Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАРКС Карл Генрих

МАРКС Карл Генрих (5.5.1818, Трир ҡ., Пруссия — 14.3.1883, Лондон ҡ.), философ, иҡтисадсы, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусы (ҡара: Марксистик философия). Философия докторы (1841). 1847 й. алып халыҡ‑ара Коммунистар союзы ағзаһы. М. менән Ф.Энгельс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары...

ЛУКЬЯНОВ Аркадий Викторович

ЛУКЬЯНОВ Аркадий Викторович (19.10.1959, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1994), профессор (1998). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1982), 1987 й. алып (өҙөклөк менән) шунда уҡ уҡыта. 1995—96 йй. Ырымбур педагогия университетының культурология кафедраһы мөдире. Фәнни...

ЛОГИКА

ЛОГИКА (гр. logike), иҫбатлау һәм кире ҡағыу ысулдары т‑дағы фән; фекерләү асылы һәм уның закондары хаҡында фәнни теориялар йыйылмаһы. Фекерләү теорияһына (дедуктив һәм индуктив Л.), металогикаға, логик методологияға бүленә. Дедуктив Л. (логик зарурлыҡ һәм эҙмә-эҙлекле һығымталар т‑да теория) классик...

КУРАЧЁВ Дмитрий Геннадьевич

КУРАЧЁВ Дмитрий Геннадьевич (8.7.1968, Семипалатинск ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2006). Брянск педагогия институтын (1992), В.И.Ленин исемендәге Мәскәү педагогия университетын (1994) тамамлаған. 1997 й. алып Бөрө социаль‑педагогия академияһында (2006 й. башлап үҫеш психологияһы...

КУЛЬТУРОЛОГИЯ

КУЛЬТУРОЛОГИЯ (лат. cultura — үҫтереү һәм ...логия), мәҙәниәттең асылын, барлыҡҡа килеүен, структураһын, үҫеш һәм йәшәү ҡанундарын өйрәнеүсе фән. К. белеменең йөкмәткеһен фундаменталь (генезис, типология, мәҙәниәтте өйрәнеү методологияһы һ.б. проблемалар) һәм ғәмәли төрҙәргә (мәҙәниәттең төрлө тармаҡтарының...

КУДРЯШЁВ Александр Фёдорович

КУДРЯШЁВ Александр Фёдорович (29.7.1946, Харьков ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1991). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Бөтә Союз эксперименталь физика ҒТИ‑ның (Арзамас‑16 ҡ.), 1972—73 йй. СССР ФА‑ның Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре....

КОГАН Лев Наумович

КОГАН Лев Наумович (20.3.1923, Екатеринбург ҡ. — 15.7.1997, шунда уҡ), философ. БР ФА‑ның почётлы академигы (1991), философия фәндәре докторы (1963), профессор (1965). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (1945) 1966 й. тиклем һәм 1977 й. алып шунда уҡ...

КЛАССЕН Эрих Гергардович

КЛАССЕН Эрих Гергардович (14.11.1935, Ырымбур өлк. Черно‑Озёрное а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ырымбур өлк. Луговое урта мәктәбе, 1965 й. алып Октябрьский ҡ. 1‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1966 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ӨДНТУ‑ның Октябрьский...

КӘРИМСКИЙ Әнүр Муса улы

КӘРИМСКИЙ Әнүр Муса улы [27.9.1932, БАССР‑ҙың Мораҡ районы Мораҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 8.10.1993, Мәскәү ҡ.], философ. Философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1955) Мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҮК‑нда эшләй. 1967—93 йй....

КӘЛИМУЛЛИН Ғәвис Фәхрулла улы

КӘЛИМУЛЛИН Ғәвис Фәхрулла улы (1.4.1941, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Берлог ҡсб — 6.4.1992, Бөрө ҡ.), социолог. Филос. ф. канд. (1978), социол. ф. д‑ры (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1968) ӨАИ‑ла, 1976—92 йй. Бөрө пед. ин‑тында (1986—91 йй. социол. лабораторияһы мөдире) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәт...

