Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАНТЮРКИЗМ

ПАНТЮРКИЗМ, нигеҙен төрки халыҡтарҙы бер милләткә берләштереү идеяһы тәшкил иткән ижт.‑сәйәси доктрина. 19 б. аҙ. төрки‑мосолман зыялылары мөхитендә яралған; йәдитселектә мәҙәни‑ағартыу этабының формалашыуы һәм барлыҡ төрки халыҡтарҙың мәҙәни һәм милли берҙәмлеге идеяһын күтәреп сыҡҡан И.М. Гаспринский...

ОМСК ӨЛКӘҺЕ

ОМСК ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяғында Иртыш й. басс. урынлашҡан. Төмән өлкәһе, Ново‑ сибирск, Томск өлк., Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Омск ҡалаһы. 1934 й. ойошторолған (хәҙ. Төмән өлк. терр‑яһы, Ҡурған өлкәһенең һәм Свердловск өлкәһенең өлөштәре ингән), 1943 й. алып хәҙ....

ОКРУГ СУДЫ

ОКРУГ СУДЫ, мировой судьялар (ҡара: Мировой суд) хөкөмөнә бирелә алмаған беренсе инстанция енәйәт һәм граждандар эштәрен ҡарай торған дөйөм юстицияның суд власы орга‑ ны; мировой судьялар съездары сығарған ҡарарҙарҙың законлы булыуын тикшереп, уларға ҡарата икенсе инстанция ролендә сығыш яһаған. Суд...

НОТАРИАТ

НОТАРИАТ (лат. notarius — секретарь), юридик көсө булған эшмәкәрлек аша граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен тәьмин итергә тейешле органдар системаһы. БР‑ҙа нотариаль эшмәкәрлек “Рәсәй Федерацияһының нотариат тураһындағы ҡануниәте нигеҙҙәре” нә (1993) һәм “Нотариат тураһында” БР законына...

НИДЕРЛАНД

НИДЕРЛАНД, Н и д е р л а н д К о р о л л е г е (рәсми булмаған исеме Голландия), Көнбайыш Европалағы дәүләт, Төньяҡ диңгеҙ буйында урынлашҡан. Майҙаны — 41,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Амстердам. Дәүләт башлығы — король (королева). Халҡы — 16,9 млн кеше (2012): голландтар (80,8%), немецтар (2,4%), индонезиандар...

МИРОВОЙ СУД

МИРОВОЙ СУД, Башҡортостан Республикаһының дөйөм юрисдикциялағы һәм Рәсәй Федерацияһының берҙәм суд системаһына ингән суд власы органы. М.с. БР‑ҙа РФ һәм БР Конституцияларына, “Рәсәй Федерацияһында мировой судьялар тураһында” (1996, 1998), “Башҡортостан Республикаһында мировой судьялар тураһында” (1998)...

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР, милли йәмәғәт берекмәләре. Башҡортостанда “Йәмәғәт берекмәләре тураһында” (1995), “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында” (1995) РФ закондарына һ.б. норматив документтарға ярашлы ойошторолалар һәм эш итәләр. М.‑м.б. төп төрҙәре: автономиялар (ойоштороу нигеҙҙәре, хоҡуҡтары,...

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ, Башҡортостан Респ. дәүләт власы органдарының Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың төрлө яҡлы һәм гармониялы үҫешенә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге. М.с. БР Конституцияһына (1993), “Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһында” (1991), “Мәғариф тураһында” (1992), “Мәҙәниәт...

МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕ

МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Тверь, Ярославль, Владимир, Рязань, Тула, Калуга һәм Смоленск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Мәскәү. 1929 й. 14 ғин. ойошторолған. Составында 36 район, 77 ҡала, 70 ҡала тибындағы ҡасаба (2012). Үҙәк федераль округҡа инә. Майҙаны...

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ

МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ, үҙенә йәки ғаиләһенең ағзаларына ҡарата көс ҡулланыу йә башҡа төрлө эҙәрлекләү арҡаһында, йәки расаһы йә милләте, дине, теле йәки ниндәй ҙә булһа социаль төркөмгә ҡарауы, йә билдәле бер кешегә йәки кешеләр төркөмөнә ҡарата дошманлыҡ кампаниялары үткәрелеүгә, киң халыҡ массаларының...

