Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАРЬЯЖ ТЕОРИЯҺЫ

ШАРЬЯЖ ТЕОРИЯҺЫ, ер ҡабығының структураһы һәм составы формалашыуында горизонталь хәрәкәттәрҙең роле т‑да тәғлимәт. Ш.т. авторҙары: М.А.Камалетдинов, Т.Т.Казанцева, Ю.В.Казанцев. Шарьяж структуралары 19 б. уртаһында Альп тауҙарында асыла (М.Бертран, М.Люже, Э.Арган һ.б.). Боронғо күсмә зоналарҙа улар...

ШАЛЫМ БӨГӨЛӨ

ШАЛЫМ БӨГӨЛӨ, Ш а л ы м ‑К а л и н и н б ө г ө л ө, ултырма тоҡомдар м‑н тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһына ҡарай. Бөрө биләне һәм Башҡорт көмбәҙенең көнбайыш битләүе тоташҡан урында Сарапул бөгөлөнән тармаҡлана. 1965—71 йй. Ш.б., һуңыраҡ Р.О.Хачатрян һ.б. тарафынан...

ШАКИРОВ Альберт Вазиф улы

ШАКИРОВ Альберт Вазиф улы (2.1.1956, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Һеңрән а.), географ. Геогр. ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1981 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресының 3‑сө төҙөлөш идаралығында (Өфө), 1985 й. — Өфө эре панелле йорттар төҙөү з‑дында, 1988 й. — Өфө ҡала баҡсасылар йәмғиәтендә эшләй....

ЧЕРНЫШЁВ Феодосий Николаевич

ЧЕРНЫШЁВ Феодосий Николаевич (12.9.1856, Киев — 2.1.1914, С.-Петербург), геолог, палеонтолог. Император С.-Петербург ФА акад. (1909), проф. (1908). С.-Петербург тау ин-тын тамамлаған (1880). Фәнни эшмәкәрлеге тектоника, стратиграфия, палеонтология, петрография һ.б. өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәргә арналған....

ЦЕОЛИТТАР

ЦЕОЛИТТАР (гр. zeo — ҡайнайым һәм lithos — таш), дөйөм формулаһы Mex/n[AlxSiyO2(x+y)]*zH2O (Me — металл, n — уның окисланыу дәрәжәһе, х — алюмин, у — кремний, z — һыу молекулалары атомдарының һаны) булған алюмосиликаттар. Кристалл структураһы 3 үлсәүле каркасҡа дөйөм түбәләре м-н ҡушылған [SiO4]4-һәм...

ҺОРО КҮМЕР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

ҺОРО КҮМЕР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, респ. көньяғында Көйөргәҙе р‑ны сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнының төньяҡ өлөшөнә тура килә. Макс. күмергә ту­йындырылыуы — 1 км2 36,6 млн т (Бабай ятҡылығы), макс. йыллыҡ һоро күмер сығарыу — 10,2 млн т (1976). Бабай Һ.к.я., Күмертау ҡ. көнсығышҡа табан...

ҺОРО КҮМЕР

ҺОРО КҮМЕР, ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма, торф һәм таш күмер араһындағы форма. Күмерләнеүҙең түбән дәрәжәһе хас. Структураһы тупраҡлы (кәүшәк) йәки тығыҙ. Төҫө тоноҡ һары, көрән йәки ҡара. Асыҡ һауала һоро төҫкә тиҙ инә һәм ярыла. Яғыулыҡ итеп файҙаланыла. Башҡортостанда Һ.к. петрографик типтары (торфҡа...

ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР

ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР, ағалтын, алтын һ.б. файҙалы компоненттары булған ватыҡ материал тупланмаһы. Төп сығанаҡтарҙың емерелеүе һөҙөмтәһендә, ш. уҡ аралаш коллек­торҙарҙы (юғары концентрациялы ҡиммәтле минералдары булған терриген тау тоҡомдары) яңынан йыуыу юлы м‑н барлыҡҡа килә. Генезисы б‑са аллювиаль,...

ҺӘҮӘНӘК МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

ҺӘҮӘНӘК МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, урындағы стратиграфик бүлексә. Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә, аҫҡы (үткәл, ҡурташ, тупарғас, мазарин һәм уҡшыҡ‑әрүәк свиталары) һәм өҫкө (аҡбейек һәм бәләкәй) серияларға бүленә (1941). А.А.Алексеев, А.А.Захаров, О.А.Захаров, В.И.Козлов, В.М. һәм Д.Д. Криницкийҙар,...

ҺАҠМАР ЯРУСЫ

ҺАҠМАР ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан икенсе бүлексәһе. Әселе ярусында ята, әртә ярусы м‑н ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан айырып күрһәтелә (1936). Стратотибы Ырымбур өлк. Кондуровка а. янындағы Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан, ҡалынлығы 900 м булған ҡомташ, мергель, эзбизташ ҡатламдарынан тора. Таҙтүбә...

