Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЕР БҮЛЕМЕ

ЕР БҮЛЕМЕ, община милке булған шәхси файҙаланыуҙағы ер биләмәһе (ҡара: Ер биләү). Башҡортостанда файҙаланыуға яраҡлы ерҙәрҙе бүлеү игенселектең үҫеүе һәм ултыраҡ тормошҡа күсеү м-н башлана, игенселектең хужалыҡ-мәҙәни тибы өҫтөнлөк иткән көнбайыш һәм төньяҡкөнбайыш райондарҙа киң таралыу ала. Ырыу аҫабалығы...

ЕР БИЛӘҮ

ЕР БИЛӘҮ, хужаларының тейешле хоҡуҡтары һәм бурыстарының шарты булған билдәле бер хоҡуҡ нигеҙендә ергә хужа булыу (милек, ҡуртым һ.б.). Башҡорттарҙа Е.б. (йола хоҡуғына барып тоташа) аҫабалыҡ хоҡуғы (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) нигеҙендә формалашҡан. Ергә шәхси милектең булмауы башҡорттарҙың...

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич (23.6.1980, Күмертау ҡ.), подполковник (2016). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2017). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. РФ Оборона министрлығының Новосибирск хәрби институтын тамамлаған (2003). 1998 й. алып РФ Ҡораллы көстәрендә. Герой исеменә Махсус операциялар көстәренең...

ЕГӘҘЕ ЗАВОДЫ

ЕГӘҘЕ ЗАВОДЫ, 1888 й. Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Егәҙе й. (Ағиҙел й. басс.) буйында сауҙагәрҙәр Н.С.Кальсин һәм Н.Д.Шамов тарафынан суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Кальсин һәм Шамов, 1909 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1908 й.) алып М.В.Асеев;...

ДЕМИДОВА Наталья Фёдоровна

ДЕМИДОВА Наталья Фёдоровна (27.10.1920, Орёл губернаһы Яңы Посёлок а. — 20.1.2015, Мәскәү ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1990). Мәскәү тарих‑архив институтын тамамлаған (1942). 1946—64 йй. һәм 1993—98 йй. Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында, 1964 й. алып Дәүләт тарих музейында, 1967 й. — СССР...

ДӘҮЛӘТШИН Рафаэль Әхмәтгәрәй улы

ДӘҮЛӘТШИН Рафаэль Әхмәтгәрәй улы (24.12.1939, БАССР-ҙың Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш а. — 26.10.2016, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2000). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1966) Балаҡатай районының Билән, 1968 й. алып Майғаҙы урта мәктәптәре директоры, 1971—72...

ДАНИЛКО Елена Сергеевна

ДАНИЛКО Елена Сергеевна (31.5.1970, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Баҡса а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1992 й. алып ТТӘИ‑лә, 1993 й. — Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә эшләй. 2002 й. башлап РФА‑ның Этнология һәм антропология ин‑тында (Мәскәү): 2007 й. алып төп ғилми хеҙм‑р,...

ҒИЛМИ АРХИВ

ҒИЛМИ АРХИВ, РФА‑ның Өфө ФҮ ҡарамағында була. Өфө фәнни үҙәгенең, уның учреждениеларының документтарын, ғалимдарҙың шәхси документтарын, экспедиция материалдарын һ.б. ҡабул итеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнә. 1956 й. СССР ФА БФ Президиумы эргәһендә ТТӘИ документтары базаһында ойошторола, 2018 й. алып РФА...

ҒӘНИЕВ Ревмир Ғәле улы

ҒӘНИЕВ Ревмир Ғәле улы (18.11.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡабыҡҡыуыш а. — 7.5.2007, Өфө), тарихсы. Тарих ф. канд. (1961), проф. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1954) КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өлкә партия мәктәбендә уҡыта. 1956—62 йй. (өҙөклөк м‑н)...

ҒӘБДЕЛХАҠОВ Рәмзил Борис улы

ҒӘБДЕЛХАҠОВ Рәмзил Борис улы (19.2.1962, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) һәм 1992— 95 йй. 2‑се Яңауыл мәктәп‑гимназияһында, 1986 й....