КАНАПАЦКИЙ Александр Яковлевич

КАНАПАЦКИЙ Александр Яковлевич (1.5.1955, Белорус ССР‑ының Смиловичи а.), философ. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). Минск педагогия институтын тамамлағандан һуң (1979) Мозырь педагогия институтында (Белорус ССР‑ы) уҡыта, 1987 й. алып башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедраһы мөдире,...

КАМАЕВ Рәшит Борхан улы

КАМАЕВ Рәшит Борхан улы (22.2.1937, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Яңауыл а., хәҙер Яңауыл ҡ., — 6.5.2000, Өфө ҡ.), социолог. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1961) ВЛКСМ‑дың Тәтешле район комитеты, 1962 й....

КАЛИЕВ Юрий Алексеевич

КАЛИЕВ Юрий Алексеевич (16.1.1957, БАССР‑ҙың Мишкә районы Сабыҡ а. — 23.4.2014, Бөрө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Мари университетын тамамлағандан һуң (Йошкар-Ола ҡ., 1983) шунда уҡ эшләй. 2003 й. алып БДУ‑ның Бөрө филиалында философия һәм социаль‑иҡтисади фәндәр...

ЙӘНҒУЖИН Айбулат Рим улы

ЙӘНҒУЖИН Айбулат Рим улы (29.12.1971, Өфө ҡ.), философ. БР ФА профессоры (2016), философия фәндәре докторы (2007), профессор (2013). Р.З.Йәнғужиндың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1993), 1999 й. алып шунда уҡ эшләй (2003—10 йй. философия һәм фән тарихы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы). Фәнни тикшеренеүҙәре...

ИСМӘҒИЛЕВ Ғәләү Сиражетдин улы

ИСМӘҒИЛЕВ Ғәләү Сиражетдин улы [3.7.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Балыҡлыкүл а. (БР‑ҙың Ауырғазы районы) — 16.3.1995, Өфө ҡ.], философ. Философия фәндәре кандидаты (1955). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ашхабад педагогия институтын тамамлаған (1939). 1942 й....

ЗЛОТНИКОВ Рафаил Абрамович

ЗЛОТНИКОВ Рафаил Абрамович (8.2.1921, Витебск ҡ. — 24.10.1994, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1979), профессор (1980). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлағандан һуң (1947) партия эшендә. 1960—92 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта (1981—86 йй....

ЗАРИПОВ Айрат Йәнсура улы

ЗАРИПОВ Айрат Йәнсура улы (12.10.1962, БАССР‑ҙың Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ а.), философ. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2007). БДПИ‑ны тамамлаған (1984). 1985 й. алып Мәсетле районының Оло Аҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987—91 йй. Башҡортостан дәүләт берләштерелгән музейы хеҙмәткәре, 1994 й....

ЕЛИСЕЕВ Спартак Феопемптович

ЕЛИСЕЕВ Спартак Феопемптович (11.3.1923, Владикавказ ҡ. — 7.9.2002, Өфө ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1977), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ЛДУ‑ны тамамлаған (1950). 1952 й. алып КПСС‑тың Мурманск өлкә комитетында, 1964 й. —...

ДОРОЖКИН Юрий Николаевич

ДОРОЖКИН Юрий Николаевич (13.4.1948, Поставы ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1994), профессор (1995). БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1974 й. алып ӨДНТУ‑ла: уҡытыусы, 1989 й. — политология һәм социология кафедраһы, 1997—2004 йй. — политология,...

ДОНЪЯҒАҠАРАШ

ДОНЪЯҒА ҠАРАШ, донъя һәм унда кешенең урыны т‑да дөйөмләштерелгән күҙаллауҙың бөтөн системаһы; кешеләрҙең объектив ысынбарлыҡҡа теоретик, практик һәм эмоциональҡиммәт мөнәсәбәтен асыусы ҡиммәттәр, идеалдар һәм инаныуҙар системаһы. Мифологик, дини, филос., ғилми Д.ҡ. айырыла. Д.ҡ. м‑н бәйле төшөнсәләр:...