Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАРГАНЕЦ МӘҒДӘНДӘРЕ

МАРГАНЕЦ МӘҒДӘНДӘРЕ, сәнәғәт өсөн металл сығарыуға яраҡлы миҡдарҙа һәм берләшмәләрҙә марганец булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Ултырма, вулканоген‑ултырма һәм гиперген (окисланыу зоналарында) генезислы була. Төп мәғдән минералдары: пиролюзит, браунит, гаусманит, манганит, вернадит, псиломелан, родонит,...

МАНШЫР НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

МАНШЫР НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, республиканың төньяҡ‑көнбайышында Дүртөйлө һәм Илеш райондары территорияһында урынлашҡан. Бөрө биләненең Саҡмағош валында контраст антиклиналь структураға тура килә. Оҙонлоғо 30 км, киңлеге 10 км. Ятыштары структуралы, көмбәҙле. Девон, тула һәм бобрик горизонттарының терриген...

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич (10.7.1910, Дон ғәскәре өлкәһе Сельское а. — 19.10.1972, Ырымбур ҡ.), геолог‑нефтсе. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1966). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1937). 1940—49 йй. “Туймазанефть” тресының геология бүлеге начальнигы булып эшләй. Фәнни‑производство...

МАЛАХИТ

МАЛАХИТ (грекса malàche — мальва), карбонаттар класы минералы, Cu2[CO3](OH)2. Составында 57,4% баҡыр бар. Кристалдары энәле йәки призма формаһында. Агрегаттары: бөрө һымаҡ, онтаҡлы һәм тупраҡлы массалар (“баҡыр йәшеллеге”). Төҫө йәшел, ебәк кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4,0; тығыҙлығы 3900—4100 кг/м3....

МАКСИМОВИЧ Георгий Алексеевич

МАКСИМОВИЧ Георгий Алексеевич (29.5.1904, Варшава ҡ. — 16.5.1979, Пермь ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1945), профессор (1934). Днепропетровск тау институтын тамамлаған (1926). Фәнни эшмәкәрлеге нефть геологияһы, гидрогеологияһы, гидрогеохимияһы һәм геоморфологияһы,...

МАКСИМОВ Владимир Павлович

МАКСИМОВ Владимир Павлович (4.10.1934, Дәүләкән ҡсб, хәҙер Дәүләкән ҡ., — 12.11.1982, Мәскәү ҡ.), тау инженеры‑геолог. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Аксаковнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй, 1963 й. алып ӨНИ‑лә уҡыта, 1964 й. — “Гидротюменьнефтегаз”...

МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы

МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы [1.3.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Бөтөрөшкән а. (Силәбе өлкәһе Ҡуҫа районы) — 13.8.1989, Өфө ҡ.], инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) Башҡортостан нефть үткәргес идаралығы инженеры, прорабы булып эшләй. 1960—89 йй. Бөтә Союз нефтте...

МАГНИТОРАЗВЕДКА

МАГНИТОРАЗВЕДКА, м а г н и т м е н ә н т ө ш ө р ө ү, Ерҙең магнит ҡырын, тау тоҡомдарының һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың магнит сифаттарын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Ер өҫтө (майҙан һәм профиль), һауа (аэромагнит), скважина М. айырыла. М. башҡа геофизик ысулдар менән комплекста майҙандарҙың...

МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ

МАГНИТОГОРСК МЕГАСИНКЛИНОРИЙЫ, М а г н и т о г о р с к б ө г ө л ө, М а г н и т о г о р с к с и н ф о р м а һ ы, М а г н и т о г о р с к з о н а һ ы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнсығыш битләүенең ҙур тектоник структураһы. БР‑ҙа, Силәбе һәм Ырымбур өлк. урынлашҡан. Уралдағы Тагил‑Магнитогорск‑Моғажар...

МАГНЕТИТ

МАГНЕТИТ (гр. magnēt† is — магнит), м а г н и т л ы т и м е р м ә ғ д ә н е, ҡатмарлы оксидтар ярым класы минералы, FeFe2O4, шпинель төркөмө. Составында 31% FeO, 69% Fe2O3, 72,4% Fe һәм титан, ванадий, марганец, магний, алюмин, хром ҡушылмалары бар. Кристалдары башлыса октаэдр формаһында. Агрегаттары...

МАГНЕЗИТ

МАГНЕЗИТ (яңы лат. magneјsia — магнезия), 1) карбонаттар класы минералы, MgCO3. Составында 47,82% MgO, 52,18% CO2 бар; изоморф ҡушылмалары: тимер, марганец, кальций. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, тығыҙ, фарфорға тартым, ерле; аҡбурға оҡшаш, сүсле массалар. Төҫө аҡ, һоро, һарғылт;...

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР, формалашыуҙарының геотектоник шарттарына бәйле состав дөйөмлөгө хас булған магматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре; геологик формациялар төрө. М.ф. йыш ҡына үҙ эсенә ултырма тоҡомдарҙы индергән ҡатнаш ассоциациялар барлыҡҡа килтерә. Магматик тоҡомдар өсөн “формация” термины...

МАГМАТИЗМ

МАГМАТИЗМ, магматик тау тоҡомдарын формалаштырған магманың (ғәҙәттә, силикат эретмә) барлыҡҡа килеү, күсеү һәм ҡатыу кеүек геол. процестары йыйылмаһы. Магма мантияла һәм ер ҡабығында барлыҡҡа килә, тәрәндә (интрузив М., йәки плутонизм) һәм ер өҫтөндә (эффузив М., йәки вулканизм) ҡата; ш. уҡ баҫымдың...