Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНДРЕЕВ Вадим Евгеньевич

АНДРЕЕВ Вадим Евгеньевич (17.8.1955, Өфө), тау инженеры, нефтсе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй: 1983 й. өлкән инженер, 1985 й. алып лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап каф. мөдире....

АНГИДРИТ, минерал

АНГИДРИТ (грек телендәге an- — кире приставка һәм hydor — һыу), 1) сульфаттар класы минералы, Ca[SO4], составында барий, стронций, магний ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка, ҡалын пластинка һәм призма рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө, сүсле һ.б. Төҫһөҙ, аҡ, зәңгәрһыу. Быяла кеүек...

АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо

АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо. Амфибол, плагиоклаз һәм минераль ҡушылмаларҙан тора. Үҙенсәлекле өҫтәлмә минералы буйынса гранат, биотит, кианит, цоизит һ.б. А. айыралар. Структураһы гранобласлы йәки нематобласлы, текстураһы һәүерташлы. Төҫө ҡуйы һоронан ҡуйы йәшелгә тиклем. Төҙөлөш материалы сифатында...

АМФИБОЛДАР

АМФИБОЛДАР (грек телендәге amphibolos — аңлайышһыҙ), магмалы һәм метаморфик сығышлы, үҙенсәлекле структуралы минералдар. Составтары буйынса магний‑тимерле (антофиллит, куммингтонит), кальцийлы (тремолит, актинолит), кальций-натрийлы (мөгөҙ обманкалары, арфведсонит) һәм һелтеле (глаукофан, рибекит, кроссит)...

АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ

АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ, алтын мәғдәне ятҡылыҡтарынан һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙан алтын табыу б‑са тау сәнәғәте тармағы. 18 б. уртаһынан Башҡортостанда алтын һәм башҡа затлы металдарҙы эҙләү һәм табыуҙы мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр алып бара. Ырымбур губернаһында сәнәғәт өсөн алтын табыу 1823 й....

АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, Ер аҫтындағы алтын мәғдәндәренең ҙурлығы, сифаты һәм ятыш шарттары б‑са сәнәғәттә эшкәртеүгә яраҡлы тәбиғи тупланмалары. Барлыҡҡа килеүе б‑са А.м.я. эндоген һәм экзоген ятҡылыҡтарға бүленә. Экзогендары — химик ашалыу ҡатлауҙары һәм окисланыу зоналарынан (карст зонаһы, “тимер...

АЛМАС, минерал

АЛМАС, минерал, углеродтың куб формаһындағы кристаллы модификацияһы, C. Кристалдары октаэдр, тетраэдр, куб формаһында. Төҫһөҙ йәки төрлө кимәлдә һары, алһыу, йәшел, зәңгәр, күк, аҡ һәм һоро (ҡараға тиклем) төҫтәргә буялған. Үтә күренеүсән, ярым үтә күренеүсәнлеге йәки үтә күренмәүсән булыуы графит һәм...

АЛЛОХТОН

АЛЛОХТОН (алло... һәм гр. chthón — ер), шарьяж, тектоник япма, наволок, напп, тәүге ятыш урынынан горизонталь йүнәлештә күскән тау тоҡомдары пластинаһы. Күсеү йыраҡлығы тиҫтәнән алып йөҙәрләгән км тиклем тирбәлә. Геологик төҙөлөшөнөң ҡатмарлылығы менән айырылып тора. Уралда А. барлығы тураһындағы фараздар...

АЛЕКСЕЕВ Анатолий Алексеевич

АЛЕКСЕЕВ Анатолий Алексеевич (18.2.1938, БАССР‑ҙың Краснокама районы Арлан а. — 17.9.2008, Өфө ҡ.) геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1994). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Геология институтында эшләй (1992 й. алып лаборатория мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магматизм, метаморфизм, файҙалы ҡаҙылмаларҙы...

АЛЕВРОЛИТ

АЛЕВРОЛИТ (гр. aleuron — он һәм ...лит), ҡатҡан ултырма тау тоҡомо. 50%‑ы һәм унан да күберәге алеврит үлсәнешендәге (0,01—0,1 мм) минерал бөртөксәләренән тора. Ҡомташтар (ҡом) һәм аргиллиттар (балсыҡ) аралығындағы тау тоҡомо. Ватыҡ материал үлсәме буйынса (мм) эре (0,05—0,1), уртаса (0,025—0,05) һәм...

