [14.9.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Миәкә районы) — 26.4.1985, Өфө ҡ.], лётчик, майор (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов хәрби-авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1943). 1939 й. алып колхозда, 1940 й. — Өфө ҡ. эшләй....

МАКСИМОЧКИН Валерий Иванович

МАКСИМОЧКИН Валерий Иванович (22.3.1952, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) 1977 й. тиклем һәм 1981—2003 йй. шунда уҡ эшләй (1993—99 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р), 2004 й. алып МДУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге магнит күренештәре...