Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭЗБИЗТАШ

ЭЗБИЗТАШ, бурташ, ултырма тау тоҡомо. Башлыса кальциттан йәки организмдарҙың кальцитлы һөлдә ҡалдыҡтарынан, һирәк осраҡта арагониттан тора. Составына доломиттың, кварцтың, гипстың, балсыҡлы минералдарҙың ваҡ ҡушылмалары инә. Саф Э. составы CaO (56%) һәм CO2 (44%) миҡдары булған кальцитҡа тура килә....

ФОСФОРИТТАР

ФОСФОРИТТАР, 10%‑тан ашыу апатит төркөмө фосфаттарынан торған экзоген тау тоҡомдары. Составына балсыҡлы, саҡматашлы, карбонатлы материалдарҙың ҡушылмалары, глауконит, кварц һ.б. инә. Ултырма Ф. ҡатлаулы, массив, төйөрлө, бөртөклө, ҡырсынташлы текстуралар, һоро төҫ (органик матдәләр иҫәбенә) хас. Фосфаттар...

ФЛЮОРИТ

ФЛЮОРИТ (лат. Fluorum — фтор), п л а в и к ш п а т ы, фторидтар класы минералы, CaF2. Составына ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Айырым кристалдар, ҡушылмалар, друзалар, бөртөклө, бағаналы, сүсле агрегаттар рәүешендә осрай. Ф. тупраҡлы төрө — ратовкит. Үтә...

САФ ТИМЕР

САФ ТИМЕР, саф элементтар класы минералы, Fe. Никель менән тәбиғи иретмәләр рәүешендә осрай. Составында баҡыр, кобальт, марганец, саф ағалтын ҡушылмалары бар. Табыу шарттарына ҡарап теллурлы (ерҙәге) һәм метеоритлы (йыһандағы) С.т. айырыла. Теллурлы С.т. куб сингонияһында кристаллана, кристалдары һирәк....

САФ БАҠЫР

САФ БАҠЫР, саф элементтар класы минералы, Cu. Составында алтын, көмөш, тимер һ.б. ҡушылмалар бар. Куб һәм додекаэдр рәүешендә кристаллана. Агрегаттары епкә оҡшаш, тимерсыбыҡлы, мүк кеүек; бүленде формалары: онтаҡ, конкрециялар, дендриттар, ярыҡтарҙы тултырыу фигуралары. Төҫө алһыу, һоро һәм сыбар йүгергән...

РОДОНИТ

РОДОНИТ (гр. rhódon), о р л е ц, силикаттар класы минералы, CaMn4[Si5O15]. Составына 30—46% MnO, 4—6,5% CaO, 45—48% SiO2 һәм магний, тимер, цинк ҡушылмалары инә. Кристалдары пластинка формаһында. Агрегаттары үтә ваҡ бөртөклө, нурлы. Төҫө алһыуҙан алып сағыу ҡыҙылға һәм көрән‑ҡыҙылға тиклем; йыш ҡына...

ПОРФИРИТ

ПОРФИРИТ, плагиоклаз, пироксен, мөгөҙ обманкаһы минералдарының эре бүленделәрен үҙ эсенә алған үтә ваҡ бөртөклө массанан торған порфир төҙөлөшөндәге һелтеле һәм урта составлы палеотип эффузив тау тоҡомдарының дөйөм атамаһы. Химик составы б‑са базальтлы, андезит‑базальтлы, андезитлы П., порфир бүленделәренең...

ПИРРОТИН

ПИРРОТИН (гр. pyrrhotēs — ҡыҙғылт), м а г н и т  к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, Fe1‑xS. Сингонияһы тимер һәм көкөрт нисбәтенә бәйле гексагональ йәки моноклинлы, кристалдары дипирамидаль, пластинка, бағана, мискә формаһында; игеҙәктәр хас. Төҫө һарғылт‑ҡуңыр, көрән төҫмөрө бар, металл...

ПИРОФИЛЛИТ

ПИРОФИЛЛИТ (гр. pýr — ут һәм phýllon — япраҡ), икеләтә системаһыҙ структуралы ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Al2(OH)2[Si4O10], Al3+ өлөшләтә Fe2+, Mg2+ һ.б. м‑н алмашына. Моноклин сингонияһында кристаллана. Агрегаттары табаҡлы, тәңкәле. Пластинкалы, нурлы һәм тотош тупланмалар рәүешендә осрай....

ПИРОКСЕНДАР

ПИРОКСЕНДАР (гр. pýr — ут һәм xénos — сит), сылбырлы структуралы метасиликаттар класы минералдары. Дөйөм формулаһы W(X,Y)1+ +p(Z2O6), бында W — Ca, Na; X — Mg, Fe2+, Mn, Li, Ni; Y — Al, Fe3+, Cr, Ti; Z — Si, Al. Төрҙәре: тимерҙең күләме 0—12%‑тан 88—100%‑ҡа тиклем үҙгәреү м‑н өҙлөкһөҙ энстатит—ферросилит...

