Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘРӘП ТЕЛЕ

ҒӘРӘП ТЕЛЕ, семит телдәренең береһе (көньяҡ-көнбайыш төркөм). Бөтә ғәрәп илдәренең (Ираҡ, Ливан, Сауд Ғәрәбстаны, Сүриә һ.б.), Сомали Федератив Республикаһы һәм Джибути Республикаһының рәсми теле; БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Азияның һәм Төньяҡ Африканың башҡа илдәрендә таралған....

ҒӘНИЕВ Фуат Әшрәф улы

ҒӘНИЕВ Фуат Әшрәф улы [1.8.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Нәсибаш а. (БР-ҙың Салауат районы) — 28.2.2016, Ҡазан ҡ.], тел белгесе. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), филология фәндәре докторы (1978), профессор (1985). РФ‑тың (1996) һәм ТАССР-ҙың (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡазан университетын тамамлағандан...

ҒӘНИЕВ Булат Тәлғәт улы

ҒӘНИЕВ Булат Тәлғәт улы (28.5.1949, ТАССР-ҙың Урыссу ҡсб), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2004), профессор (2013). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). БДУ-ны тамамлаған (1972). 1980—2021 йй. БДПУ-ла эшләй: 1994—2004 йй. вузға тиклемге...

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Ишмөхәмәт Ғилметдин улы

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (1.1.1948, БАССР‑ҙың Учалы районы Сораман а. — 10.10.2015, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән), тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), филология фәндәре кандидаты (1992), профессор (1994). РФ‑тың (2005) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ‑тың...

ҒӘЗИЗОВА Рейда Фәрүәз ҡыҙы

ҒӘЗИЗОВА Рейда Фәрүәз ҡыҙы (9.1.1933, Өфө ҡ. — 4.12.2020, шунда уҡ), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлағандан һуң (1954) 1958 й. тиклем Бөрө педагогия...

ҒАТАУЛЛИН Рауил Ғибат улы

ҒАТАУЛЛИН Рауил Ғибат улы (29.6.1947, БАССР-ҙың Стәрлебаш р-ны Ҡарағош а.), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (1997), проф. (2001). БР-ҙың атҡ.  фән эшмәкәре (2004), БДУ-ны  тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй (1983—90 йй. һәм 1998 й. алып немец филол. каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге немец теленең һүҙьяһалышына,...

ҒАРИПОВ Талмас Мәғсүм улы

  ҒАРИПОВ Талмас Мәғсүм улы (31.7.1928, Мәскәү ҡ. — 19.5.2022, Өфө ҡ.), тел белгесе. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). МДУ‑ны...

ҒАРИПОВ Рауил Ҡасим улы

ҒАРИПОВ Рауил Ҡасим улы (15.3.1951, Свердловск ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР-ҙың атҡ. мәғариф хеҙм-ре (2007), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2012). Свердловск пед. ин‑тын тамамлаған (1977). 1979 й. алып Бөрө пед. ин‑тында,...

ҒАЙСИНА Рәйдә Мирғәле ҡыҙы

ҒАЙСИНА Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (2.3.1938, БАССР-ҙың Шишмә р-ны Шишмә а.), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (1984), проф. (1984). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм-ре (2010), БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2001). БДУ-ны тамамлаған (1960), 1965 й. алып шунда уҡ...

ГРАММАТИКА

ГРАММАТИКА (грек телендәге grammatiké, gramma — хәреф, яҙылыш), 1) тел төҙөлөшө, йәғни уның формаль кимәле (морфологик категориялар һәм формалар, синтаксик категориялар һәм конструкциялар, һүҙьяһалыш ысулдары) системаһы, грамматик мәғәнәләрҙә, формаларҙа һәм грамматик категорияларҙа бирелә. Грамматик...

ГРАММАТИК КАТЕГОРИЯ

ГРАММАТИК КАТЕГОРИЯ, тиң грамматик мәғәнәле бер нисә грамматик форманы (ҡара: Грамматика) ҡапма‑ҡаршы ҡуйыу системаһы. Морфологик (ҡара: Морфология) һәм синтаксик (ҡара: Синтаксис) Г.к. айырыла. Морфол. категорияларҙың эҙмә-эҙлекле сағылышы һүҙ төркөмдәрендә тулы урын таба; синтаксик категориялар (предикативлыҡ,...

ГОРШУНОВ Юрий Владимирович

ГОРШУНОВ Юрий Владимирович (1.8.1952, Удмурт АССР‑ы 21 Октябрь ҡсб), телсе. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2002). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй:...

