Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТҮБӘНГЕ ӘРМЕТ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ТҮБӘНГЕ ӘРМЕТ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Әрмет а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 897 кеше; 1920 — 1102; 1939 — 1731; 1959 — 1128; 1989 — 783; 2002 — 754; 2010 — 590 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ТҮБӘНГЕ ӘЛКӘШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ТҮБӘНГЕ ӘЛКӘШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 14 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 143 км алыҫлыҡта Һарыяҙ й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 389 кеше; 1920 — 444; 1939 — 516; 1959 — 306; 1989 — 144; 2002 — 138; 2010 — 145 кеше. Татарҙар,...

ТҮБӘНГЕ АТАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ТҮБӘНГЕ АТАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 137 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1092 кеше; 1920 — 1304; 1939 — 1144; 1959 — 868; 1989 — 448; 2002 — 465; 2010 — 521 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

ТҮБӘНГЕ АЛЛАҒЫУАТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ТҮБӘНГЕ АЛЛАҒЫУАТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Аллағыуат а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 41 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 390 кеше; 1920 — 348; 1939 — 273; 1959 — 315; 1989 — 256; 2002 — 286; 2010 — 295 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ТҮБӘНГЕ АҠБИРҘЕ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ТҮБӘНГЕ АҠБИРҘЕ, А ҡ т а ш, Д о л г и й у т а р ы, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Аҡбирҙе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 266 кеше; 1920 — 463; 1939 — 756; 1959 —...

ТҮБӘН ТЕМПЕРАТУРАЛАР ФИЗИКАҺЫ

ТҮБӘН ТЕМПЕРАТУРАЛАР ФИЗИКАҺЫ, 90,19 К (‑182,96°С; кислородтың шыйыҡ хәлгә күсеү т‑раһы) алып абсолют нулгә (‑273,15°С) тиклем т‑раларҙа булған системаларҙың (есемдәрҙең) физик үҙсәнлектәрен өйрәнгән физика бүлеге. Т‑ра түбәнәйгәндә квант тәбиғәтле макроскопик күренештәр (шыйыҡ хәлдәге гелийҙың булыуы,...

ТҮБӘН ТАҠЫЯ, Краснокама р‑нындағы ауыл

ТҮБӘН ТАҠЫЯ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Шушнур а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 51 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 662 кеше; 1920 — 679; 1939 — 574; 1959 — 728; 1989 — 343; 2002 — 280; 2010 — 235 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ТҮБӘН АҠБАШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ТҮБӘН АҠБАШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 284 кеше; 1920 — 387; 1939 — 349; 1959 — 162; 1989 — 76; 2002 — 125; 2010 — 184 кеше. Башҡорттар,...

ТҮБӘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ТҮБӘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Түбә а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 42 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Сапсал й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 474 кеше; 1939 — 6797; 1959 — 4321; 1989 — 1605; 2002 — 1385; 2010 —1228 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Түбә урта...

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1923 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1931 й. алып 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. — 2‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. — 2‑се урта мәктәп, 1976 й. башлап 1‑се урта мәктәп м‑н берләштерелгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. Компьютер...

ТҮБӘ РУДНИГЫ

ТҮБӘ РУДНИГЫ, һибелмә ятҡылыҡтарҙан, алтынлы окисланған мәғдәндәрҙән алтын табыу һәм уны эшкәртеү б‑са пр‑тие. Ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү 1916 й. башлана (ҡара: Таналыҡ-Баймаҡ алтын приискылары). 1933 й. “Башзолото” тресы составында Байҡара һәм Түбә мәғдән идаралыҡтары ойошторола (1953—58 йй. “Южуралзолото”...

ТҮБӘ

ТҮБӘ, т ү п ә, т ө б ә к, 1) ырыу, ырыу бүленеше йәки башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошонда ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмө. 2) Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ төбәктәрендә — ырыу йәки араның таралып ултырыу терр‑яһы; башҡорт улусының бер өлөшө. “Түбә” төшөнсәһе байтаҡ төрки халыҡтарҙа таралған....

ТУШҠЫР, Балтас р‑нындағы ауыл

ТУШҠЫР, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Тушҡыр й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1533 кеше; 1920 — 1675; 1939 — 1447; 1959 — 882; 1989 — 638; 2002 — 522; 2010 — 436...

ТУШҠЫР МӘСЕТЕ

ТУШҠЫР МӘСЕТЕ, Себер даруғаһы Танып улусы Тушҡыр а. (хәҙ. БР‑ҙың Балтас р‑ны) 17 б. аҙ. төҙөлгән, тип фараз ителә, 1805 й. алып беренсе йәмиғ мәсете. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет ағастан, бер ҡатлы, тура дүртмөйөш рәүешендә, төньяғынан күтәрмәле һәм көньяҡтан михраблы (намаҙ...

ТУЧКЕВИЧ Владимир Максимович

ТУЧКЕВИЧ Владимир Максимович (16.12.1904, Австро‑Венгрия, Яноуцы а. — 25.7.1997, С.‑Петербург), физик. СССР ФА акад. (1970). Соц. Хеҙмәт Геройы (1984). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1919). Киев ун‑тын тамамлағандан...

ТУХАЧЕВСКИЙ Михаил Николаевич

ТУХАЧЕВСКИЙ Михаил Николаевич (4.2.1893, Смоленск губ. Следнево а. — 12.6.1937, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Маршалы (1935). Дворян. Беренсе донъя, Граждандар һәм 1920 й. совет‑поляк һуғыштарында ҡатнашыусы. Александр хәрби уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1914), рус армияһында хеҙмәт итә....

ТУФАН Хәсән Фәхри улы

ТУФАН Хәсән Фәхри улы (27.11. 1900, Ҡазан губ. Иҫке Кирәмәт а. — 10.6.1981, Ҡазан), шағир. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1914—18). “Йырҙар, шиғырҙар” (1958), “Дауыллы йылдар лирикаһы” (1970), “Лирика” (1980; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Шиғриәтенә юғары гражданлыҡ, яңғырау...

ТУФ

ТУФ (итал. tufo), вулкан урғылыуының ҡаты продукттарынан (көл, лапилли, бомбалар, тау тоҡомдарының һыныҡтары) һәм цементтан торған тау тоҡомо. Т. һыныҡтар тигеҙһеҙ һәм сортланмаған, цемент — ваҡ бөртөклө вулкан материалы, балсыҡлы һәм ташлы матдә. Т. вулкан‑кластик материалдар күләме 90%‑тан ашыу тәшкил...

ТУТАҒАС, Балтас р‑нындағы ауыл

ТУТАҒАС, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Һикеяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Тутағас күле (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 612; 1939 — 670; 1959 — 660; 1989 — 379; 2002 — 364; 2010 — 308 кеше....

ТУТ БӘШМӘКТӘРЕ

ТУТ БӘШМӘКТӘРЕ (Uredinales), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр рәте. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, бөтә ерҙә лә таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең облигат паразиттары (тере күҙәнәктәрҙең эслеге м‑н туҡлана): бер (спора осороуҙың бөтә формалары ла...