ПИРИТ

ПИРИТ (гр. pyrites), к ө к ө р т   к о л ч е д а н ы, т и м е р   к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, FeS2. Составына баҡыр, кобальт, никель һ.б. ҡушылмалар инә. Кристалдары куб (йыш ҡына ҡырҙарында штрихтар була), пентагондодекаэдр, һирәк осраҡта октаэдр формаһында, бергә уҡмашҡан һәм шытып...

ОПОКА, тау тоҡомо

ОПОКА, ваҡ‑ваҡ күҙәнәкле ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы матдә, диатомейҙың, радиолярийҙың һәм саҡматашлы болот спикулаларының һөлдә өлөштәре, кварц, ялан шпаты, глауконит бөртөктәре ҡушылмалары булған аморф кремнезёмдан тора. О. кремнезём миҡдары 92—98%‑ҡа тиклем. Төҫө асыҡ һоронан ҡарағаса. Һынылышы...

ОНИКС

ОНИКС (гр. оnyx — тырнаҡ), 1) аҡыҡтың бер төрө. Башлыса ҡара һәм аҡ төҫтәге сиратлашҡан яҫы параллель ҡатлауҙарҙан тора. Төрҙәре: сардоникс — һоро һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙарҙың сиратлашыуынан ғибәрәт, карнеол‑оникс — ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙар сиратлаша. 2) Мәрмәр О. — йәшкелт, һарғылт һәм алһыу төҫтәге...

ОМФАЦИТ, минерал

ОМФАЦИТ (гр. omphax — бешмәгән виноград), силикаттар класы минералы, пироксен, (Ca, Na)(Mg, Fe+2, Fe+3, Al)[Si2O6]. Моноклин сингонияһында кристаллана. Кристалдары радиаль‑нурлы. Агрегаттары энәле, призматик; айырып алыу формаһы: бөртөктәр. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5—6;...

НЕФРИТ, минерал

НЕФРИТ г е о л о г и я л а, минерал. Тремолит‑актинолит рәтенең амфиболдарынан тора. Агрегаттары нәҙек сүсле, микрокристаллы. Төҫө асыҡ йәшелдән ҡуйы йәшелгә тиклем. Ҡатылығы 5,5—6,5; тығыҙлығы 2800— 3300 кг/м3; һынылышы ҡытыршы; тығыҙ һәм йәбешкәк. Гидротермаль-метасоматик шарттарҙа хасил була, ғәҙәттә...

МИАСКИТ, тау тоҡомо

МИАСКИТ (Мейәс й. исеменән), һелте составлы интрузив магматик тау тоҡомо, нефелинлы сиениттың бер төрө. 70% калий‑натрийлы ялан шпатынан һәм плагиоклаздан, 20% нефелиндан һәм 5—10% биотиттан тора; һирәгерәк кальцит, амфибол йәки пироксен ҡушылмалары була. Акцессор минералдар: сфен, апатит, магнетит....

МЕРГЕЛЬ, тау тоҡомо

МЕРГЕЛЬ, ултырма тау тоҡомо. 50—70% карбонаттан (кальцит һәм доломит) һәм 25—50% балсыҡтан тора. Минераль составы буйынса эзбиз һәм доломит М. бүленә. Ҡушылмаларына ҡарап саҡматаш, ҡомташ, күмер һ.б. төрҙәргә айырыла. Структураһы пелитоморфлы, алевропелитлы, псаммопелитлы (бөртөксәләренең үлсәме 0,001—2 мм);...

ЛИСТВЕНИТ, тау тоҡомо

ЛИСТВЕНИТ, метасоматик тау тоҡомо. Карбонаттарҙан һәм кварцтан тора, составында пирит, хлорит, фуксит, гематит ҡушылмалары була. Структураһы гранобластлы йәки лепидогранобластлы, текстураһы массив йәки таплы. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә. Биҙәү ташы, йөҙләү ташы булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда Учалы...

ЛИМОНИТ

ЛИМОНИТ (грекса léimṓn — болон), көрән тимер мәғдәне, тимерҙең тәбиғи окси‑гидрооксидтарының дөйөм атамаһы. Гётит, гидрогётит, лепидо-крокит һәм гидрогематит ҡатышмаларынан тороуы мөмкин. Балсыҡлы һәм онтаҡ массалар, жеодтар, конкрециялар, оолиттар, кристалдар барлыҡҡа килтерә; агрегаттары үҙәктән ситкә...

ЛАВСОНИТ, минерал

ЛАВСОНИТ (Лаусон фамилияһы буйынса), минерал, һыулы кальций алюмосиликаты, CaAl2[Si2O7](OH)2•H2O. Призма һәм пластинка рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Төҫө аҡтан алып тоноҡ зәңгәргә тиклем, ялтырауығы быяла кеүектән майлыға тиклем. Ҡатылығы 7; тығыҙлығы 3900 кг/м3. БР‑ҙа мәҡсүт метаморфик комплексының...