АЛАТАУ СВИТАҺЫ

АЛАТАУ СВИТАҺЫ, урындағы ташкүмер системаһының стратиграфик бүлексәһе (ҡара: Карбон). Д.В.Наливкин (1926) Алатау тауы районында айырып күрһәтә. Ултырмаларҙың тасуирламаһын А.П.Тяжёва (1940), Г.В.Вахрушев (1951), А.К.Крылова (1958), З.А.Синицина (1974), В.Н.Пазухин (1980) бирә. Ултырмалар төньяҡта Ләмәҙ й....

АҠЫҠ, тау тоҡомо

АҠЫҠ (гр. acátēs), халцедондың йәшерен кристаллы агрегатынан торған тау тоҡомо. Төрлө ҡалынлыҡтағы һәм төҫтәге таптар һәм һыҙыҡтарҙың күп тапҡыр сиратлашыуы хас. Төҫө буйынса А. бер төрлөләргә, нәҙек һыҙыҡлыларға һәм таплыларға айырыла. Бер төрлөләре: карнеол (ҡыҙыл), сапфирин (күкһел йәшел), сардер...

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ, тау тоҡомдары менән тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһының үҙәк өлөшөн биләй. Сарапул бөгөлөнән Урал алды бөгөлөнә тиклем һуҙыла. Төньяҡ‑көнсығыш борты — Башҡорт палеокөмбәҙенең, көньяҡ-көнсығыш борты Көньяҡ Татар көмбәҙенең ситке өлөштәре менән...

АҠБУР, тау тоҡомо

АҠБУР, ултырма тау тоҡомо, органоген эзбизташтарҙың йомшаҡ төрө. 80%‑ы кристаллы кальциттан, эзбизташлы кокколитофорид ылымыҡтарының һәм фораминифер тамыраяҡтарҙың кальцитлы һөлдә өлөштәренән тора, составында шулай уҡ ҡабырсаҡ, бүздәк, диңгеҙ ләләһе, мәрйен, балсыҡлы минерал һөлдәләре бар. Структураһы...

АҠБУР

АҠБУР, аҡбур системаһы (осоро), мезозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 145±3 млн йыл, тамамланыуы — 65 млн йыл. 1822 й. Бельгия геологы Ж.Омалиус д’Аллуа айырып күрһәтә. А. аҫҡы бүлеге (аҫтан өҫкә) берриас, валанжин, готерив, баррем, апт һәм альб ярустарына, өҫкө бүлеге сеноман,...

АҠ АҠЫҠ, минерал

АҠ АҠЫҠ, микроглобуляр төҙөлөшлө кремний оксиды класы минералы, SiO2•H2O. Составында алюмин, тимер, марганец, магний, калий, натрий һәм органик матдәләр ҡушылмалары була. Төрҙәре: һөттәй, затлы, ябай А.а., гиалит, гидрофан һ.б. Агрегаттары һарҡыу, ҡатлаулы, күҙәнәкле, тупраҡлы, төйөрҙәр. Төҫө аҡ, ҡушылмаларына...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (франц. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Палеозой һәм палеозой алды ултырмаларында айырыла. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап һуҙыла. Төньяҡта Ҡаратау ҡалҡыуы, көньяҡта Шихан-Ишембай биләне, көнбайышта Благовещен уйпатлығы, көнсығышта...

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР, минераль ашламалар сифатында йәки улар өсөн сеймал итеп ҡулланылған һәм составында фосфор (апатиттар, фосфориттар), калий (глауконит, карналлит, сильвин), азот (тәбиғи калий һәм натрий селитралары) булған тау тоҡомдары һәм минералдар. Шулай уҡ төп тәғәйенләнешле булмаған ашламаларға...

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил һәм Белорет райондары сигендә Көркәк һыртында, Белорет ҡ. көньяҡ-көнсығышҡа 25 км һәм Яңы Абҙаҡ тимер юл ст. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1976 й. асыла. Урта девондың Ирәндек свитаһы тоҡомдарына тура килә. Эшкә яраҡлы ҡатлам андезит‑базальт...