ГАГАУЗ ТЕЛЕ

ГАГАУЗ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (көньяҡ-көнбайыш, йәки уғыҙ, төркөмө). Гагауздарҙың милли теле. Молдавияның көньяғында, Болгарияның төньяҡ-көнсығышында һәм Румынияла, Украинаның көньяҡ-көнбайышында, өлөшләтә Ҡаҙағстанда, Урта Азияла, Төньяҡ Кавказда таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 меңгә яҡын...

ВОКАЛИЗМ

ВОКАЛИЗМ (латин теленән vocalis — һуҙынҡы өн), телдәге, диалекттағы, һөйләштәге һуҙынҡы фонемалар системаһы. Хәҙерге башҡорт телендә 9 һуҙынҡы фонема бар: [а], [ә], [эе], [и], [оо], [ө], [у], [ү], [ы]. Тамыр морфемаларҙа бөтә һуҙынҡылар ҙа күҙәтелә, аффикстарҙа [и], [у], [ү] ҡулланылмай. Артикуляцион...

ВЕНГР ТЕЛЕ

ВЕНГР ТЕЛЕ, фин-уғыр телдәренең береһе (уғыр төркөмө). Венгрияның дәүләт теле. Шулай уҡ Румынияла, Сербияла (Воеводинола), Словакияла һ.б. таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 14 млн ашыу кеше. Манси һәм ханты телдәренә яҡын. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағындағы уғыр тәү теленә барып тоташа. Хәҙерге В.т. 8 диалект...

ВАСИЛЬЕВ Валериан Михайлович

ВАСИЛЬЕВ Валериан Михайлович (1.1.1883, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Сусаҙы а., хәҙер БР‑ҙың Яңауыл районы Сусаҙы‑Ябалаҡ а., — 2.5.1961, Йошкар‑Ола ҡ.), филолог. Филология фәндәре докторы (1957). Бөрө уҡытыусылар (1902) һәм Ҡазан дини (1906) семинарияларын, Ҡазан университетын (1918) тамамлаған. 1907—30 йй....

БОРОНҒО ҺӘМ УРТА БЫУАТ ТӨРКИ ӘҘӘБИ ТЕЛДӘРЕ

БОРОНҒО ҺӘМ УРТА БЫУАТ ТӨРКИ ӘҘӘБИ ТЕЛДӘРЕ, төрки ҡәбиләләрҙең һәм халыҡтарҙың милли телгә тиклемге әҙәби теле. Боронғо төрки телдәргә боронғо төрки әҙәбиәте ҡомартҡыларында сағылыш тапҡан Орхон‑Йәнәсәй ҡомартҡылары теле һәм боронғо уйғыр теле, урта төрки телдәргә урта быуат төрки телле әҙәбиәт ҡомартҡылары...

БОРОНҒО ТӨРКИ РУН ЯҘМАҺЫ

БОРОНҒО ТӨРКИ РУН ЯҘМАҺЫ, Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары телендә һәм боронғо уйғыр телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) ҡулланылған график система. Б.т.р.я. хәрефтәре формаһы б‑са боронғо германдарҙа ҡулланылған рундарҙы хәтерләтә (атамаһы ла шунан). Б.т.р.я. ҡомартҡылары башлыса хәҙ....

БОЛҒАР ТЕЛЕ

БОЛҒАР ТЕЛЕ, төрки телдәр араһында үле телдәрҙең береһе (болғар төркөмө). Бөйөк Болғар һәм Волга буйы Болғары халыҡтары теле. Хәҙерге телдәр араһында сыуаш теле иң яҡыны һанала. Б.т. хаҡында мәғлүмәттәр аҙ һәм 5—14 бб. авторҙарының топонимдары һәм антропонимдарында, фин-уғыр, славян телдәренән үҙләштерелгән...

БИЛИНГВИЗМ

БИЛИНГВИЗМ (би... һәм лат. lingua — тел), күп теллелектең бер формаһы, ике телде белеүҙе күҙ уңында тота. 1‑се тел булып ғәҙәттә туған тел һанала, 2‑се — ҡәрҙәш булмаған, әммә теге йәки был этник дөйөмлөк тарафынан киң ҡулланылған тел. БР‑ҙа милли‑урыҫ Б. өҫтөнлөк итә: башҡортурыҫ, мари‑урыҫ, мордва-урыҫ,...