Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАРБОН

КАРБОН, ташкүмер системаһы (осоро), палеозойҙың бишенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы 359,2±2,5 млн йыл, тамамланыуы — 299,0±0,8 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла В.Конибир һәм В.Филлипс тарафынан айырып күрһәтелә (1822). Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Уралда, Ҡаҙағстанда, Ҡытайҙа 3 бүлеккә...

КАМБАР-ЯНЫБАЙ БИЛӘНЕ

КАМБАР-ЯНЫБАЙ БИЛӘНЕ, Волга‑Урал антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле тоташтырыусы тектоник структура. Р.О.Хачатрян тарафынан айырып күрһәтелә (1979). Е.В.Лозин (1994) һ.б. өйрәнә. Өҫкө вендтың структуралы ҡатында айырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Удмуртияның көньяҡ-көнсығышында, Пермь...

КАМАЛЕТДИНОВ Морат Абдулхаҡ улы

КАМАЛЕТДИНОВ Морат Абдулхаҡ улы (18.7.1928, Томск ҡ. — 1.7.2013, Өфө ҡ.), геолог. БР ФА академигы (1991), геология‑минералогия фәндәре докторы (1972), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1953) “Башнефть” берекмәһенең Стәрлетамаҡ геологик...

КАМА-КИНӘЛЕ БӨГӨЛДӘРЕ СИСТЕМАҺЫ

КАМА-КИНӘЛЕ БӨГӨЛДӘРЕ СИСТЕМАҺЫ, Волга‑Урал антеклизаһының ултырма ҡатламдарындағы көмбәҙҙәр араһында урынлашҡан морфологик яҡтан күренешле күмелгән депрессияларҙан тора. Оҙонлоғо яҡынса 12 мең км, киңлеге 10—100 км, көньяҡ‑көнсығышҡа табан 200 км тиклем етә. 8 бөгөлдән тора. БР территорияһында Аҡтаныш‑Шишмә...

КАМА-АҒИҘЕЛ БӨГӨЛӨ

КАМА-АҒИҘЕЛ БӨГӨЛӨ, компенсацияланмаған ҙур кире тектоник структура. Көнсығыш Европа платформаһының архей‑аҫҡы протерозой кристалл нигеҙендә һәм ултырма япмаһының рифей ҡатлауында айырыла. БР, Удмуртия, Пермь крайы территорияларында күҙәтелә. Оҙонлоғо 1000 км ашыу, киңлеге яҡынса 300 км. БР сиктәрендә...

КАЛЬЦИТ, минерал

  КАЛЬЦИТ, эзбизташ шпаты, карбонаттар класы минералы, CaCO3. Кристалдары төрлө формала. Агрегаттары: бөртөклө, сталактит һымаҡ, балсыҡлы, друзалар. Төҫһөҙ, аҡ йәки ҡушылдыҡтарға бәйле төрлө төҫкә буялған. Төҫһөҙ һәм үтә күренмәле К. — Исландия шпаты. Ҡатылығы 3, тығыҙлығы 2710 кг/м3, йәбешкәклеге...

КАЛАБУГИНА Евгения Валентиновна

КАЛАБУГИНА Евгения Валентиновна (28.5.1934, Тула ҡ.), инженер-технолог. ӨНИ‑не тамамлаған (1962), 1959 й. алып шунда уҡ, 1967 й. — Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй. 1972—92 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда: баш инженер, 1982—91 йй. өлкән ғилми хеҙмәткәр....

КАЙНОЗОЙ

КАЙНОЗОЙ (грек телендәге kainós — яңы, үҙенсәлекле һәм zōḗ — тормош), кайнозой эратемаһы, кайнозой эраһы, фанерозойҙың өҫкө бүлексәһе. 65 млн йыл элек башлана, хәҙерге ваҡытта дауам итә. Палеоген, неоген һәм дүртенсел (квартер) системаларға (осорҙар) бүленә. Башҡортостан территорияһында палеоген һәм...

КАЗАНЦЕВА Тамара Тимофеевна

КАЗАНЦЕВА Тамара Тимофеевна (8.5.1934, Кривой Рог ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1985). Кривой Рог тау‑мәғдән институтын тамамлағандан һуң (1959) Красноярск геология идаралығында эшләй. 1965 й. алып “Башнефть” берекмәһендә: 1968 й. башлап Стәрлетамаҡ...

КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич

КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич (7.12.1935, БАССР‑ҙың Мәләүез районы Мәләүез а., хәҙер Мәләүез ҡ., — 25.3.2011, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). Кривой Рог тау‑мәғдән институтын тамамлағандан...