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, БР‑ҙың граждандарҙы дәүләт төҙөлөшөндә, иҡт., соц. өлкәне, фәнде, мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереүҙә, тәрбиә, уҡытыу эшендә, граждандарҙың ғүмерен, һаулығын һәм хоҡуҡтарын һаҡлауҙа респ. һәм уның күп милләтле халҡы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн дәртләндереүҙең дәүләт наградалары м‑н...

ЛИТВА

ЛИТВА, Л и т в а Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 65,2 мең км2. Баш ҡалаһы — Вильнюс. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 3,1 млн кеше (2011): литвалар (83,9%), урыҫтар (5,4%), поляктар (6,6%) һ.б.; яҡынса 1 мең башҡорт йәшәй (2002). Рәсми тел — литва...

ЛАТИПОВ Рөстәм Фәрит улы

ЛАТИПОВ Рөстәм Фәрит улы (22.3. 1977, Өфө), политолог. Сәйәсәт ф. д‑ры (2010). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1999). 2000 й. “Истоки” гәз., һуңынан ӨМЭПБ‑ның мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе. 2001 й. алып Өфөнөң Октябрь р‑ны хакимиәтендә эшләй. 2006 й. башлап (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н дәүләт...

ЛАТВИЯ

ЛАТВИЯ, Латвия Республикаһы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 64,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Рига. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 2,22 млн кеше (2011): латыштар (59%), урыҫтар (27%), белорустар (3,6%) һ.б.; 270 башҡорт йәшәй (2011). Рәсми тел — латыш теле. Диндарҙарҙың күпселеге —...

ҠЫТАЙ

ҠЫТАЙ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР), Үҙәк һәм Көнсығыш Азиялағы дәүләт. Майҙаны — 9,6 млн км2. Баш ҡалаһы — Пекин. Дәүләт башлығы — рәйес. Халҡы — 1,3 млрд кеше (2010): хандәр (91,5%), маньчжурҙар, хуэйҙар һ.б. Рәсми тел — ҡытай теле. Диндарҙары — буддистар, даосылар һ.б. БР‑ҙың Ҡытай м‑н бәйләнештәре...

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Ҡурған ҡалаһы. 1943 й. 6 февр. ойошторола. Составында 24 район, 9 ҡала, 6 ҡала тибындағы ҡасаба. Урал федераль округына инә. Майҙаны — 71 мең км2. Халҡы — 0,9 млн кеше, ш. иҫ. 12,3 мең башҡорт...

ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Азамат Рәхмәт улы

ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Азамат Рәхмәт улы (6.8.1953, Өфө), дипломат. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ин‑тын тамамлаған (1976). 1978 й. алып Алеппо ҡ. (Сүриә) СССР Ген. консуллығы атташеһы, 1982 й. — СССР Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш бүлегендә 3‑сө секретарь, 1987 й. — Мысырҙа СССР илселегендә...

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ. Башҡортостанда 20 б. башында барлыҡҡа килә. Башта ирҙәр м‑н тиң хоҡуҡлылыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡт., хоҡуҡи һәм соц. хәлен үҙгәртеү өсөн сығыш яһай. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы (1917 й. майы) һәм 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 й. июле) ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе б‑са резолюциялар...

ҠАСАҠТАР

ҠАСАҠТАР, раса, гражданлыҡ, милләт, дин, ниндәй ҙә булһа соц. төркөмгә ҡарау йәки сәйәси инаныуҙар билдәләре б‑са эҙәрлекләнеү ҡорбанына әйләнеү хәүефе арҡаһында гражданы булып торған илдән сығып китергә мәжбүр булған кешеләр. Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, кешелеккә ҡаршы енәйәттәр, сәйәси булмаған ауыр...

ҠАНУНИӘТ, хоҡуҡ акттары йыйылмаһы

ҠАНУНИӘТ, ошо дәүләттә эш итеүсе йәки ижт. мөнәсәбәттәрҙең билдәле бер өлкәһен көйләүсе норматив хоҡуҡ акттары йыйылмаһы (енәйәт, гражданлыҡ, ғаилә, хеҙмәт һ.б.). БР‑ҙың норматив хоҡуҡ акттары системаһына түбәндәгеләр инә: БР Конституцияһы, БР закондары, Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары,...