ҒАЙСИН Усман Барый улы

ҒАЙСИН Усман Барый улы (12.1.1954, Төрөкмән ССР‑ы Байробан а.), тарихсы. Тарих ф. д-ры (2000), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) 1997 й. тиклем һәм 2000 й. алып ӨДНТУ уҡытыусыһы, 2002 й. — ӨДАТУ‑ның тарих һәм культурология каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре совет дәүләтенең йәштәр сәйәсәтенә,...

ГУРВИЧ Николай Александрович

ГУРВИЧ Николай Александрович (1828, Гродно ҡ. — 20.5.1914, Өфө), табип, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Действительный статский советник (1880). Император мед.‑хирургия акад. тамамлаған (С.-Петербург, 1852). 1853 й. алып Ырымбур удел контораһы табибы, 1854 й. — Өфө губерна төрмәләр попечителлеге ком-ты дир.,...

ГУДКОВТАР

ГУДКОВТАР, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ирле-ҡатынлы. Георгий Фёдорович Г. (8.1.1916, Өфө — 24.12.1995, шунда уҡ), БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.В.Куйбышев ис. Мәскәү инженерлыҡ‑төҙөлөш ин-тын тамамлаған (1941). Өфөнөң төҙөлөш ойошмаларында һәм уҡыу йорттарында эшләгән....

ГУБЕРНА СТАТИСТИКА КОМИТЕТТАРЫ

ГУБЕРНА СТАТИСТИКА КОМИТЕТТАРЫ, Рәсәйҙә статистик материалдарҙы йыйыу, эшкәртеү, анализлау һәм баҫтырып сығарыу эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыусы урындағы дәүләт органдары. 1834 й. алып губерна һәм өлкә идаралары эргәһендә эшләгәндәр, ЭЭМ‑дың — Статистика бүлегенә, 1858 й. башлап Үҙәк статистика ком‑тына...

ГЕРБТАР

ГЕРБТАР (полякса — herb, нем. erbe — мираҫ), эйәһенең тарихи традицияларын сағылдырыусы символик әһәмиәт бирелгән эмблемалар, фигуралар һәм предметтар берләшмәһе. Флагтарға, тәңкә аҡсаларға, мисәттәргә, рәсми документтарға һ.б. төшөрөлә. Дәүләт (дәүләттәр, идара иткән династиялар Г.), төбәк йәки өлкә...

ГЕРАСИМОВ Виктор Фёдорович

ГЕРАСИМОВ Виктор Фёдорович (1879, С.‑Петербург губ. Кронштадт ҡ. — ?), дәүләт эшмәкәре. 1900‑сө йй. — РСДРП, 1917 й. Хеҙмәт халыҡ-соц. партияһы ағзаһы. С.‑Петербург ун‑тында уҡыған. 1907 й. алып Кронштадт ҡала башҡармаһы хеҙм‑ре; 1913—17 йй. Өфө губ. земство башҡармаһының бойороҡ биреү бүлеге секретары....

ГВОЗДИКОВА Инга Михайловна

ГВОЗДИКОВА Инга Михайловна (16.8.1937, Краснодар ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1982). БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) БАССР‑ҙың Үҙәк дәүләт архивы бүлеге мөдире, 1971 й. алып ТТӘИ‑лә (1998 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре...

ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич

ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич (17.2.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Озерский а., хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Озеро а., — 19.12.2020, Екатеринбург ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1987), профессор (1994). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск педагогия институтын...

ВЯТКИН Михаил Порфирьевич

ВЯТКИН Михаил Порфирьевич (21.8.1895, Ырымбур ҡ. — 7.12.1967, Ленинград), тарихсы. Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1954), тарих ф. д‑ры (1944), проф. (1945). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1965). Петроград ун‑тында уҡыған (1913—17), Томск ун‑тын тамамлаған (1921). 1917—18 йй. — Шадринск реаль уч‑щеһында,...

ВЕРЕЩАГИН Александр Сергеевич

ВЕРЕЩАГИН Александр Сергеевич (р.12.2.1961, Ырымбур өлк. Грачёвка а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2002), проф. (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ-ны тамамлаған (1983). 1985 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (2002 й. алып тарих һәм культурология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре тарих методологияһы, Уралда...