ҺАЙЫЛМЫШ УЙПАТЛЫҒЫ

ҺАЙЫЛМЫШ УЙПАТЛЫҒЫ, Волга‑Кама антеклизаһының беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структураһы. Р.О.Хачатрян (1978) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Һ.у. үтәнән‑үтә өҫкө кембрий алдынан алып палеозойға тиклем ултырмаларҙа күҙәтелә. Ситтәге платформалы уйпатлыҡтар тибына ҡарай, Мораҡ депрессияһы яғына асыла. Төньяҡ‑көнбайышҡа...

ХМЕЛЁВ Анатолий Павлович

ХМЕЛЁВ Анатолий Павлович (12.3. 1937, БАССР-ҙың Ҡалтасы р-ны Күтәрем а.), тау инженеры. БР-ҙың атҡ. шахтёры (1994). Свердловск тау ин-тын тамамлағандан һуң (1959) Гай тау-байыҡтырыу комб-тында (Ырымбур өлк.) эшләй: участка нач., карьерҙың техник етәксеһе, рудниктың баш инженеры, тау эштәре б-са баш...

ХЛОРИТОИД

ХЛОРИТОИД, утрау силикаттары ярым класы минералы, (Fe2+,Mg,Mn)2• •(Al,Fe3+) Al3О2[SiO4]2(OH). Составы үҙгәреүсән, ғәҙәттә Fe2+ — Mg, Mn; Аl — Fe3+ алмашына. Төрҙәре: оттрелит (марганец миҡдары юғары була), мавинит, сисмондин. Кристалдары пластинка формаһында, табаҡлы, ҡыҫҡа бағана һымаҡ. Агрегаттары...

ХВОРОВА Ирина Васильевна

ХВОРОВА Ирина Васильевна (21.2. 1913, Красноярск ҡ. — 25.12.2003, Мәскәү), инженер-геолог. Геол.-минералогия ф. д-ры (1952), проф. (1971). РСФСР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын тамамлағандан һуң (1935) “Востокнефть” тресының геологы. 1937 й....

ХӘЙРЕТДИНОВ Ирек Абдулхаҡ улы

ХӘЙРЕТДИНОВ Ирек Абдулхаҡ улы (11.3.1932, ТАССР‑ҙың Норлат станцияһы ҡсб — 9.5.2011, Өфө), геохимик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1988), проф. (1991). Ҡазан ун‑тын та­мамлағандан һуң (1954) шунда уҡ эшләй. 1957 й. алып Урал геол. идаралығында (Свердловск ҡ.) ревизия‑тикшереү партияһы нач., 1959 й. — эҙләү‑разведкалау,...

ХӘЙРЕДИНОВ Нил Шәһитйән улы

ХӘЙРЕДИНОВ Нил Шәһитйән улы (23.1.1932, Баҡы — 24.12.2009, Өфө), геолог‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978). Әзербайжан ун‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1956) “Небитдагнефть” НГДУ‑һында эшләй (Төрөкмән ССР‑ы);...

ХАТЬЯНОВ Фаддей Исаакович

ХАТЬЯНОВ Фаддей Исаакович (2.4.1932, Ленинград ҡ. — 25.11.2017, Өфө ҡ.), тау инженеры-геофизик. Геология-минералогия фәндәре докторы (1992). Ленинград тау институтын тамамлағандан һуң (1956) “Башнефтегеофизика” ААЙ-нда эшләй: 1956 й. алып һәм 1959 й. — тематик партияларҙың начальнигы, 1957 й. — техник...

ФРОЛОВА Татьяна Ивановна

ФРОЛОВА Татьяна Ивановна (23.11. 1922, Тифлис — 30.1.2007, Мәскәү), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1972). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1945). Фәнни эшмәкәрлеге геосинклиналь вулканизмды, ш. иҫ. уның колчеданлы мәғдәндәр барлыҡҡа килеү процестары м‑н бәйләнешен, Көньяҡ...

ФРАНС ЯРУСЫ

ФРАНС ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Живе ярусында ята, фамен ярусы м‑н ҡаплана. Фран а. (Бельгия) янында Ж.Омалиус д’Аллуа тарафынан айырып күрһәтелә (1862). Стратотибы һәүерташтарҙан һәм риф эзбизташтарынан тора; ҡалынлығы 600 м тиклем. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң таралған....

ФОСФОРИТТАР

ФОСФОРИТТАР, 10%‑тан ашыу апатит төркөмө фосфаттарынан торған экзоген тау тоҡомдары. Составына балсыҡлы, саҡматашлы, карбонатлы материалдарҙың ҡушылмалары, глауконит, кварц һ.б. инә. Ултырма Ф. ҡатлаулы, массив, төйөрлө, бөртөклө, ҡырсынташлы текстуралар, һоро төҫ (органик матдәләр иҫәбенә) хас. Фосфаттар...